Альпинизм

Альпинизм — спорт һәм әүҙем ял итеү төрө[1][2], уның маҡсаты — тау түбәләренә күтәрелеү. Альпинизмдың спорт асылы түбәгә менеү юлында тәбиғәт тыуҙырған тәбиғи ҡаршылыҡтарҙы (бейеклек, рельеф, һауа шарттары) үтеүҙән тора. Альпинизм буйынса спорт ярыштарында түбәнең бейеклеге, маршруттың техник ауырлығы, уның тәбиғәте һәм оҙонлоғо иҫәпкә алына[3]. Кешелектең ауыҙ-тел ижады һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы шедеврҙары исемлегенә индерелгән[4].

Хәрәкәт техникаһының бөтә ысулдары ла көстө аҙ сарыф итеү һәм ҙур хәүефһеҙлек принцибына нигеҙләнгән. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн альпинистан киң мәғлүмәтлелеккә һәм техник белемгә эйә булыуҙан тыш, әхлаҡи сифаттар талап ителә[5].

Иҫтәлекле тарихи даталар

undefined
undefined
undefined

Альпинизмдың спорт төрө булараҡ килеп сығышын төрлө сығанаҡтар төрлөсә билдәләй[6][7][8][9].

Альпинизмдың барлыҡҡа килгәүен йыш ҡына 1786 йылдың 8 авгусында табип Мишель-Габриэль Паккард һәм тау оҙатып йөрөүсеһе Жак Бальма тарафынан Альп тауҙарының иң бейек нөктәһе Монбланды яулап алыныуы менән бәйләйҙәр[10][11]. Монбландың беренсе альпинистарына һәйкәл донъя альпинизмы һәм саңғы спорты үҙәге — Шамони ҡалаһында урынлашҡан.

1. 1788 — рус диңгеҙ офицеры Даниил Гаусс ике иптәше менән Камчатканың иң юғары нөктәһе — Ключевская Сопка вулканына (4835 м) күтәрелә[12].

2. 1799—1804 йылдарҙа Александр Гумбольдт Көньяҡ Америкала Чимборасо вулканына күтәрелгәндә 5800 метр бейеклеккә етә.

3. 1800 йыл. Австрияның иң бейек түбәһе Гроссглокнерға (Альп тауҙары) беренсе тапҡыр күтәрелеү[13].

4. 1809 — Монбланға беренсе ҡатын-ҡыҙ (Мария Паради) күтәрелә[14].

5. 1811 — Берн Альптарында Юнгфрау түбәһенә беренсе тапҡыр күтәрелеү[15].

6. 1829 — Генерал Эммануэль етәкселегендәге Рәсәй Фәндәр академияһының «Эльбрус» фәнни экспедицияһында ҡатнашыусыларҙың Эльбрустың көнсығыш түбәһенә беренсе тапҡыр күтәрелеү. Түбәгә экспедицияны оҙатып йөрөгән урындағы гид Килар менә[16].

7. Арарат тауына беренсе тапҡыр Рус тәбиғәт фәндәре белгесе һәм табиб Иоганн Фридрих Паррот, әрмән яҙыусыһы Хачатур Абовян һәм уларҙың юлдаштары күтәрелә[17].

8. 1835 — рус географы Платон Чихачёв Анд тауҙарына шул иҫәптән Пичингаға (4787 м) бер нисә күтәрелә[7][18].

9. 1857 — Лондонда Альп клубына нигеҙ һалына[7].

10. 1862 — Австрия Альп союзына (Österreichischen Alpenverein)[7] нигеҙ һалына.

11. 1863 — Швейцария альпклубы (Schweizer Alpen-Club)[19] барлыҡҡа килә.

12. 1865 — Альп тауҙарының иң матур түбәһе — Маттерхорн түбәһенә күтәрелеү (Эдвард Уимпер)[20].

13. 1869 — Немец Альп союзы төҙөлә (Deutschen Alpenverein)[7][21].

14. 1881 — Зальцбургта, Австрия «Эдельвейс» клубы барлыҡҡа килә[22].

15. 1889 — Килиманджароға тәү тапҡыр менеү[23].

16. 1900 — Рус тау ойошмаһы барлыҡҡа килә[24].

17. 1907 — инглиз-француз экспедицияһы Гималайҙарҙа бейеклеге буйынса икенсе ете меңлек 7120 метр бейеклектәге Трисулға беренсе тапҡыр күтәрелә[11].

