Шиһабетдин Шәһәр

Шиһабетдин Шәһәр (тулы исеме Шәһәретдинов Шиһабетдин Шәһәретдин улы; 17 апрель 1904 йыл21 октябрь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы

Шиһабетдин Шәһәретдин улы Шаһәретдинов 1904 йылдың 17 апрелендә Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙе Сирмешән ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған[2].

12 йәшенән байҙарға ялланып эшләй. 1918 йылдан Мәскәү заводтарында, 1921 йылдан — Архангельск ағас эшкәртеү заводында хеҙмәт һала. 1922 йылдан —яңынан Мәскәүҙә, бында фабрикаға эшсе булып урынлаша.

«Башҡорт милләтсеһе» булараҡ репрессиялана. 1938 йылдың апрелендә ҡулға алына һәм хөкөм ителә, әммә шул уҡ йылдың авгусында аҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң фронтҡа китә. 1941 йылдың 21 октябрендә һәләк була.

Әҙәбиәт

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Кулибай С. Төрлө һуҡмаҡтар. Өфө, 1963