28 декабрь
28 декабрь (рус. 28 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 362-се көнө (кәбисә йылында 363-сө). Йыл тамамланыуға 3 көн ҡала. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Рәжәб айының 10-сы көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 42 минутта ҡалҡа, 16 сәғәт 55 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 12 минут.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Кино көнө.
- Банкетты дауам итеү көнө.
Төбәк байрамдары
- Ҡалмыҡ Республикаһы: Ҡалмыҡ халҡын депортациялау ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Тажикстан: Милли именлек комитеты көнө.
Әзербайжан: Адвокаттар көнө.
- 1869 йыл: АҠШ-тың Огайо штатында Уильям Семпл һағыҙға патент ала.
- 1895 йыл: Германия физигы Вильгельм Конрад Рентген Вюрцбург ҡалаһында рентген нурҙарын асыуы тураһында иғлан итә.
тулы исемлек
- 1895 йыл: Париждағы «Гранд-кафе» салонында ағалы-энеле Люмьерҙар үҙҙәренең синематографын халыҡҡа күрһәтә, был кинематографтың тыуған көнө булып билдәләнә.
- 1973 йыл: Парижда Александр Солженицындың «ГУЛАГ архипелагы» әҙәби-тарихи әҫәре баҫыла.
- 1985 йыл: Новосибирскийҙа метрополитен эшләй башлай.
- 2007 йыл: Непал Федератив Демократик Республика итеп иғлан ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы (1915—13.10.1997), театр актёры, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1935—1976 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1954) артисы.
- Яркалов Алексей Назарович (төп исеме — Яркалов Хөснулла Хабибназар улы; 1920—1972), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Айытов Нариман Абдрахман улы (1925—17.08.1999), социолог-ғалим. 1964—1988 йылдарҙа Өфө авиация институтының фәнни коммунизм кафедраһы мөдире. Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), философия фәндәре докторы (1967), профессор (1970). РСФСР-ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Киселёв Олег Михайлович (1965), математик-ғалим. 1988 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең Математика институты менән уның хисаплау үҙәге хеҙмәткәре, 2003 йылдан төп ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иванов Василий Николаевич (1896—20.11.1979), агроном-ғалим. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1972 йылдарҙа М. И. Калинин исемендәге Ҡырым ауыл хужалығы институтының (Симферополь) тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1951), профессор (1951). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ҡушйылға ауылынан.
- Абдрахманов Барый Абдрахман улы (1916—1.04.1996), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. СССР-ҙың алтынсы, Башҡорт АССР-ының бишенсе—туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. КПСС-тың ХХII съезы делегаты. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Вәлиев Баҡый Вәли улы (1916—2007), совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының разведка взводы командиры, гвардия лейтенанты. 1-се (1985) һәм II дәрәжә (1943) Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Михайлов Александр Яковлевич (1921—10.01.1984), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник (1965), хужалыҡ эшмәкәре. 1970 йылдан Өфө резина-техник изделиелар заводының директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Новгород өлкәһе Валдай районы Рудово ауылынан.
- Попов Василий Дмитриевич (1921—16.03.1997), философ-ғалим, социолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1994 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1981), профессор (1985). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966). III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943).
- Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы (1931—29.12.1996), малсы. 1944 йылдан Мәләүез районы М. Ғафури исемендәге колхоз малсыһы, шул иҫәптән 1954–1969 йылдарҙа быҙау ҡараусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Терещенко Геннадий Фёдорович (1941—16.04.2010), химик- ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1998—2000 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар министрының беренсе урынбаҫары. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, химия фәндәре докторы (1982), профессор.
- Слинин Владимир Игоревич (1951—18.12.2004), спортсы, ДОСААФ-тың Өфө спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. 1975—1978 йылдарҙа атыу буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры. СССР (1975) һәм РСФСР (1973—1979) чемпионы. Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
- Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы (1961), ғалим-музыка белгесе. 1990 йылдан (өҙөклөк менән) «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 2002 йылдан Журналистар, 2006 йылдан Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2014). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
- Сөләймәнов Руслан Мөхәмәтхәнәф улы (1966), спорт ветераны, хоккейсы, тренер. Шайбалы хоккей буйынса спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2011).
- Юлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙы (1976—26.11.2020), ғалим-фольклорсы. 1997 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты лаборанты, 2003 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр, 2007 йылдан — ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — өлкән, 2019 йылдан әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (2006).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Жан Лоҡман (Лоҡманов Закиржан Лоҡман улы; 1912—24.03.1959), әҙәбиәт белгесе-ғалим- педагог, тәнҡитсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рота, артабан батальон командиры. 1936—1939 һәм 1945—1952 йылдарҙа Өфөлә К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусыһы, доцент. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Нурғәлина Мәфтүха Ширияздан ҡыҙы (1927), педагог, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1952—1982 йылдарҙа Әбйәлил районы Асҡар ауылының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбленең художество етәксеһе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Райондың Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (2000). Сығышы менән Булат ауылынан.