18. 1913 — Америка континентының иң бейек түбәһе Мак-Кинлиға (Аляска) тәүге күтәрелеү[25].

19. 1923 — Г. Н. Николадзе етәкселегендә Тифлис университеты студенттарының ҙур төркөмө Казбекҡа күтәрелә. Совет альпинизмының тыуған көнө тип һанала[10][18].

20. 1924 — Британия экспедицияһында ҡатнашыусылар Джомолунгма тауына күтәрелеүгә тырышҡанда 8530 метр бейеклеккә етә[11][26].

21. 1927 — Совет-немец экспедицияһы Памирҙа Ленин түбәһе (7104 м) етә(Карл Вин, Ойген Алльвайн, Шнайдер Эрвин)[10].

22. 1933 — Советтар Союзының иң юғары нөктәһенә — Сталин түбәһенә (7495 м) Евгений Абалаков беренсе тапҡыр күтәрелә[10].

23. 1938 — Айгерҙың төньяҡ стенаһы буйлап ктәрелеү[27].

24. 1950 — Беренсе һигеҙ меңлек Аннапурнаға француз экспедицияһы ағзалары Морис Эрцог һәм Луи Лашеналь күтәрелә[11].

25. 1953 — Эдмунд Хиллари һәм Норгей Тенцинг планетаның иң бейек түбәһе Джомолунгмаға тәүгә күтәрелә. Шул уҡ йылда немец таусыһы Герман Буль Нанга-Парбатҡа менә[11]

26. 2009 — БДБ-нан беренсе альпинист Денис Урубко (Ҡаҙағстан) планетаның бөтә 14 һигеҙ мең метрлыҡ бейеклектәренә менә[28].

Үҫеше

Альпинизм үҫеше тарихын шартлы рәүештә бер нисә этапҡа айырып була:

1. Күтәрелмәгән түбәләргә иң ябай ысул менән күтәрелеү.

2. Альп тауҙарының һәм башҡа тау системаларының элек күтәрелгән түбәләренә маршруттарҙың ҡатмарлылығын арттырыу.

3. Донъяның иң бейек түбәләренә күтәрелеүҙәр.

4. Ер шарының төрлө тау системаһында ҡатмарлы маршруттарҙы үтеү.

Альп тауҙарында техник яҡтан ҡатмарлы күтәрелеүҙәр

Альпинизм Альп тауҙарында барлыҡҡа килә һәм тап ошонда спорт төрө булараҡ үҫешә башлай. XIX быуат башында Альп тауҙары түбәләренә спорт ысулы менән күтәрелә башлайҙар һәм XX быуатта айырыуса киң үҫешә.

undefined

XX быуат башына Альп тауҙарының бөтә түбәләре яулана, һәм альпинистар ҡаяға үрмәләү өсөн яңы, ҡатмарлыраҡ маршруттар эҙләй башлай. Маршруттар ҡатмарлыраҡ була бара. Яйлап «стена» альпинизмы, йәғни яйлап тауҙарҙың текә диуарҙары буйлап үтеү барлыҡҡа килә, үҫә һәм нығына[27].

Альп дәүләттәре вәкилдәре: итальяндар, немецтар, австриялылар, француздар, шулай уҡ инглиздәр был өлкәлә иң көслө альпинистар тип иҫәпләнә. Спорт оҫталығы камиллашыуында ҡаялы һәм боҙло участкаларҙы үтеү өсөн ҡорамалдарҙың һәм алымдарҙың дөйөм үҫеше ҙур роль уйнай.

