Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы

Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы (рус. Акбутина, Альфия Нусуратовна; 1955 йылдың 9 октябре, Үрге Этҡол ауылы, Башҡорт АССР-ы) — журналист, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).

Биографияһы

Әлфиә Носрат ҡыҙы Аҡбутина (ҡыҙ фамилияһы Ҡаҙаҡҡолова) 1955 йылдың 9 октябрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[2] Үрге Этҡол ауылында тыуған.

Урта мәктәпте Нуриман районының Иҫке Күл ауылында бөтә.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң «Ленинсы» — «Ленинец» гәзите хеҙмәткәре булып эшләй.

1978 йылдан алып (өҙөклөк менән) «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәт итә: хәбәрсе, 1990 йылдан башлап өлкән хәбәрсе, 1993 йылдан — бүлек мөдире, 1995 йылдан — яуаплы секретарь, 1999 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары. 2011 йылдан 2014 йыл аҙағына тиклем «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.

2016 йылдан алып 2017 йылдың апреленә тиклем «Йәйғор» төбәк гәзитенең Нуриман районы буйынса хәбәрсеһе.

Иҫке Ғәһедте башҡорт теленә тәржемә итеүсе коллективҡа инә[3].

Республика матбуғатында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән өсөн 1993 йылда Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[4]. 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ижтимағи-сәйәси темаларға яҙылған аналитик мәҡәләләре һәм ЮНЕСКО линияһы буйынса Европа илдәренә яһаған сәйәхәтенең юл яҙмалары өсөн 2005 йылда журналист Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ була.

"Башҡортостан энциклопедияһы"н тәржемә итеү проектында ҡатнаша.

1988 йылдан СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.

Терминология комиссияһындағы эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы терминология комиссияһы ағзаһы була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
  3. Перевод Библии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2021. Архивировано из оригинала 20 февраль 2019 года.
  4. Указ Президиума ВС РБ от 11.03.1993 N 6-2/91г «О награждении Почетной грамотой Президиума Верховного Совета Республики Башкортостан работников редакции газеты „Башкортостан“»
  5. Согревая теплом своей души (к юбилею журналиста Альфии Акбутиной). Информационное агентство «Башинформ» (9 октябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар