Нәзиров Әсғәт Динислам улы
Нәзиров Әсғәт Динислам улы (9 октябрь 1914 йыл — 23 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы артиллерия дивизионының штаб начальнигы ярҙамсыһы, өлкән лейтенант[1].
Биографияһы
Әсғәт Динислам улы Нәзиров 1914 йылдың 9 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылында тыуған[2].
1937 йылдың 1 октябрендә Новосибирск өлкәһенең Октябрьский район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Чкалов зенит-артиллерия училищеһын тамамлай.
Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк фронтта була. 1941 йылдың декабрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына саҡырыла. Дивизияның артиллерия көсөн ойштороуҙа актив ҡатнаша. 101-се айырым атлы-артиллерия дивизион штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Липецк өлкәһенең Тербуни-2 ауылы эргәһендә барған һуғышта һәләк була. Орёл өлкәһе Ҙур Колодезь ауылында (хәҙер Липецк өлкәһе) ерләнә[1]
Әҙәбиәттә
Әсғәт Динислам улы Нәзиров тураһында Әхтәм Ихсан 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 1941—1945 йылдарҙағы Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын һүрәтләгән «Саҡма тояҡ аттарҙа» китабында былай тип яҙа:
| Боевой заданиены үтәгәндә геройҙарса һәләк булған Әсғәт Нәзировты ҙур хөрмәт менән ерләнеләр. Ул хәрби белемле , уңған һәм сос артиллерист ине.Мәрхүм Нәзировты күмгән көндө политрук Низамовтың кәйефе насар ине.Эңерҙә бер төркөм комсомолецтар менән осрашты, уларға Нәзировтың көндәлеген уҡыны [3]. |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Назыров Асхат Динисламович
- ↑ Память Народа. Назиров Асхат Динисламович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) 2021 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Әхтәм Ихсан. «Саҡма тояҡ аттарҙа». — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 49-сы б..
Һылтанмалар
- Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Назыров Асхат Динисламович (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Память Народа. Назиров Асхат Динисламович (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)