Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы
Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы (рус. Абдуллин Ибрагим Ахметович; 1920 йылдың 20 сентябре, Ерекле, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе — 2005 йылдың 9 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй яҙыусыһы, шағир һәм драматург[2][3]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995)[4].
Тормош юлы
1920 йылдың 20 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ерекле ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Шаран районы) тыуған[5].
Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Өфө геологоразведка техникумын тамамлай. 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙы Иранда ҡаршы ала. 1941–1942 йылдарҙа Кавказ һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында һуғыша (1941 йылда — 63-сө тау-уҡсылар дивизияһының 261-се уҡсылар полкында, 1941–1942 йылдарҙа — 242-се уҡсылар дивизияһының 897-се уҡсылар полкында)[6][7]. Сталинград фронтында 1942 йылдың сентябрь аҙағында, рота командиры һәм лейтенант булып, Абдуллин ауыр яралана[8].
Һауыҡҡандан һуң Өфөлә «Выстрел» юғары офицер курстарын тамамлай, батальон командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[8]. Хәрби ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Капитан званиеһында демобилизацияланғандан һуң[6] 1945 йылдың июнендә республиканың «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып ете йыл эшләй һәм шул уҡ ваҡытта яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә башлай.
1947 йылдан — КПСС ағзаһы[9].
1949 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә[5]. 1952 йылда Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға инә, уны 1957 йылда тамамлай (шул уҡ ваҡытта 1956 йылда СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай)[5].
2005 йылдың 9 июлендә вафат була. Өфөнөң иң боронғо мосолман зыяратында ерләнгән[10], был зыярат ябылған булһа ла, яҙыусы өсөн ҡағиҙәнән ситләшеп ерләүгә рөхсәт бирелә[11].
Ижады
Пьесалар ижад итеүҙе 10–11 йәшендә башлай. 14 йәшендә «Беспризорниктар» тигән пьеса яҙа, уны тыуған ауылында ла, күрше ауылдарҙа ла ҡуялар[12]. 1938 йылда баҫыла башлай, «Ал яулыҡ» пьесаһы менән дебют итә, ул республика конкурсында стимуллау премияһына лайыҡ була[12]. Тәүге хикәйәләр китабы «Ул Уралдан ине» 1946 йылда сыға.
Ул дүрт роман (барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышына арналған), 10-дан ашыу повесть[13][14], күп хикәйәләр, новеллалар, публицистик мәҡәләләр, башҡорт һәм татар композиторҙары көйөнә яҙылған утыҙҙан ашыу йыр тексы авторы.
Абдуллин башҡорт драматургияһына ҙур өлөш индерә: яҡынса 80 пьеса (яҡынса 30 күп актлы һәм 50-нән ашыу бәләкәй формалы)[13][14], драматик һәм комедия пьесалары. Уның тәүге һуғыштан һуңғы пьесаһы — «Девон фонтандары» (нефтселәр тураһында; Мәскәүҙә «Тәрән һулыш» исеме менән баҫыла) — 1947 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡуйыла һәм республика конкурсында икенсе премия ала[12]. Артабан уның пьесалары буйынса спектаклдәр Башҡортостандың һәм Татарстандың төрлө сәхнә майҙансыҡтарында уңышлы бара[11].
Романдары
- «Хуш, Рим!» (1969, рус. пер. 1971)
- «Тол ҡатындар илама» (1977, рус. пер. 1984)
- «Ҡош юлынан барам» (1983, рус. пер. 1987)
- «Ҡояш байымай ҙа байымай» (1995)
Драматургия
- Ал яулыҡ (1938)
- Тәрән һулыш (1947)
- Вәғәҙә онотолмай (1948)
- Беҙ айырылышмабыҙ (1950)
- Бажалар (1952)
- Генерал Шайморатов (1958, Ш. Насыров менән берлектә)
- Ялҡынһыҙ яна йөрәк (1960)
- Йөрәк менән шаярмайҙар (1961)
- Тиле йәшлек (1972)
- Их, Өфө ҡыҙҙары!.. (1974)
Повестары
Йыйынтыҡтары
- Әҫәрҙәр: 3 томда (1998–2001)[16]
Наградалары, маҡтаулы исемдәре һәм премиялары
- Ватан һуғышы ордены I дәрәжә (6 апрель 1985)[6]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (24 сентябрь 1966)[6]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1980)[5]
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы[6]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[6]
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978)[5]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995)[4]
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996) — «Ҡояш байымай ҙа байымай» роман-эссеһы өсөн[12][5].
Хәтер
- 2020 йылдың 25 сентябрендә Шаран ауылында мемориаль-мәғлүмәт таҡтаһы асыла һәм Ибраһим Абдуллин исеме менән урам атала[17].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ибрагим Абдуллин. Национальная библиотека Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
- ↑ Абдуллин Ибрагим Ахметович // Татарская энциклопедия
- ↑ Башкортстанда танылган язучы Ибраһим Абдуллинны искә алалар. Татар-информ (20 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 Абдуллин Ибрагим Ахметович. Издательство «Китап». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Абдуллин Ибрагим Ахметович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ Воевал на Кавказском и Юго-Западном фронтах. cpacibodedu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 Абдуллин Ибрагим Ахметович. Союз поисковых отрядов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ Байтерякова Д. Н. Абдуллин Ибрагим Ахметович // Театральная энциклопедия / под ред. С. С. Мокульского. — М.: Советская энциклопедия, 1961. — Т. 1.
- ↑ Поиск места захоронения. pomnim.me. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 Уфа простилась с драматургом Ибрагимом Абдуллиным. МК в Уфе (12 июль 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Он ушел по Млечному пути… (К 95-летию со дня рождения писателя-фронтовика Ибрагима Абдуллина). Башинформ (20 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 Читаем книги Ибрагима Абдуллина. Бирская межпоселенческая центральная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 Абдуллин Ибрагим Ахметович. Курская областная научная библиотека им. Н. Н. Асеева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Библиография Ибрагима Абдуллина. Национальная библиотека Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ Собрание сочинений Ибрагима Абдуллина. Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ Он вновь идет по Млечному пути. Шаранские просторы (25 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
Һылтанмалар
- Краткая литературная энциклопедия, т. 1, М., 1962
- Ибра8им Абдуллин Башҡорт энциклопедияһында
- Ибрагим Абдуллин на сайте издательства «Китап» (архив)