Мотокросс
Мотокро́сс, Мотоцикл кросы (рус. Мотокро́сс, Мотоциклетный кросс, ингл. motorcycle + ингл. motocross — мотоцикл һәм ингл. cross country — тигеҙһеҙ урын) — мотоцикл спорты (мотоспорт) төрҙәренең береһе, махсус спорт мотоциклдарында тәбиғи (текә күтәрелеш, төшөү, боролош, канау, ҡом һ.б. рәүешендә[1]) һәм яһалма (һикергестәр, трасса күперҙәре[1])) ҡаршылыҡтары булған ябыҡ ерҙәрҙә үткәрелгән уҙыш[2].
Ҡайһы берҙә инглиз телендәге «motocross» атамаһы «MotoX» йәки «MX» тип ҡыҫҡартыла.
Тарихы
Юлһыҙ ерҙә юғары тиҙлек менән мотоциклда йөрөү мотокросс ярыштарын барлыҡҡа килтерә. Йәмәғәтселек өсөн тәүге ярыштарҙың береһе булып «төлкө ҡыуыу» тип аталғаны тора. Ул 1908 йылда Лондон янындағы хәрби полигонда үтә. Унда 13 мотоциклсы һәм 16 һыбайлы ҡатнашҡан. Мотоциклсыларҙың маҡсаты — яңы техниканың юлһыҙ ерҙә аттарға ҡарағанда тиҙерәк булыуын иҫбатлау. Әммә уҙышта нәҡ кавалеристар еңеү яулай, мотоциклсыларҙың икәүһе генә ярышты тамамлай ала[3][4].
Артабанғы йылдарҙа мотокросс Бөйөк Британияла һәм Францияла үткәрелеүен дауам итә, әммә тамашасыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята алмай. Беренсе кросстарҙа күп көнлөк элементтарҙың береһе — ҡалҡыулыҡҡа күтәрелеү ҡулланыла. Стартҡа яңғыҙ сығалар, трасса түбәгә бер генә уҙышсы ла менеп етә алмаҫлыҡ итеп һайлана, ә араны алыҫыраҡ үтә алған кеше еңеүсе тип иҫәпләнә[4]. Тик Беренсе донъя һуғышынан һуң ғына Европа илдәрендә мотокросс ярыштарының иң уңышлы формаһы табыла. Уларҙы үләнле, ҡомло йәки хатта бысраҡ (әммә ташһыҙ) тәбиғи ерҙә үткәрә башлайҙар, старт — дөйөм.
Дистанцияның бер әйләнешенең оҙонлоғона ҡағылышлы бәхәстәр ҡыҫҡа маршруттар файҙаһына тамамлана — 1,5 — 3 саҡрым. Әммә СССР-ҙа һәм АҠШ-та ярыштар оҙонлоғо 30 км һәм унан да күберәк булған әйләнештә үткәрелә[5]. Был мотокросс ярыштарында ҡатнашыусыларҙың күплегенән бәйле була. Уҙышсылар күп булһа, бер-береһенә ҡамасаулай[4].
Кросс мотоциклдары
Мотокросс буйынса тәүге ярыштарҙа уҙышсылар юл мотоциклдарында ҡатнаша, уларҙы ҡатмарлы юлдарҙа хәрәкәт итеүгә үҙҙәре яраҡлаштыралар. Мотоциклдар ярыш өсөн кәрәкмәгән деталдәрҙе алып ташлап еңеләйтелә, двигателдең ҡеүәте арттырыла[6].
Мотокросс мотоциклдарының күпләп етештерелә башлағас, конструкцияһы үҙгәрештәр кисерә[6].
Двигатель еңеләйә һәм бер үк ваҡытта уның ҡеүәте арта, ауыр 4 тактлы моторҙарҙы еңел, әйләнешле, ябай 2 тактлы двигателдәр алмаштыра.
Двигателдәр тик бер цилиндрлы була. Кросс өсөн тәғәйенләнгән резина барлыҡҡа килгәс, мотоцикл менән идара итеү ҡырҡа еңелләшә[6]. Электр стартеры кикстартерға алмаштырыла, ә аккумулятор бөтөрөлә.
1980-се йылдарҙа был яңылыҡтар заманса кросс мотоциклына башланғыс һала[6].
