Сафуанов Суфиян Ғаяз улы
Суфиян Ғаяз улы Сафуанов (рус. Сафуанов Суфиян Гаязович; 1931 йылдың 2 октябре, Бикмәт ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2009 йылдың 30 ноябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — әҙәбиәт белгесе-ғалим, тәнҡитсе, йәмәғәтсе. 1957 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1964—1994 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1962). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы (1988) һәм Фәтих Кәрим (2007) исемендәге әҙәби премия лауреаты.
Биографияһы
Суфиян Ғаяз улы Сафуанов 1931 йылдың 2 октябрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Бикмәт ауылында тыуған[2].
1945 йылда Үрге Сәрҙек ете йыллыҡ мәктәбен, 1950 йылда Бөгөлмә педагогия училищеһын, 1954 йылда Ҡазан педагогия институтын тамамлаған. Шунда уҡ 1954—1957 йылдарҙа аспирантурала уҡый.
1957 йылдан 1994 йылға тиклем хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, башта ғилми хеҙмәткәр, 1964—1994 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр була[2].
1962 йылда филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].
1951 йылдан КПСС ағзаһы. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән осорҙа күп йылдар тәүге партия ойошмаһы секретары итеп һайлана.
1994 йылдан «Тулпар» журналының бүлек мөдире булып эшләй.
1996—2005 йылдарҙа һәм 2007 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997—2003 йылдарҙа татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. 2005 йылға тиклем — профессор вазифаһын башҡара[2].
Ғалим оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2009 йылдың 30 ноябрендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылы Бикмәт зыяратында ерләнә[2].
Ижади эшмәкәрлеге
Матбуғатта Суфиян Сафуанов 1949 йылдан йәштәр темаһына арналған хикәйәләр һәм очерктар менән сығыш яһай башлай. Шулай ҙа уның төп һәләте тәнҡитсе — нәфис әҙәбиәт белгесе булараҡ асыла. Ул башҡорт яҙыусылары А.Карнай, Ғ.Хәйри һәм Ә. Һ. Бикчәнтәев, татар яҙыусыһы И. Ғазиҙың тормошо һәм ижады тураһында китаптар баҫтыра. Ғалим «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» (1967) авторҙарының береһе була. «Күп милләтле совет әҙәбиәте тарихы»ның (Мәскәү, 1972) 4-се томындағы башҡорт әҙәбиәтен яҡтыртҡан өлөшө лә уның тарафынан яҙыла. «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның 6 томлығын (Өфө, 1990—1996), шулай уҡ 6 томлыҡ «Татар әҙәбиәте тарихы»н әҙерләгәндә лә туранан-тура ҡатнаша[3].
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәш шағирҙарҙың ижад емештәрен туплауға, репрессияланған башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен баҫтырыуға тос өлөш индерә. Мәҫәлән, үҙ ваҡытында «онотолоуға» дусар ителгән романдарҙан — Ғ.Хәйриҙең «Боролош»он, Д. Юлтыйҙың «Ҡан»ын, шулай уҡ Сафуан Яҡшығолов, Ш. Шәһәр һәм Х. Мохтарҙың әҫәрҙәре киң ҡатлам уҡыусыға барып етеүе — уның күп йыллыҡ эш һөҙөмтәһе.
«Дуҫлыҡ, туғанлыҡ сәхифәләре» (1976) тигән ҙур хеҙмәте, «Хаҡлыҡ әҙәбиәте, дуҫлыҡ әҙәбиәте» (1981) тигән китабы башҡорт әҙәбиәтенең милләт-ара һәм халыҡ-ара ижади бәйләнештәре, уның үҙенсәлектәре кеүек мөһим проблемаларға арналған. Суфиян Сафуанов илебеҙҙең төрлө халыҡтары әҙәбиәттәрен Башҡортостанда һәм башҡорт әҙәбиәтен СССР-ҙың союздаш һәм автономиялы республикаларында пропагандалауҙа әүҙем эшмәкәрлек күрһәтте.
Ғалимдың «Башҡорт балалар әҙәбиәтенең үҫеш проблемалары» (Өфө, 1988) монографияһы был өлкәлә тәүге етди тикшеренеү булып тора.