Альп тауҙарында ҡатмарлы стена маршруттары

undefined

1. Айгерҙың төньяҡ стенаһы. 1928 йылдан алып 1938 йылға тиклем ун йыл дауамында төрлө илдәрҙән альпинистар Альп тауҙары диуарына менергә тырыша, ләкин уңышһыҙ була[29]. 1938 йылда Айгерҙың төньяҡ стенаһына беренсе тапҡыр күтәрелгәндән һуң, әлеге ваҡытҡа был диуарға күп һанлы маршруттар һалынған, улар буйлап бер нисә тапҡыр күтәрелгәндәр. Әлеге ваҡытта уныың төньяҡ стенаһында бик күп ҡатмарлы маршруттар бар[27].
2. Альпинистар араһында иң популяр тау түбәләренең береһе — Монблан районында, Лешот тарлауығының үрге ағымында урынлашҡан Гранд-Жорас түбәһе. Уның төньяғы оҙаҡ ваҡыт Альп тауҙарындағы иң ҡатмарлыларҙың береһе булып тора. Тик 1938 йылда ғына итальян альпинистары Кассен, Эспозито һәм Тицциони ҡатмарлы маршрутты үтеүгә ирешә[27].
3. Монблан районындағы Пти-Дрю түбәһенең төньяҡ-көнбайыш стенаһы оҙаҡ ваҡыт үтеп сыҡҡыһыҙ тип һанала. Беренсе тапҡыр 1935 йылдың 1 авгусында Пьер Ален һәм Раймон Лейнингер күтәрелә. Бөгөнгө көнгә тиклем бында күтәрелеү альпинизмда юғары спорт оҫталығы стандарты булып тора.

Донъяның иң бейек түбәләренә күтәрелеүҙәр

Бөтә Альп түбәләренә менеп бөткәс, альпинистарҙың иғтибары Американың, Африканың һәм Яңы Зеландияның башҡа таулы райондарына нығыраҡ йүнәлтелә башлай. Сират Гималай тауҙарына етә. Гималай тауҙарына тәү тапҡыр XIX быуат башында ынтылып ҡарайҙар. Әммә тәүге ынтылыштарҙан һуң 6000-7000 метрҙан юғарыраҡ түбәгә күтәрелеү альпинистар алдында бик күп яңы проблемалар тыуҙырыуы асыҡлана. Улар тәү сиратта бейеклеккә, таулы райондарҙың үүләштереү кимәленең түбән булыуына бәйле.

1922 йылдан башлап инглиздәр ныҡышмалы рәүештә Эвересты, немецтар — Нанга Парбат һәм Канченджанга, итальяндар һәм американдар — Ҡараҡоромдағы К-2 түбәһен (Чогори) штурмлай[27].

Беренсе һигеҙ меңлек Аннапурнаға француз экспедицияһы ағзалары Морисом Эрцог һәм Луи Лашеналь 1950 йылда ғына күтәрелә ала[30]. Шунан һуң биш йыл эсендә Гималайҙың һәм Ҡараҡоромдың тағы алты бейек түбәһе, шул иҫәптән Ерҙең иң бейек түбәһе — Джомолунгма яулана. Иң бейек түбәләргә күтәрелеүгә ҡорамалдарҙы камиллаштырыу, тәү сиратта сағыштырмаса еңел һәм ышаныслы кислород ҡорамалдары булдырыу булышлыҡ итә[27].

Бейеккә үрләү альпинизмы үҫешеү менән һигеҙ мең метрлыҡ түбәләрҙең барыһы ла яйлап яулана[31]. Һигеҙ мең метрҙан ашыу бейеклектәрҙәге иң һуңғы түбә Лхоцзе массивындағы Урта Лхоцзе түбәһе була, уға 2001 йылда Рәсәй альпинистары күтәрелә. Иң бейек түбәләргә менеү тарихы[32][33] таблицала түбәндәгесә бирелгән:

Түбә Бейеклеге Урынлашҡан урыны Тәүге тапҡыр күтәрелеү Тәүге тапҡыр күтәрелеүсе исеме Ҡыш көнө тәүге тапҡыр күтәрелеү Ҡыш көнө тәүге тапҡыр күтәрелеүселәр исеме Күтәрелеүҙәр иҫәбе
Джомолунгма (Эверест) 8848 м Непал/Ҡытай 29 май 1953 Яңы Зеландия Яңы Зеландия: Эдмунд Хиллари
Непал Непал: Норгей Тенцинг
17 февраль 1980
Польша Польша: Кшиштоф Велицкий, Лешек Цихий 4109[34]
K2 (Чогори) 8611 м Ҡараҡором[35] 31 июль 1954 Италия Италия: Акилле Компаньони, Лино Лачеделли 16 ғинуар 2021 Непал Непал: Непал альпинистары төркөмө (10 кеше), етәксеһе — Нирмал Пурджаей 284[36]
Канченджанга 8586 м Непал/Һиндостан 25 май 1955 Бөйөк Британия Бөйөк Британия: Джордж Бэнд, Джо Браун 11 ғинуар 1986 Польша Польша: Кшиштоф Велицкий, Ежи Кукучка 209[37]
Лхоцзе 8516 м Непал/Китай 18 май 1956 Швейцария Швейцария: Фриц Люхзингер (Фриц Лухзингер), Эрнст Райсс 31 декабрь 1988 Польша Польша: Кшиштоф Велицкий 221[38]
Макалу 8485 м Непал/Ҡытай 15 май 1955 Франция Франция: Жан Кузи, Лионель Террай 9 февраль 2009 Италия Италия: Симоне Моро

Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан: Денис Урубко

299[39]
Чо-Ойю 8188 м Непал/Ҡытай 19 октябрь 1954 Австрия Австрия: Йозеф Йёхлер, Герберт Тихий
Непал Непал: Пасанг Дава Лама
12 февраль 1985 Польша Польша: Мацей Бербека), Мацей Павликовский, Ежи Кукучка 2668[40]
Дхаулагири I 8167 м Непал 13 май 1960 Австрия Австрия: Курт Димбергер, Альбин Шельберт
Германия Германия: Петер Динер
Швейцария Швейцария: Эрнст Форрер
Непал Непал: Наванг Дорчже), Нима Дорчже
21 ғинуар 1985 Польша Польша: Анджей Чок), Ежи Кукучка 382[41]
Манаслу 8163 м Непал 9 май 1956 Япония Япония: Тосио Иманиси
Непал Непал: Гьялцен Норбу (Gyalzen Norbu)
14 ғинуар 1984 Польша Польша: Мацей Бербека), Рышард Гаевский 297[42]
Нанга-Парбат 8126 м Пакистан 3 июль 1953 Австрия Австрия: Герман Буль яңғыҙы 26 февраль 2016 Испания Испания: Алекс Тикон (Alex Txikon), Пакистан Пакистан: Мухаммад Али «Садпара» (Muhammad Ali «Sadpara»), Италия Италия: Симоне Моро 304[43]
Аннапурна I 8091 м Непал 3 июнь 1950 Франция Франция: Морис Эрцог, Луи Лашеналь 3 февраль 1987 Польша Польша: Ежи Кукучка, Артур Хайзер 154[44]
Гашербрум I (Хидден-пик) 8080 м Ҡараҡором[35] 5 июль 1958 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Эндрю Кауфман, Пит Шёнинг 9 март 2012 Польша Польша: Адам Белецки һәм Януш Голаб 265[45]
Броуд-пик 8051 м Ҡараҡором[35] 9 июнь 1957 Австрия Австрия: Фриц Винтерштеллер, Маркус Шмук, Курт Димбергер, Герман Буль 5 март 2013 Польша Польша:Мацей Бербека, Адам Белецкий, Томаш Ковальский һәм Артур Малек 385[46]
Гашербрум II 8034 м Ҡараҡором[35] 8 июль 1956 Австрия Австрия: Фриц Моравец), Йозеф Ларх, Ханс Вилленпарт 2 февраль