тулы исемлек
- Хәмиҙуллина Мәшүҙә Ваис ҡыҙы (1952), медицина хеҙмәткәре. Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ район үҙәк дауаханаһының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Әхмәтшин Рәдүс Йәҙит улы (1957—13.12.2024), педагог-ғалим, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2000 йылдан Нефтекама машинала эшләү техникумы директоры, бер үк ваҡытта 2016 йылдан ҡала советы рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Ҡаланың почётлы гражданы (2018).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Булычев Евгений Васильевич (1913—5.02.2004), механик. 1953—1974 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе механигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1970), Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Ижевск ҡалаһынан.
- Баннов Геннадий Ефимович (1928—16.04.2017), педагог, яҙыусы, спортсы, Башҡортостанда боксҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1962—1989 йылдарҙа Өфөләге 118-се урта һөнәри-техник училище директоры. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1989). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1973).
тулы исемлек
- Вәлитова Нәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы (1928—11.10.2006), балет артисы, балетмейстер, педагог. 1961 йылдан Воронеж опера һәм балет театры солисы, 1979 йылдан — баш балетмейстер, 1985 йылдан — уҡытыусы-репетитор, 1995 йылдан — театрҙың художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1963—1965 йылдарҙа һәм 1975 йылдан — Воронеж хореография училищеһы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Сыйрышбаш ауылынан.
- Нәғүмәнов Мирсәт Мирсәлим улы (1928—12.08.2001), инженер-ғалим. 1992—2001 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһындағы «Пакер» ғилми-производство фирмаһы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районы Әбсәләм ауылынан.
- Бивняев Виктор Яковлевич (1948), рәссам. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Төбәк, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.
- Игнатьев Сергей Николаевич (1963), тренер. Тхэквондо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шаһиев Әхәт Хызыр улы (1963), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1986 йылдан Ишембай районы колхоздары агрономы, рәйесе. 2001—2010 йылдарҙа Ғафури районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баландин Василий Петрович (1904—28.03.1973), инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1941 йылдың авгусынан хәҙерге Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе директоры, 1946 йылдан — СССР авиация сәнәғәте министры урынбаҫары, 1958—1970 йылдарҙа СССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесе урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945). Сығышы менән хәҙер Мәскәү составына ингән Лосиноостровск (1939 йылдан Бабушкин) ҡалаһынан.
- Нафиҡов Усман Саттар улы (1919—2.05.1991), геолог-тау инженеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1985 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш геологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған геологы (1980), СССР-ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1965). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Байраш ауылынан.
тулы исемлек
- Прибылов Владимир Васильевич (1934—5.12.2006), театр актёры. 1967—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) халыҡ артисы.
- Малышева Наталья Сергеевна (1949), инженер. 1969 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһының конструктор-технигы, технолог-инженеры, иҫәпләүсе-технигы, предприятиеның мәҙәни-ағартыу учреждениелары методисы, 1994—1999 йылдарҙа ҡала пионерҙар йортоноң түңәрәк етәксеһе, «Орленок» балалар бейеү коллективының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород ҡалаһынан.
- Сафуанов Илдар Суфиян улы (1954), педагог-ғалим. 2008 йылдан Мәскәү ҡала педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Әҙәбиәт белгесе Суфиян Сафуановтың улы.
- Шәйхетдинов Фларис Рифҡәт улы (1964), иҡтисадсы-ғалим, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
- Владимир Сохатский (1989), хоккейсы, ҡапҡасы. Ике тапҡыр Рәсәй Юғары хоккей лигаһының Братина кубогы (2012, 2013) эйәһе.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1798 йыл: Томас Джеймс Хендерсон, Англия астрономы.
- 1856 йыл: Вудро Вильсон, АҠШ-тың 28-се президенты.
тулы исемлек
- 1878 йыл: Николай Павлович Брюханов, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1884 йыл: Карел Андел, Чехословакия астрономы, Ай картаһын төҙөүсе (1924).
- 1897 йыл: Иван Степанович Конев, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы.
- 1903: Джон фон Нейман, Венгрия һәм АҠШ математигы.
- 1954: Дензел Вашингтон, АҠШ актёры.
- 1969: Линус Торвальдс, Финляндия программисы, «Linux» системаһын төҙөүсе.
- 1923 йыл: Густав Эйфель, Франция инженеры, Эйфель башняһын төҙөүсе.
- 1925 йыл: Сергей Есенин, Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР шағиры.
тулы исемлек
- 1994 йыл: Георгий Филиппович Байдуков, СССР-ҙың хәрби осоусыһы.