Мортазин Әхәт Мотаһар улы
Әхәт Мотаһар улы Мортазин (рус. Муртазин Ахат Мутагарович; 1959 йылдың 6 феврале, Яңы Байрамғол ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2018 йылдың 13 марты, Өфө) — башҡорт радио-телевидение дикторы, журналист, режиссёр. Оҙаҡ йылдар «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында һәм «Юлдаш» радиоһында эшләгән. Уникаль тауышы һәм юғары профессиональ оҫталығы өсөн йыш ҡына «Башҡортостандың алтын тауышы» һәм «башҡорт Левитаны» тип аталған.
Биографияһы
Ә. М. Мортазин 1959 йылдың 6 февралендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә.
Беренсе курс студенты сағында уҡ Ә. М. Мортазинды университет кисәләренең береһендә күреп ҡалалар һәм республика радиоһына йәштәр тапшырыуын алып барырға саҡыралар. 1986 йылдың 10 мартында, бишенсе курс студенты булараҡ, ул рәсми рәүештә Башҡорт радиоһына диктор булып ҡабул ителә. 1986 йылда университетты тамамлай.
30 йылдан ашыу Ә. М. Мортазин дәүләт телерадиотапшырыуҙар системаһында эшләй. 2010 йылдан — «Юлдаш» радиоһының баш белгесе, шул уҡ ваҡытта 2012 йылдан — «Башҡортостан» ДТРК-һы ҡарамағындағы Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы уҡытыусыһы. Яңылыҡтар сығарылыштарын, йәмәғәт-сәйәси һәм музыка-әҙәби тапшырыуҙарҙы, шулай уҡ республика кимәлендәге байрам сараларын һәм концерттарҙы алып барыусы була. Иртән ул тыңлаусыларҙы «Өфө һөйләй» тигән һүҙҙәр менән сәләмләй, ә кисен «Сәңгелдәк» телевизион тапшырыуы аша балаларҙы йоҡларға әҙерләй[1].
Коллегалары уны зыялы, изге күңелле, һәр саҡ ярҙам итергә, кәңәш бирергә һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер өлкән иптәш булараҡ хәтерләй.
2018 йылдың 13 мартында Өфө ҡалаһында 60-сы йәшендә кинәт вафат була.
Хәтер
Ә. М. Мортазиндың тауышы һәм ижади мираҫы республика радио-телевидениеһының «алтын фонды»нда һаҡлана.
2023 йылдың 31 майында Өфөлә Софья Перовская урамы, 19/2 йорт фасадында, Ә. М. Мортазин 2004—2018 йылдарҙа йәшәгән йортта, мемориаль таҡтаташ асыла[2].
Уның иҫтәлегенә Башҡортостанда төрлө саралар үткәрелә:
- киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында Әхәт Мортазин иҫтәлегенә республика волейбол турниры;
- Учалы районында Әхәт Мортазин исемендәге асыҡ республика нәфис һүҙ уҡыусылар конкурсы;
- тыуған мәктәбендә музей эшләй;
- Яңы Байрамғол мәктәбе сығарылыш уҡыусыларына йыл һайын Ә. М. Мортазинисемендәге премия тапшырыла.
Ғаиләһе
Ә. М. Мортазиндың ҡатыны — телерадиокомпания «Башҡортостан» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева. Ғаиләлә ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994).
Иҫкәрмәләр
- ↑ ГТРК «Башкортостан». Воспоминания коллег о «Золотом голосе Башкортостана» Ахате Муртазине. ГТРК «Башкортостан» (14 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
- ↑ 31 мая 2023. В Уфе открыли мемориальную доску в честь прославленного диктора Ахата Муртазина. "Башинформ": Новости Уфы и Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
- ↑ Воспоминания коллег о «Золотом голосе Башкортостана» Ахате Муртазине. ГТРК Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026.