2011 йыл

Италия Италия: Симоне Моро

Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан: Денис Урубко

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Кори Ричар

871[47]
Шишабангма 8027 м Ҡытай 2 май 1964 Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР: Сюй Цзин (Hsu Ching), Чжан Чжуньянь (Chang Chun-yen), Ван Фучжоу (Wang Fuzhou), Чжэнь Сань (Chen San), Чжэн Тяньлян (Cheng Tien-liang), У Цзунъюэ(Wu Tsung-yue), Соднам Дочжи (Sodnam Doji), Мигмар Траши (Migmar Trashi), Дочжи (Doji), Ёнтен (Yonten) 14 ғинуар 2005 Польша Польша: Пётр Моравский
Италия Италия: Симоне Моро
274[48]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. What is Mountaineering? (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2016.
  2. What is Climbing? (ингл.). About.com:Climbing. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  3. Альпинизм. Правила соревнований и проведения восхождений. Федерация альпинизма России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  4. Пять культурных практик включены в Репрезентативный список нематериального наследия ЮНЕСКО. ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2019.
  5. Е. А. Казакова, Техника страховки в горах, издательство ВЦСПС, Профиздат — 1950, Москва, стр.7 «Весь учебный материал советской школы альпинизма как в его теоретической, так и в чисто практической части направлен на то, чтобы максимально обезопасить походы и восхождения в горах. Полная безаварийность является основным положением при разработке и изучении любого из разделов основ альпинизма. Все приёмы техники движения основаны на принципе наименьшей затраты сил и наибольшей безопасности. Для обеспечения безопасности от альпиниста требуются не только обширные знания и технические навыки, но и ряд моральных качеств»
  6. Альпинизм / Под ред. И. И. Антоновича. — М, 1981.
  7. 1 2 3 4 5 Захаров П. П. Краткий исторический очерк развития альпинизма // Начальная подготовка альпинистов. — Т. Часть I.
  8. Лапшин Л. П., Левин М. С. Глава 2. // Из истории мирового альпинизма. — Альпинизм г. Екатеринбурга. Книга 1. — Екатеринбург, 2004. — С. 6—14. — 120 с.
  9. Mountaineering History (ингл.). ABC of Mountaineering. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  10. 1 2 3 4 Захаров П. П., Мартынов А. И., Жемчужников Ю. А. Альпинизм. Энциклопедический словарь. — М: ТВТ Дивизион, 2006.
  11. 1 2 3 4 5 Рототаев П. С. Покорённые гиганты. — М: Мысль, 1975.
  12. Ключевская сопка. Самый высокий вулкан Евразии
  13. Атлас чудес природы; Европа: Высокий Тауэрн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010.
  14. Ребюффа, Гастон. Гид рассказывает. Перевод с фр. Л. Васюкевича. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 27 октябрь 2010 года.
  15. Юнгфрау. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010.
  16. Первое покорение Эльбруса - экспедиция генерала Эмануеля. Elbrus-info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 13 февраль 2012 года.
  17. Ашот Левонян. Арарат: история восхождений. Mountain.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2016.
  18. 1 2 Лебедихин А.В. История альпинизма в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010.
  19. Волков Л.Б. История мирового альпинизма. Харьковский альпклуб. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  20. Маттерхорн - первое восхождение. ВЕХИ ИСТОРИИ (по материалам веб-страницы высокогорной гостиницы "Бергхаус Маттерхорн / хижина Хорнли". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010.
  21. Структура и организация работы Немецкого альпийского союза (нем.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 22 апрель 2007 года.
  22. Sie wollen uns kennenlernen? (нем.). Edelweiss Club Salzburg. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  23. The First Ascent in 1889 (ингл.). Africa Travel Resource Kilimanjaro. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  24. История альпинизма в России. Информационное агентство SPORTCOM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010.
  25. Белые пятна Мак-Кинли // Вокруг света : журнал. — 2005. — № 9.
  26. Диренфурт Г. К третьему полюсу. — Пер. с нем. — М: Географгиз, 1957.
  27. 1 2 3 4 5 6 Гарф Б., Кропф Ф. Альпинизм за рубежом М: Государственное издательство «Физкультура и спорт», 1957
  28. Андрей Анфиногентов. Повелитель больших гор. Спорт-Экспресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2010.
  29. Харрер, Генрих. Белый паук. Горная энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  30. Празднование 50-летия первовосхождения на Аннапурну. (4—5 июня 2000 года, Шамони, Франция). Клуб альпинистов и скалолазов Екатеринбурга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 30 июнь 2012 года.
  31. История покорения высочайших вершин мира. Библиотека альпиниста. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010.
  32. Geographical facts and first ascents information of the Main 8000ers
  33. Complete ascent — fatalities statistics of all 14 main 8000ers
  34. Статистика восхождений на Эверест (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  35. 1 2 3 4 Вершины К2, Гашербрум I, Гашербрум II и Броуд-пик де-факто находятся на границе между Пакистаном и Китаем в Каракоруме, хотя на эту территорию претендует Индия. На большинство из них пути восхождения ведут через Пакистан. Некоторые восхождения были совершены из Китая.
  36. Статистика восхождений на K2 (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  37. Статистика восхождений на Канченджангу (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  38. Статистика восхождений на Лхоцзе (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  39. Статистика восхождений на Макалу (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  40. Статистика восхождений на Чо-Ойю (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  41. Статистика восхождений на Дхаулагири (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  42. Статистика восхождений на Манаслу (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  43. Статистика восхождений на Нанга Парбат (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  44. Статистика восхождений на Аннапурну (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  45. Статистика восхождений на Гашербрум I (Хидден-пик) (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  46. Статистика восхождений на Броуд-пик (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  47. Статистика восхождений на Гашербрум II (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  48. Статистика восхождений на Шишабангму (ингл.). 8000ers.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар