Сафуанов Илдар Суфиян улы

Сафуанов Илдар Суфиян улы (рус. Сафуанов Ильдар Суфиянович; 28 декабрь 1954 йыл) — педагог-ғалим. 2008 йылдан Мәскәү ҡала педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Әҙәбиәт белгесе Суфиян Сафуановтың улы.

Биографияһы

Илдар Суфиян улы Сафуанов 1954 йылдың 28 декабрендә Татар АССР-ының баш ҡалаһы Ҡазанда аспирант һәм студент ғаиләһендә тыуған.

1972 йылда Өфө ҡалаһындағы 114-се урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай.

1972—1977 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында уҡый.

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында ассистент булып башлай.

1978 йылдан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында уҡытыусы-стажер, 1979 йылдан — ошо уҡ факультеттың юғары алгебра кафедраһы аспиранты.

1982 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультеты ассистенты, декан урынбаҫары, өлкән уҡытыусыһы һәм доценты.

1991 йылдан хәҙерге Татарстан Республикаһы Яр Саллы дәүләт педагогия институтының математика факультеты доценты, 1993 йылдан — математика һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000 йылдан — фән һәм уҡыу эштәре буйынса проректор, 2005—2006 йылдарҙа — ректор вазифаһын башҡарыусы.

2007 йылдан Мәскәү дәүләт автомобиль—юл техник институты уҡытыусыһы, юғары математика кафедраһы профессоры.

2008 йылдан Мәскәү ҡала педагогия университеты уҡытыусыһы[1].

Монографиялары

  • Современные тенденции в преподавании математических дисциплин в высшей школе. Москва, 2023.
  • Современные подходы в математическом образовании и подготовке учителей математики (Совместно с Атанасяном С. Л.). Москва, 2017.
  • Теория и практика преподавания математических дисциплин в педагогических институтах. Уфа, 1999.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1988)
  • Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1987)
  • «Литературная Россия» гәзите премияһы лауреаты (2009, 2018)
  • «Советская Башкирия» гәзите премияһы лауреаты (1984)
  • «Кызыл таң» гәзите премияһы лауреаты (1983)
  • «За отличные успехи и примерное поведение» алтын миҙалы (1972)

Өҫтәмә мәғлүмәт