9 октябрь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Почта көнө.
- Астрономия көнө.
- Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын Махсус янғын һағы көнө.
Әрмәнстан:
- Альпинистар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 2006 йыл: Төньяҡ Кореяла беренсе ядро ҡоралына һынау үткәрелә.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Будников Пётр Петрович (1885—6.12.1968), химик-неорганик-ғалим. Украина ССР-ы Фәндәр Академияһы 1941—1943 йылдарҙа Өфөлә эвакуацияла булғанда Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Төҙөлөш материалдары институтының директор урынбаҫары. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1939), Украина ССР-ы Фәндәр Академияһы академигы (1939). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965). Өс тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1942, 1950, 1952). Сығышы менән Смоленск ҡалаһынан.
- Әлфиә Аҡбутина (1955), журналист, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһы мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).
тулы исемлек
- Виноградова Ирина Леонидовна (1970), инженер-электрик-ғалим. 1992 йылдан Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының инженер-конструкторы, 2003 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (1896—21.12.1925), Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. 1921—1924 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының сәйәси секретары, Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе урынбаҫары; Башҡорт телен бойомға ашырыу буйынса комиссия рәйесе. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921).
- Григорьев Юрий Николаевич (1951), рәссам, график, педагог, йәмәғәтсе. 1977 йылдан Өфөнөң 1-се сәнғәт мәктәбе, 1989 йылдан А. А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002—2012 йылдарҙа Республика мәғариф буйынса уҡытыу-методик үҙәгенең өлкән методисы. 2000 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Һынлы сәнғәт йәмғиәте рәйесе (1990). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Львов өлкәһе Самбор ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Новокшенов Виктор Юрьевич (1951), фән өлкәһе хеҙмәткәре, ғалим-математик. 1974 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының һәм хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Математика институты ғилми хеҙмәткәре, 1981 йылдан өлкән, 1988 йылдан – төп, 1994 йылдан һәм 2014 йылда – баш ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан математика-физика бүлеге мөдире; бер үк ваҡытта 1976—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты hәм 1996—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2001), физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1996).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Стрельцов Николай Васильевич (1927—1965), инженер. 1960 йылдың февраленән «Шкаповнефтестрой» тресының баш инженеры, 1961 йылдың декабренән — идарасыһы. КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитетының бюро ағзаһы, бер нисә саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Покровка ауылынан.
- Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы (1932—4.02.1995), театр актёры, 1956—1994 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. 1956 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1972) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
тулы исемлек
- Муллағәлиева Земфира Мөхәррәм ҡыҙы (1947), журналист, шағир. Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Майҙан» гәзитен ойоштороусы һәм уның мөхәррире. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003). Сығышы менән Әлшәй районы Хәнйәр ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Наил Ғәлиев (төп исеме Николай Голов, 1928—7.02.2005), баянсы, композитор. 1957—1998 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баянсы-концертмейстры, «Өфө уттары» исемле тәүге башҡорт профессионал эстрада-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1968) артисы.
- Әхмәҙуллина Раушания Зәки ҡыҙы (1948), китапханасы. 1995—2006 йылдарҙа Балтас районы үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Псәнчин Юлай Вәли улы (1963), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2001), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2013). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әмирова Виктория Радек ҡыҙы (1963), ғалим-табип-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Нәзиров Әсғәт Динислам улы (1914—23.07.1942), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы артиллерия дивизионының штаб начальнигы ярҙамсыһы, өлкән лейтенант.
- Засов Яков Иванович (1924—18.12.1985), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1984 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Борисов ауылынан.
тулы исемлек
- Кольцов Александр Алексеевич (1924—22.05.2011), инженер-электрик-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1966 йылдарҙа Өфө нефть институтының производство процестарын автоматлаштырыу кафедраһы, 1975—1977 йылдарҙа Өфө авиация институтының электротехника кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1973). Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
- Фуртат Юрий Александрович (1924–10.04.1996), рәссам. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Зюков Михаил Александрович (1944), инженер. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең элекке автомат линияһы, производство начальнигы, берекмә директорының производство буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.
- Теләкбирҙин Булат Ғәбиҙулла улы (1949—17.08.2021), партия һәм суд органдары хеҙмәткәре. 1988—1998 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мосеев ауылынан.
- Утляков Геннадий Иванович (1949–24.12.2010), инженер‑электромеханик-ғалим. 1994—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының фәнни эштәр буйынса проректор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Щукин Василий Николаевич (1949), нефтсе. 1994—1995 йылдарҙа «Когалымнефтепрогресс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, 1995 йылдан — Рәсәй инновацион яғыулыҡ-энергетика компанияһы — «РИТЭК»тың генераль директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының нефть һәм газ сәнәғәтенең (1996) һәм Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның нефть-газ сығарыу сәнәғәтенең (2007) атҡаҙанған хеҙмәткәре, Нефть сәнәғәте отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Шорина Елена Леонидовна (1964), табип. 1990 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының УЗИ табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Дөйөм исемлек
- 1874 йыл: Николай Рерих, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1935 йыл: Илдус Яҡупов, Татарстан композиторы. («Йәшлегемә кире ҡайтыр инем», «Яҙғы таң», «Зәңгәр күккә ҡарап атлайым», «Яратам» һәм башҡа йырҙар авторы)
тулы исемлек
- 1940 йыл: Джон Леннон, АҠШ йырсыһы.
- 1959 йыл: Борис Немцов, Рәсәй сәйәсмәне.
- 1966 йыл: Дэвид Кэмерон, Бөйөк Британия премьер-министры.