Сафуанов Фәрит Суфиян улы

Фәрит Суфиян улы Сафуанов (рус. Сафуанов Фарит Суфиянович; 1958 йылдың 1 апреле, Мамадыш, Татар АССР-ы[d]) — СССР һәм Рәсәй психологы, клиник психология, юридик психология һәм суд-психология экспертологияһы өлкәһендәге белгес. Психология фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының В. П. Сербский исемендәге психиатрия һәм наркология милли медицина тикшеренеү үҙәгенең суд психологияһы лабораторияһы етәксеһе[1]. Мәскәү дәүләт психология-педагогия университетының юридик психология факультеты клиник һәм суд психологияһы кафедраһы мөдире[2].

Биографияһы

1958 йылдың 1 апрелендә Татар АССР-ының Мамадыш ҡалаһында башҡорт филологы һәм әҙәбиәт белгесе С. Ғ. Сафуановтың ғаиләһендә тыуған. Педагог һәм математик Илдар Сафуановтың ҡустыһы.

1981 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психология факультетын тамамлай[3]. Ошо уҡ йылдан алып В. П. Сербский исемендәге Бөтә Союз дөйөм һәм суд психиатрияһы ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙерге ваҡытта — Сербский исемендәге психиатрия һәм наркология милли медицина тикшеренеү үҙәге) эшләй.

1986 йылда психология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1987 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2002 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр һәм төркөм етәксеһе.

2001 йылда «Енәйәтсел-агрессив ғәмәлдәрҙә ғәйепләнеүселәргә комплекслы суд психологик-психиатрик экспертизаһы: психологик аспект» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2005 йылда профессор ғилми исеме бирелә.

2004 йылдан башлап Сербский үҙәгенең суд психологияһы лабораторияһы етәксеһе булып тора[1]. 2006 йылдан алып — Мәскәү дәүләт психология-педагогия университетының клиник һәм суд психологияһы кафедраһы мөдире[2].

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты янындағы медицина психологияһы буйынса диссертация советы, МДППУ һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы Идара итеү академияһы янындағы берләштерелгән диссертация советы, Сербский үҙәгенең Ғалимдар советы, шулай уҡ Рәсәй Юстиция министрлығының Рәсәй Федераль суд экспертизаһы үҙәге Ғалимдар советы ағзаһы булып тора[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

Суд-психология экспертизаһының һәм суд-психология экспертологияһының теоретик, методологик һәм ғәмәли нигеҙҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Криминаль агрессияның психологик типологияһын эшләне.

Суд-психология һәм комплекслы психологик-психиатрик экспертизаларҙың яңы төрҙәренең методологияһын булдырыусы:

  • ғәйепләнеүселәрҙең физиологик аффектын һәм сикләнгән аҡыллылығын экспертизалау;
  • үҙ-үҙенә ҡул һалған кешеләрҙең үлемдән һуңғы психологик торошон экспертизалау;
  • ата-әсәләр араһында баланы тәрбиәләү тураһындағы бәхәстәр буйынса экспертиза үткәреү;
  • мораль зыянды ҡаплау эштәре буйынса экспертиза;
  • ихтыяр боҙоҡлоғо булған килешеүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыу буйынса экспертиза;
  • телефон һәм финанс мутлашыуҙарынан зыян күреүселәрҙе комплекслы суд экспертизалау[4].

Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге

Юғары уҡыу йорттарында уҡытыу стажы 30 йылдан ашыу. 1993 йылдан алып Сербский үҙәге базаһында медицина һәм суд психологияһы буйынса белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү курстарын алып бара. Бер фән докторы һәм 6 фән кандидаты әҙерләгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәк билдәһе (2021)[2].
  • Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе (2004).
  • Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Почёт грамотаһы (2008).
  • «МДППУ-ның почётлы профессоры» маҡтаулы исеме[5].

Ғилми хеҙмәттәре

400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы[6].

Төп монографиялары һәм дәреслектәре

  • Судебно-психологическая экспертиза в уголовном процессе: научно-практическое пособие. — М.: Смысл, Гардарика, 1998. — 192 с.
  • Клиническая психология в экспертной практике: учебно-методическое пособие. — М.: МГППУ, 2002. — 119 с.
  • Психология криминальной агрессии: монография. — М.: Смысл, 2003. — 300 с.
  • Медицинская и судебная психология: курс лекций / под ред. Т. Б. Дмитриевой, Ф. С. Сафуанова. — М.: Генезис, 2004 (2016). — 606 с.
  • Практикум по судебно-психологической экспертизе. — М.: Смысл, МГППУ, 2007. — 120 с.
  • Психолого-психиатрическая экспертиза по судебным спорам между родителями о воспитании и месте жительства ребёнка. — М.: Генезис, 2011 (2016). — 192 с.
  • Судебно-психологическая экспертиза: учебник для вузов. — М.: Юрайт, 2014 (2023). — 309 с.
  • Комплексная судебная психолого-психиатрическая экспертиза: учебник для вузов. — М.: Юрайт, 2024.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Сафуанов Фарит Суфиянович. Национальный психологический журнал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
  2. ↑ 1 2 3 Сафуанов Фарит Суфиянович. МГППУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
  3. ↑ Сафуанов Фарит Суфиянович. Психологическая газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
  4. ↑ Ф. С. Сафуанов, В. В. Широкова. Комплексная судебная психолого-психиатрическая экспертиза жертв телефонного мошенничества: экспертные оценки. Психология и право (2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
  5. ↑ Редакционная коллегия. Психологические исследования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
  6. ↑ Сафуанов Фарит Суфиянович. Издательство «Юрайт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.

Тема буйынса өҫтәмә