Мортазин Ғилмулла Миңлеғәли улы
Мортазин Ғилмулла Миңлеғәли улы (рус. Муртазин Гильмулла Миннигалиевич; 14 июль 1914 йыл — 6 октябрь 2003 йыл) — методист-педагог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының педагогика кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1964), профессор (1985). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Ғилмулла Миңлеғәли улы Мортазин 1914 йылдың 14 июлендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе[2] Борай ауылында тыуған[3]. Коммунистик йәштәр мәктәбендә уҡый.
1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Бәләбәй педагогия училищеһында уҡытыусы, ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире булып эшләй[4].
1937 йылдың декабрендә СССР Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, уны Төньяҡ флотта башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), шулай уҡ «Совет Заполярьеһын обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн» һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. 1947 йылдың февралендә өлкән лейтенант званиеһында запасҡа ҡайтарыла[5].
Артабан Бәләбәй педагогия училищеһында уҡытыусылыҡ эшен дауам итә, бер үк ваҡытта ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире, 1951—1962 йылдарҙа педучилище директоры була[4].
1963—1993 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965—1985 йылдарҙа педагогика кафедраһы мөдире. 1964 йылда «Система лабораторных занятий по ботанике в средней школе» тигән темаға «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1985 йылдан — профессор[3].
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре урта мәктәптә тәбиғәтте өйрәнеү һәм биологияны уҡытыу методикаһына, тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған. 10-дан ашыу уҡытыу-методик хеҙмәт авторы[6].
Китаптары
- Опыт проведения лабораторных работ по ботанике / Под ред. Н. В. Падалко. - М. : Изд-во Акад. пед. наук РСФСР, 1958. - 55 с. - (Пед. чтения)
- Лабораторные занятия по ботанике в 5-6 классах средней школы: (Опыт работы). - Уфа : Башкнигоиздат, 1963. - 126 с.
тулы исемлек
- Система лабораторных занятий по ботанике в средней школе: Автореферат дисс. на соискание учен. степени кандидата пед. наук / Акад. пед. наук РСФСР. Науч.-исслед. ин-т общего и политехн. образования. - М., 1963. - 23 с.
- Активизация познавательной деятельности учащихся: [Сборник статей / М-во высш. и сред. спец. образования РСФСР. Башк. гос. ун-т им. 40-летия Октября. - Уфа, 1972. - 176 с.
- Задачи и упражнения по общей биологии: Пособие для учащихся 9-10 кл. - М. : Просвещение, 1972. - 215 с.
- Пути совершенствования современного урока биологии: Учеб. пособие / Г. М. Муртазин. - Уфа : Башк. ун-т, 1976. - 92 с.
- Современные проблемы урока биологии в средней школе: Учеб. пособие. - Уфа : БГУ, 1977. - 96 с.
- Родная Башкирия. Уфа, 1978 (авторҙаш)
- Активные формы и методы обучения биологии. М., 1979.
- Задачи и упражнения по общей биологии: Пособие для учителей. - М. : Просвещение, 1981. - 192 с.
- Родная Башкирия: пособие по краеведению для 3 и 4 классов / Г. М. Муртазин, Р. М. Янгиров. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1987. — 143 с.
- Активные формы и методы обучения биологии: Человек и его здоровье: Кн. для учителя: Из опыта работы. - М. : Просвещение, 1989. — 191 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «Совет Заполярьеһын обороналаған өсөн» миҙалы
- «Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Борай районы.
- ↑ 1 2 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МОРТАЗИН Ғилмулла Миңлеғәли улы (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2024)
- ↑ 1 2 Муниципальное автономное учреждение культуры «Бураевская районная межпоселенческая централизованная библиотечная система». Официальный сайт. Краеведение / Славные наши земляки / Деятели науки и просвещения / Муртазин Гильмулла Миннигалиевич (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2024)
- ↑ POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Учётно-послужная картотека офицерского состава. Муртазин Гильмулла (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2024)
- ↑ RUSIST Единый реестр книг. Муртазин, Гильмулла Миннигалеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2024)
Һылтанмалар
- Т. И. Әминев. МОРТАЗИН Ғилмулла Миңлеғәли улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2024.
- Муниципальное автономное учреждение культуры «БУРАЕВСКАЯ РАЙОННАЯ МЕЖПОСЕЛЕНЧЕСКАЯ ЦЕНТРАЛИЗОВАННАЯ БИБЛИОТЕЧНАЯ СИСТЕМА». Официальный сайт. Краеведение / Славные наши земляки / Деятели науки и просвещения / Муртазин Гильмулла Миннигалиевич
- Виртуальный историко-краеведческий музей МОБУ СОШ № 1 села Бураево Бураевского района Республики Башкортостан. Выпускники — работники науки. Муртазин Гильмулла Миннигалиевич