Щукин Василий Николаевич

Щукин Василий Николаевич (9 октябрь 1949 йыл) — нефтсе-инженер. 1995 йылдан Рәсәй инновацион яғыулыҡ-энергетика компанияһы — «РИТЭК»тың генераль директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең (1996) һәм Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның нефть-газ сығарыу сәнәғәтенең (2007) атҡаҙанған хеҙмәткәре, Нефть сәнәғәте отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.

Биографияһы

Василий Николаевич Щукин 19498 йылдың 9 октябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылында тыуған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре(1996)
• Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның нефть-газ сығарыу сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2007)
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
• Халыҡтар Дуҫлығы ордены
• Нефть сәнәғәте отличнигы

Иҫкәрмәләр