Кросс мотоциклдары ЮХХДИ органдарында теркәлмәй, сөнки дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөү өсөн сертификаты булмай һәм ПТС һәм номер билдәһе бирелмәй. Уны дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙан ситтә махсус әҙерләнгән ябыҡ урындарҙа ғына файҙаланырға мөмкин, сөнки ул спорт ҡорамалдары булып тора.
Халыҡ-ара ярыштар
Мотокросс буйынса донъя чемпионаты — 1957 йылда Халыҡ-ара мотоцикл федерацияһы ойошторған иң юғары ярыштар серияһы. Быға тиклем чемпионат Европа чемпионаты (1952 йылдан) булараҡ билдәле була[7].
Әлеге ваҡытта ул ике класҡа бүленә: MXGP һәм MX2. Уҙыш 30 минуттан ашыу дауам итә һәм тағы ла ике әйләнеш яһайҙар.
Motocross des Nations — 1947 йылдан алып йыл һайын үткәрелә торған команда мотокросс ярышы. Хәҙерге ваҡытта ул өс айырым төрҙө берләштерә: 500 см³ мотоциклдар өсөн Милләттәр мотокросы (Motocross des Nations), 250 см³ мотоциклдар өсөн Милләттәр трофейы (Trophée des Nations) (1961 йылда индерелә)[8] һәм 125 см³ мотоциклдар өсөн Милләттәр кубогы (Coupe des Nations) (1980 йылда индерелә)[8].
Мотокростан барлыҡҡа килгән дисциплиналар
Суперкросс
Суперкросс (ингл. supercross), йәки стадион-кросс, тәбиғи материалдарҙы (ҡом, ер, кәҫ һ.б.) япма сифатында файҙаланып, асыҡ һауалағы стадионда йәки кросс трассаһы яһалған залда үткәрелгән ярыштар, трассаның оҙонлоғо ябыҡ залда 300 метрҙан һәм асыҡ стадиондарҙа 400 метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.
«Суперкросс» термины 1972 йылда АҠШ-та Майкл Гудвин тарафынан уңышлы үткәрелгән беренсе мотокросс уҙышының атамаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Ярыш «Super Bowl of Motocross»[9] һәм бик ҙур уңыш килтерә, уға эйәреүселәр барлыҡҡа килә һәм «суперкросс» термины стадионда уға оҡшаш мотокросстарҙы билдәләү өсөн ҡулланыла башлай.
Трассаның ҙурлығына ҡарап[10] мотокросста, ҡағиҙә булараҡ, 40 уҙышсы була, ә суперкросста — 25 самаһы. Уҙыштар оҙайлығы буйынса айырыла — уртаса 10-30 минут һәм, ҡағиҙә булараҡ, бер-ике өҫтәмә әйләнеш өҫтәлә.
Аренакросс
Аренакросс — суперкроссҡа оҡшаған ярыштар, әммә стадион урынына бәләкәй ареналарҙа үткәрелә. Улар ҙур стадиондары булмаған бәләкәй ҡалаларҙа үткәрелә. Беренсе ярыш 2006 йылда үткәрелә[11].
Мотофристайл
Мотофристайл (ингл. Freestyle Motocrossйәки FMX) — акробатик элементтар менән кросс мотоциклында трамплиндан оҙонлоҡҡа һикереү. Был термин 90-сы йылдарҙа АҠШ-та барлыҡҡа килә. Фристайл-шоуҙар 1998 йылда Сан-Диегола йыл һайын үткәрелгән X-Games экстремаль спорт ярышында башлана. 2005 йылда ФИМ тарафынан бойондороҡһоҙ спорт төрө тип таныла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Афремов, 1970, с. 64
- ↑ По рецепту FIM, 2006
- ↑ Гусак, 1981, с. 4
- ↑ 1 2 3 Грингаут, 1971, с. 26
- ↑ Гусак, 1981, с. 5
- ↑ 1 2 3 4 Елтышев, 2006
- ↑ History of Individual Motocross World Championships (ингл.) (недоступная ссылка — история) (1 июнь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
- ↑ 1 2 History of the Motocross des Nations (ингл.) (недоступная ссылка — история) (1 ғинуар 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
- ↑ The First Supercross. motorcyclistonline.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2012. Архивировано 7 август 2012 года.
