Зиязов Нәзир Заһит улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 9 июль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 4 февраль 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (75 йәш)
Заты ир-ат
Тыуған урыны
Уҡыу йорто

Зиязов Нәзир Заһит улы (рус. Зиязов Назир Загитович; 9 июль 1946 йыл — 4 февраль 2022 йыл) — ауыл хужалығы, нефть сәнәғәте, партия, совет һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, инженер-механик. 1992—2008 йылдарҙа Яңауыл район хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәзир Заһит улы Зиязов 1946 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Иҫке Ҡоҙаш ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт юлын 1969 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Яңауыл районы «Урожай» колхозында инженер-механик булып башлай.

1969—1970 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтарылғас, бер ни тиклем ваҡыт Яңауыл районы «Сельхозтехника» берекмәһенең өлкән инженеры була. 1971—1981 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе Яңауыл технологик транспорт идаралығының ПТО начальнигы һәм баш инженеры.

1981—1986 йылдарҙа «Сельхозтехника» район берекмәһе идарасыһы.

1986—1990 йылдарҙа район агросәнәғәт берекмәһе Советы рәйесе.

1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Яңауыл район комитетының беренсе секретары.

1991 йылдан Яңауыл районы Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992 — 2008 йылдарҙа Яңауыл район хакимиәте башлығы.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы була[3].

Хеҙмәт ветераны 2022 йылдың 4 февралендә Яңауыл ҡалаһында вафат булды[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  4. Умер бывший глава Янаульского района Башкирии Назир Зиязов. ИА «Башинформ», 4 февраля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2022)
  5. Сегодня не стало Назира Загитовича Зиязова. Ильшат Вазигатов. Запись ВКонтакте, 4 февраля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2022)
  6. https://ufa.bezformata.com/listnews/zhizni-nazir-zagitovich-ziyazov/102178559/ Без формата сайты мәғлүмәтенән

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]