Шәйхетдинов Фларис Рифҡәт улы
Фларис Рифҡәт улы Шәйхетдинов (рус. Фларис Рифкатович Шайхетдинов ; 1964 йылдың 28 декабре, Иҫке Күктау, Башҡорт АССР-ы) — инженер-механик, юрист, иҡтисадсы-ғалим, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 2018 йылдан – «Башсельхозтехника» машина-технология компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, 2021 йылдан – бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1][2]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006).
Биографияһы
Шәйхетдинов Фларис Рифҡәт улы 1964 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Илеш районы Иҫке Күктау ауылында тыуған[1].
Юғары белемде «инженер-механик» һөнәре буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ала[3] (1987)[2].
Хеҙмәт юлын Краснокама районының «Мир» колхозына баш инженер булып башлай. 1989—1994 йылдарҙа Илеш районының «Урожай» колхозында баш инженер, һуңынан бер йыл — «Юпитер» кесе предприятиеһы директоры.
1995—1998 йылдар — Илеш район хакимиәтенең ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығының баш инженеры, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары.
1998—2000 йылдар — «Илешмясо» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, аҙаҡтан бер ни тиклем ваҡыт район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы була.
2001—2008 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары, министрлыҡтың Аҙыҡ-түлек баҙарын үҫтереү һәм тармаҡ союздары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы. Ошо йылдарҙа икенсе юғары белем ала — Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын юрист һөнәре буйынса тамамлай (2008).
2008 йылда бер аҙ «Полиэф Инвест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры советнигы булып эшләп ала, һуңынан 2010 йылға тиклем «Селена-Агро» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең производство буйынса директоры. Шул уҡ йылда бер ни тиклем «Илиш-Агро» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең үҫеш буйынса директоры вазифаһын биләгәндән һуң, 2012 йылға тиклем «Башзооветснаб» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, генераль директоры була.
2012—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары[4].
2014—2018 йылдарҙа «Башагропродукт» аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү республика агентлығы дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры.
2018 йылдан — «Башсельхозтехника» ауыл хужалығы дәүләт унитар предприятиеһының (2023 йылдан алып — «Башсельхозтехника» машина-технология компанияһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәт) генераль директоры.
2021 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты (бер үк ваҡытта)[2].
2023 йылда бер мандатлы Чеверёв һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы[1].
Ғаиләһе
Ҡатыны менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Ауылдарҙы үҫтереү буйынса республика проекты «Атайсал»да ҡатнашыусы[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены;
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006)[6];
- Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы;
- Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы;
- Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Фиҙаҡәрлек өсөн» миҙалы;
- Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәте.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Депутаты. Шайхетдинов Фларис Рифкатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Лица Партии: Шайхетдинов Фларис Рифкатович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
- ↑ 1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2026)
- ↑ Фларис Шайхетдинов назначен замминистра сельского хозяйства Башкирии. Сайт ООО «Информационные системы» (2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
- ↑ Шайхетдинов Фларис Рифкатович. Благоустройство родного села. Сайт проекта «Атайсал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Хайретдинова. 118 лучших работников АПК Башкортостана сегодня получили в Доме республики высокие награды. ИА «Башинформ» (27 октябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Заботясь об интересах людей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2026)