- ↑ Галямов, 2003, с. 54
- ↑ Historical Arenacross news and discussion. dirtbikefanatic.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2012. Архивировано 20 ноябрь 2012 года.
Әҙәбиәт
- Гусак П. Кроссовые мотоциклы на чемпионатах мира. — М.: ДОСААФ СССР, 1981. — 216 с.
- Трамм Б. Ф. На мототрассах Европы. — М.: ДОСААФ СССР, 1979. — 160 с.
- Мотоциклетный спорт. Правила соревнований / Ред.-сост. Г. М. Афремов. — М.: ДОСААФ СССР, 1970. — 224 с.
- Нарбут А. Н. Мотоциклы: учеб. пособие для студ. высш. учеб. заведений. — М.: Академия, 2008. — 176 с. — ISBN 978-5-7695-3991-6, ББК 30.4я73.
- По рецепту FIM: Параметры и препятствия // Мото. — М.: За рулём, 2006. — № 6.
- Основные вехи развития советского мотокросса. Интервью с Кириллом Александровичем Демянским // Мотокросс+ / Глав. ред. В. Потатуев. — 2005. — № 1. — С. 38—45. Архивировано 13 ғинуар 2013 года.
- Галямов А. Про суперкросс // Мотокросс / Глав. ред. В. Потатуев. — 2003. — № 3. — С. 54—55. Архивировано 13 ғинуар 2013 года.
- Грингаут Е. Мотокросс // За рулём. — М.: ДОСААФ СССР, 1971. — № 12. — С. 26—27.
- Елтышев В. Ты помнишь, как все начиналось... Кросс // Мотодрайв. — 2006. — № 6. Архивировано 27 декабрь 2012 года.
- Воронцов А., Ксенофонтов И., Певзнер Е. Внедорожные мотоциклы // Мир мотоциклов : журнал / Вед. ред. Е. Певзнер. — За рулём, 2005. — Вып. десятый. — С. 175—198. — ISSN 1560-3288.
- Eric Gorr. Mini Motocross and Pit Bike Performance Handbook. — MotorBooks International, 2008. — P. 160. Архивная копия от 7 март 2016 на Wayback Machine
СССР-ҙың кросс мотоциклдары
- Боришанский Л. А., Слесаренко Н. И., Чермных М. Г. Ижевские спортивные мотоциклы. Устройство и эксплуатация. — Удмуртское книжное издательство, 1963. — 213 с.
- Воронцов А. Е., Певзнер Е. В., Дольников Д. В., Попов А. Г., Сазонов Р. М. Энциклопедия мотоциклов. Фирмы. Модели. Конструкции. — За рулём, 2003. — 576 с.
- Юдин А. Мотоциклы для спорта: Ижевские и ковровские // За рулём. — М.: ДОСААФ СССР, 1970. — № 7. — С. 16—17.
- Кузнецов В. От дорожных до гоночных // За рулём. — М.: ДОСААФ СССР, 1975. — № 7. — С. 32—33.
- Мотоциклам ИЖ - полвека // За рулём. — М.: ДОСААФ СССР, 1979. — № 11. — С. 11.
- Шаколин Н. М-204К // За рулём. — М.: ДОСААФ СССР, 1965. — № 6. — С. 7.
- Кроссовый Восход // За рулём. — М.: ДОСААФ СССР, 1976. — № 7. — С. 21.
- Воронцов А. С зайцами на бензобаке // Мото. — М.: За рулём, 2011. — № 9. — С. 69.
- Коновалов В. Спортивные мотоциклы // За рулём. — М.: ДОСААФ СССР, 1973. — № 6. — С. 15.
Һылтанмалар
- Motocross Russia: сайт для тех, кто любит мотогонки, мотокросс, кому интересны новости, соревнования, чемпионаты, история и события из мира мотокросса в России и в мире.
- МОТОГОНКИ.РУ: Мотокросс, Супермото и Эндуро — статьи, новости, анонсы, актуальный календарь соревнований
- Новости мотокросса, результаты соревнований. История развития мотокросса.
- Новости мотокросса, эндуро, мотофристайла.
- Мотогон — информационный портал внедорожного мотоспорта.