Мортазин Зөфәр Йәдкәр улы
Зөфәр Йәдкәр улы Мортазин (рус. Зуфар Ядкарович Муртазин; 1951 йылдың 30 ғинуары, Һайран, Башҡорт АССР-ы) — табип-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, юғары мәктәп һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры; 1999—2007 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (1996). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы.
Биографияһы
Мортазин Зөфәр Йәдкәр улы 1951 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ишембай районы Һайран ауылында тыуған[1]. Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1968—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында (1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты) уҡый. Студент саҡта уҡ 1973—1974 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ашығыс ярҙам станцияһында фельдшер булып эш башлай[2].
1974—1975 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты медсанчасында интернатура (рус.)баш. үтә, артабан 1975—1977 йылдарҙа Белорет районының Инйәр участка дауаханаһы хирургы[3].
1977—1978 йылдар — Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Артабан 1980 йылғаса — Башҡорт дәүләт медицина институтының хирургия (рус.)баш. буйынса клиник ординаторы[2].
1980 йылдан — Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән 1980 йылдан — дауалау бүлеге инспекторы, 1987 йылдан — һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары; 1995—1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры[3].
1999—2007 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы[1].
2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары[2].
2011 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты проректорының дауалау эштәре буйынса ярҙамсыһы — дауалау бүлеге начальнигы[4].
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни эштәре катастрофалар медицинаһы проблемалары, халыҡҡа махсус медицина ярҙамы күрһәтеүгә арналған. 1996 йылда, «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Организация хирургической помощи при катастрофах» тигән темаға диссертация яҡлай[5]. Ғалим шулай уҡ амбулатория-поликлиника звеноһы һәм стационарҙар (рус.)баш. өсөн медицина-иҡтисади стандарттар әҙерләү һәм индереү менән етәкселек итә[3]. 50-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы[2].
Ҡайһы бер хеҙмәттәре
- З. Я. Муртазин. Организация центров специализированной медицинской помощи в субъектах федерации. Уфа, 2002.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты;
- 1994—1995 йылдарҙа йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика лицензия-аккредитация комиссияһы рәйесе[2];
- Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының)» Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Ишимбайская энциклопедия / М. Х. Гайсин. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — ISBN 978-5-88185-205-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2026)
- ↑ 1 2 3 4 5 Муртазин Зуфар Ядкарович. Центр военно-политических исследований МГИМО. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Муртазин Зуфар Ядкарович. Биографическая справка. Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ Начальник лечебного отдела Муртазин Зуфар Ядкарович. Башкирский государственный медицинский университет. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ Муртазин Зуфар Ядкарович (К 60-летию со дня рождения. Журнал «Медицинский вестник Башкортостана». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Аҡһаҡалдар ҡоро. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (баш.)
- ↑ БГМУ подвел итоги года на торжественном Ученом совете. Башкирский государственный медицинский университет. Официальный сайт (28 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ Экс-министра здравоохранения РБ наградили медалью. Сайт ИА «НТА-Приволжье» (7 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2026).
- Центр военно-политических исследований МГИМО. Официальный сайт. Муртазин Зуфар Ядкарович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2026).
- Почему не дали «Муртазин»? Сайт газеты «Белорецкий рабочий», 16 июня 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2026).
- Журнал «Медицинский вестник Башкортостана». Муртазин Зуфар Ядкарович (К 60-летию со дня рождения (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 март 2026).