9 июль
9 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 190-сы (кәбисә йылында 191-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 175 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Атыу ҡоралын юҡ итеү көнө.
Ер:
- Мода көнө.
- Фантазия һәм юмор көнө.
- Бөтә донъя шәкәрле печенье көнө
Австралия: Конституция көнө.
Аргентина: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Иран: Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте көнө.
Ҡаҙағстан: Һалым хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Һыу хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1669 йыл: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Талас ауылына нигеҙ һалына.
- 1957 йыл: Менделеев таблицаһының 102-се элементы — нобелий асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бибиков Борис Владимирович (1900—5.11.1986), педагог, актёр. 1934 йылдан Мәскәүҙең төрлө театрҙары режиссёры, бер үк ваҡытта ГИТИС һәм 1942 йылдан — Бөтә Союз дәүләт кинематография институты, 1970 йылдар аҙағынан Тажикстан сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1951). РСФСР-ҙың (1947), Тажик ССР-ының (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1959) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ҡарағалпаҡ АССР-ының атҡаҙанған артисы (1967). Сталин премияһы лауреаты (1950). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһынан.
- Ников Пётр Петрович (1920—2004), электрик-инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1984 йылдарҙа «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электр монтажлау контораһының ремонт цехы, 1961—1984 йылдарҙа — электр монтажлау цехы начальнигы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһенең Сасов районы Наша ауылынан.
тулы исемлек
- Лубышев Фёдор Владимирович (1945), математик-ғалим. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика- математика фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арсланов Хәкимйән Исмәғил улы (1941—9.09.2015), нефтехимик. 1960—2001 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. 2-се (1985) һәм 3-сө (1980) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылынан.
- Ғафарова Зөһрә Мәғрүф ҡыҙы (1946), педагог. 1978—2006 йылдарҙа хәҙерге Яңауыл ҡалаһының 3-сө урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән ошо райондың Ҡарман ауылынан.
тулы исемлек
- Зиязов Нәзир Заһит улы (1946—4.02.2022), инженер-механик, ауыл хужалығы, нефть сәнәғәте, партия, урындағы башҡарма муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Яңауыл район комитетының беренсе секретары, 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2005 йылдарҙа Яңауыл ҡалаһы һәм районының, 2005—2008 йылдарҙа Яңауыл районының хакимиәт башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының почётлы гражданы (2004).
- Роберт Юлдашев (1971), ҡурайсы. 1998 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты, «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы, 2009 йылдан «Башҡортостан Республикаһының “Ҡурайсы” ижади союзы» ойошмаһы президенты. Башҡортостандың халыҡ артисы (2012), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гәрәев Муса Ғaйса улы (1922—17.09.1987), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956). Йәмәғәт эшмәкәре. 1965—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, СССР-ҙың 2-4-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 7-9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иләкшиҙе ауылынан.
- Нәзмиев Фәнил Ғафыл улы (1932—1994), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1956 йылдан Баҡалы районы хужалыҡтары зоотехнигы һәм баш зоотехнигы; 1971 йылдан «Ҡыҙыл Шишмә» колхозы рәйесе; 1985 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығының ҡортсолоҡ буйынса баш зоотехнигы; 1986—1994 йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм уның сифаты буйынса район инспекцияһы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы. Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Балтас ауылынан.
тулы исемлек
- Хәмзин Рим Әнүәр улы (1952), ауыл хужалығы, партия һәм урыныдағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. 1986 йылдан Туймазы район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988 йылдан — КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан — Туймазы район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 йылдан — Туймазы районы хакимиәте, 1999 йылдың июненән 2004 йылғаса — Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы хакимиәте башлығы. РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990—1993), Башҡортостан Республикаһының I һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәхитов Тәлғәт Хөснулла улы (1963), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 2004 йылдан Мәләүез районы «Трудовик» хужалығы директоры. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Әсәҙуллина Индира Илдус ҡыҙы (1973), музыкант, педагог. 2014 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыкаль-әҙәби лекторийының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998—2012 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының концертмейстеры һәм уҡытыусыһы; 2000—2004 йылдарҙа Өфөләге урта махсус музыка колледжы концертмейстеры, 2013 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Шишмә ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы (1967), педагог, әҙәбиәт белгесе-ғалим. 2013 йылдан Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбе директоры. Филология фәндәре кандидаты (2009).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәбибуллин Заятүләк Әмир улы (1939—1.12.1999), тау инженеры-ғалим, 1967—1999 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Аҡбаҫар ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1819 йыл: Элиас Хоу, АҠШ механигы, теген машинаһын уйлап табыусыларҙың береһе.
- 1850 йыл: Иван Вазов, Болгария шағиры.
тулы исемлек
- 1940 йыл: Сева Новгородцев, Британия журналисы, Би-би-си радиоһы комментаторы.
- 1945 йыл: Дин Кунц, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950 йыл: Виктор Янукович, Украина сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, илдең 2010—2014 йылдарҙағы президенты.
- 1956 йыл: Том Хэнкс, АҠШ актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1980 йыл: Юлия Такшина, Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
- 1928 йыл: Мирхәйҙәр Фәйзи, башҡорт һәм татар яҙыусыһы, драматург һәм журналист.
- 2005 йыл: Ибраһим Абдуллин, драматург, яҙыусы, [[Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1995).