Суфиян Ғаяз улы милли әҙәбиәттәрҙең (башҡорт, татар, рус, сыуаш, украин һ. б.) үҙ-ара йоғонтоһон һәм бәйләнештәрен өйрәнеүгә ҙур тырышлыҡ һалды. Уның рус — башҡорт, татар — башҡорт, украин — башҡорт әҙәби бәйләнештәре, башҡорт әҙәбиәтенең белорус, үзбәк, ҡазаҡ, ҡырғыҙ, сыуаш, әрмән, литва, һинд һәм башҡа әҙәбиәттәр менән ижади бәйләнештәре тураһындағы күп һанлы фәнни тикшеренеүҙәре төрлө нәшриәттәрҙә донъя күргән ғилми йыйынтыҡтарҙа урын алды һәм уның «Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ үрҙәре» (1976), «Хаҡлыҡ әҙәбиәте, дуҫлыҡ әҙәбиәте» (1981) китаптарында тупланды. Был хеҙмәттәр ғалим әҙерләгән «Башҡорт әҙәбиәтенең СССР халыҡтары әҙәбиәте менән үҙ-ара бәйләнеше» тигән 1981 һәм 1987 йылдарҙа рус телендә баҫылған ике томлыҡ библиографик исемлектә лә тулыһынса сағылыш тапты.
Әҙәбиәтсе-ғалим М. Рәхимҡолов менән берлектә Суфиян Ғаяз улы «Башҡортостан рус әҙәбиәтендә» тигән алты томлыҡ тупланманың 4, 5 һәм 6—сы томдарын, Р. Паль менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә «А. С. Пушкин һәм Башҡортостан» тигән китап нәшер итте.
Быларҙан тыш С. Сафуановтың башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре көндәлек торошо, Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары һәм шағирҙары, шул иҫәптән ХХ быуат баштары һәм урталарында йәшәп ижад итеүсе әҙиптәр, тел һәм әҙәбиәт ғалимдары тураһындағы күп һанлы мәҡәләләре һәм рецензиялары "Ҙур совет энциклопедияһы"нда (русса БСЭ), "Ҡыҫҡа әҙәбиәт энциклопедияһы"нда (русса «Краткая литературная энциклопедия»), "Лермонтов энциклопедяһы"нда, Украин Совет һәм Украин әҙәбиәт энциклопедияларында, башҡа әҙәби белешмәләрҙә, Башҡортостанда һәм Татарстанда нәшер ителгән күп гәзит һәм журналдарҙа даими баҫылып торҙо.
|
Төп хеҙмәттәре
|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981);
- В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты;
- Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты.
Хәтер
- Юбилейный вечер памяти «Галимнәр күңеле — тирән дәрья». 21 октября 2016 года в с. Татар-Улканово состоялся юбилейный вечер памяти «Галимнәр күңеле — тирән дәрья», посвященное 85-летию со дня рождения писателя, литературоведа, кандидата филологических наук Суфияна Сафуанова.
- Романов В. Он преданно служил российской многонациональной литературе (К 85-летию со дня рождения Суфияна Сафуанова). Башинформ мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 октябрь[7].
Ғаиләһе
- ҡатыны Луиза Мөбәрәк ҡыҙы (30.08.1933—27.06.2009), уҡытыусы. РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1983).
- улы Илдар (28.12.1957), педагог-ғалим, педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
- улы Фәрит (1.04.1958), психолог-ғалим, психология фәндәре докторы (2001), профессор (2005).
- ҡыҙы Әлфиә (1956), телекоммуникация системалар белгесе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. САФУАНОВ Суфиян Ғаяз улы (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2024)
- ↑ 1 2 Литературная карта Республики Башкортостан. Суфиян Гаязович Сафуанов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2024)
- ↑ Библиографический указатель.
- ↑ Библиографический указатель, часть I.
- ↑ Библиографический указатель, часть II.
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2016)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2024)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2024)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2024)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2024)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. САФУАНОВ Суфиян Ғаяз улы (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2024)
- Литературная карта Республики Башкортостан. Суфиян Гаязович Сафуанов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- Официальный сайт Башкирского государственного педагогического университета им. М. Акмуллы. Галерия профессоров: Сафуанов Суфиян Гаязович 2019 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- Сафуанов // Краткая литературная энциклопедия. Т. 9. — 1978 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- Сайт «Милләттәшләр» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- Он преданно служил российской многонациональной литературе (К 80-летию со дня рождения Суфияна Сафуанова) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- Әдәби бәйләнешләрне өйрәнде. Әдәбият белгече һәм язучы Суфиян Сафуановка 2 октябрьдә 85 яшь тулган булыр иде. «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2016, 1 октябрь. (Тикшерелеү көнө: 29 октябрь 2016) (тат.).
- Сәлих Хәким. Туҡай һәм Башҡортостан // «Социалистик Татарстан», 1966, 23 август.
- Минһажетдинов М. Тулы фекергә табан // «Әҙәби Башҡортостан», 1961, № 8.
- Суфиян Сафуанов. «Башҡортостан» гәзите, 3 декабрь 2009 йыл.