22 ноябрь
22 ноябрь (рус. 22 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 326-сы көнө (кәбисә йылында 327-се). Йыл тамамланыуға 39 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Бөтә донъя улдар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар, лeкcикoгpaфтар көнө.
АҠШ: Көс ҡулланыуға ҡаршы көрәш көнө.
Албания: Алфавит көнө.
Испания: Музыка көнө.
Канада: Торлаҡ стратегияһы көнө.
Ливан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Сингапур: Оләсәй һәм олатайҙар көнө.
Япония: Яҡшы ғаилә парҙары көнө
Рәсәй Федерацияһы:
- Психологтар көнө.
- Канифоль менән эшләүселәр көнө.
Коста-Рика: Уҡытыусылар көнө.
Ҡырғыҙстан: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
Әзербайжан: Юстиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Әрмәнстан: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1497 йыл: Португалия диңгеҙ сәйхәтсеһе Васко да Гама Изге өмөт моронон урап уҙа.
- 1906 йыл: Рәсәй империяһында Пётр Столыпиндың аграр реформаһы тормошҡа ашырыла башлай.
тулы исемлек
- 1918 йыл: Польшала республика иғлан ителә.
- 1960 йыл: Мәскәүҙе түңәрәкләп урап үтеүсе автомобиль юлының беренсе сираты файҙаланыуға тапшырыла.
- 1960 йыл: Запорожье автомобиль заводында тәүге «Запорожец» еңел автомобиле эшләп сығарыла.
- 1975 йыл: «Белорет — Шишмә» тимер юлы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1993 йыл: Өфө нефть институты Өфө дәүләт нефть техник университеты итеп үҙгәртелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Солтанова Линера Байраҡ ҡыҙы (1960), ғалим-философ. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты, 1997 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты, 2005 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2005). Сығышы менән Свердловск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сыртланова-Шляхтина Елизавета Александровна (1881—11.12.1961), театр актёры, режиссёр, тәржемәсе. 1931 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, 1933—1938 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры режиссёры, 1939—1948 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943).
- Пономарёв Олег Александрович (1936), юғары мәктәп һәм фән ветераны, ғалим-физик. 1968 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты ғилми хеҙмәкәре, 1980—1999 йылдарҙа — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының лаборатория мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1990), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла улы (1946), фән һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан филология факультетының декан урынбаҫары, 1990 йылдан — башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, 2000 йылдан — 20-се быуатҡа тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһы, 2013 йылдан — башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлегенең академик секретары. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), Халыҡ-ара төрки академияһы академигы. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019). Жәлил Кейекбаев (2001), Мәжит Ғафури (2010) һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2011, 2013) исемендәге премиялар лауреаты.
- Шафиҡова Вера Глебовна (1956), комсомол, партия, муниципаль хеҙмәт һәм дәүләт органдары ветераны. 1980 йылдан ВЛКСМ-дың Нефтекама ҡала комитетының беренсе секретары; 1986 йылдан КПСС-тың ҡала комитеты инструкторы; 1990 йылдан ҡала мэры һәм ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары; 1999—2016 йылдарҙа — Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Нефтекама ҡалаһындағы муниципаль-ара бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Ореховка ауылынан (1970-се йылдарҙа бөткән).
- Мостафина Дилбәр Радик ҡыҙы (1961), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 2005 йылдан Ишембай район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы, 2007—2010 йылдарҙа — Ишембай район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары; 2012 йылдан Салауат ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006). Башҡортостан Республикаһының (2016) һәм Рәсәй Федерацияһының (2017) иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Филимонов Александр Николаевич (1927—17.08.1999), инженер, нефтсе. 1956 йылдан «Туймазабурнефть» тресының быраулаусы ярҙамсыһы, 1957 йылдан өлкән инженер, 1958 йылдан — профсоюз комитеты рәйесе, 1963 йылдан — 1-се быраулау контораһының цех начальнигы; 1964 йылдан «Тюменнефтегазразведка» берекмәһенең «Сургутбурнефть» тресы Усть—Балык быраулау контораһы директоры; 1971 йылдан — Нефтеюганск быраулау эштәре идаралығы директоры; 1977 йылдан «Урайнефтегаз» производство берекмәһенең генераль директоры; 1982—1987 йылдарҙа «Юганскнефтеспецстрой» тресы идарасыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1968) һәм почётлы нефтсеһе (1970). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы (1937), ғалим-иҡтисадсы, нефтсе-геолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист. 1960—1995 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1987—1992 йылдарҙа — генераль директор урынбаҫары. «Башкирская нефть» тарихи-иҡтисади йыйынтығын төҙөүсе. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2018).
тулы исемлек
- Зюзюлькин Георгий Семёнович (1937), инженер-геолог. 1965—1999 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының өлкән инженер-геологы, бүлек начальнигы урынбаҫары һәм геология бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (1997), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1987). Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Немкова Татьяна Ивановна (1937—9.03.2012), канатсы, педагог, йәмәғәтсе. 1956 йылдан Белорет металлургия комбинатының арҡан ишеү машинисы, 1981—1992 йылдарҙа Белореттағы 25-се һөнәрселек училищеһының производствоға өйрәтеү мастеры. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 24-съезы делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), 1-се (1986), 2-се (1981), 3-сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры.
- Рысаев Дамир Ринат улы (1997), спортсы, шашкасы. Рәсәй гроссмейстеры, халыҡ-ара мастер. Дүрт тапҡыр донъя һәм дүрт тапҡыр Европа чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Громыков Михаил Петрович (1923—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1989 йылдарҙа Ишембай быраулау эштәре идаралығы дизелсыһы, өлкән дизелсыһы һәм машинист-дизелсыһы, рационализатор. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Николаевка ауылынан.
- Самсонов Михаил Петрович (1928—?), геолог. 1950 йылдан Туймазы геология-эҙләү контораһы коллекторы, өлкән геологы, 1962—1989 йылдарҙа — өлкән геологы, тематик партия начальнигы, геология бүлеге начальнигы; 1960—1962 йылдарҙа Бәләбәй геология-эҙләү контораһы геологы һәм өлкән геологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған геологы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Покровка ауылынан.
тулы исемлек
- Аллағолов Фәнил Ниғмәт улы (1948), педагог, баянсы-музыкант. 1971 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1976—2011 йылдарҙа Балалар ижад йорто директоры. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987). Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
- Йомағужина Нәркәс Әхәт ҡыҙы (1983—7.01.2023), театр артисы. 2006 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021). «Иң яҡшы йыл актёры» (2008, 2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Задорнов Николай Павлович (1909—18.09.1992), рус совет яҙыусыһы. 1935—1937 йылдарҙа Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй: «Белорецкий рабочий» гәзитенең хеҙмәткәре, 1936 йылдан «Красная Башкирия» (хәҙерге «Республика Башкортостан») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була. XIX быуаттың 60-сы йылдарында Белорет заводында булған ваҡиғаларҙы сағылдырған «Мәғәсүм менән Гурьяныч» («Могусюмка и Гурьяныч»; 1956) исемле повесть авторы. Латвия ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1969). Сталин премияһы лауреаты (1952). Сығышы менән Пенза ҡалаһынан.
- Сәғитов Хәйрулла Ғилман улы (1914—9.08.1994), ауыл һәм урман хужалығы, партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Буслаев Юрий Александрович (1929—16.02.2001), химик-неорганик-ғалим. СССР Фәндәр академияһы (1984), Рәсәй Фәндәр академияһы (1991) һәм Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Химия фәндәре докторы (1960), профессор (1975). Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1976, 1986), Л. А. Чугаев исемендәге премия (1985) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), Халыҡтар Дуҫлығы (1979), «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары һәм Рәсәй Федерацияһының Почёт (1999) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Сызрань ҡалаһынан.
- Глухарёв Иван Александрович (1929—22.11.2013), агроном. 1981—1990 йылдарҙа Кушнаренко районы «Кушнаренко» совхозының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Буғабаш ауылынан.
- Ғимранов Эрнст Ғайса улы (1939), инженер-механик-ғалим. 1965 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—1995 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992).
- Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (1939), педагог-методист-ғалим. 2005 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса лингвометодик үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 2010—2012 йылдарҙа башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре докторы (2011). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984).
- Катаев Николай Анатольевич (1939—6.01.2023), хоҡуҡ белгесе-ғалим, эске эштәр органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1988—1996 йылдарҙа СССР, артабан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. Эске хеҙмәт генерал-майоры (1992). Юридик фәндәр докторы (2004), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
- Малышев Николай Иванович (1949—3.01.2018), хәрби хеҙмәткәр, педагог. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан осоусы. Полковник. 1992—1993 йылдарҙа Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы уҡытыусыһы. Советтар Союзы Геройы (1987). Сығышы менән хәҙерге Амур өлкәһенең Сағур ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1801 йыл: Владимир Даль, Рәсәй империяһы ғалимы, яҙыусы һәм лексикограф.
- 1890 йыл: Шарль де Голль, Франция сәйәсмәне, генерал.
тулы исемлек
- 1916 йыл: Греку Михаил Григорьевич, СССР рәссамы.
- 1934 йыл: Анатолий Поперечный, СССР һәм Рәсәй шағиры, йыр текстары авторы.
- 1939 йыл: Михаил Полторанин, СССР һәм Рәсәй журналиси, дәүләт эшмәкәре.
- 1943 йыл: Билли Джин Кинг, АҠШ тенниссыһы.
- 1916 йыл: Джек Лондон, АҠШ яҙыусыһы.