Улдар көнө
Улдар көнө (рус. День сыновей; ингл. International Sons Day) — төрлө йәштәге ир-атҡа арналған халыҡ-ара байрам. 2021 йылдан алып Рәсәйҙә йыл һайын 22 ноябрҙә йәки 25 ноябрҙә билдәләнә. Башҡа илдәрҙә байрам итеүҙең төрлө даталары нығытылған. Рәсми булмаған көн, илдең календарь байрамдары исемлегенә инмәй, ял көнө булып тормай.
Тарихы
1930 йылдарҙан башлап АҠШ-та 28 октябрҙә йыл һайын «Милли улдар көнө» һәм 11 августа «Милли ул һәм ҡыҙ көнө» (рәсми көн) билдәләнә. Миссури штатының Сент-Джозеф ҡалаһында йәшәүсе бер кеше ата-әсәләре көнө буйы эштә булып, уларға ваҡыт бүлә алмаған балалар өсөн байрам ойоштора. Артабан был көн йыл һайын билдәләнә башлай[1].
5 майҙа Японияла йыл һайын рәсми рәүештә билдәләнгән «Малайҙар көнө» (Кодомо-но хи) байрам ителә. 1948 йылдан был байрам «Балалар көнө» итеп үҙгәртелә[2][3].
Швецияла «Улдар көнө» (Лангуст көнө) 7 августа билдәләнә[4].
Тринидад һәм Тобаго Республикаһында байрам 22 ноябрҙә үткәрелә[4].
Германияла йыл һайын апрелдә «Малайҙар көнө» билдәләнә[4].
Рәсәйҙә
2017 йылдан алып Яҡутстанда, төбәк башлығы Е. А. Борисовтың башланғысы менән, йыл һайын милли «Улдар көнө» байрамы билдәләнә[5][1].
2021 йылдан башлап бөтә Рәсәй буйынса йыл һайын «Улдар көнө» билдәләнә башлай. Байрам итеүҙең аныҡ датаһы раҫланмаған — йә 22, йә 25 ноябрь. Башлыса 22 ноябрҙә үткәрелә[6].
Был көндө булдырыуҙың маҡсаты — ғаилә ҡиммәттәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен формалаштырыу һәм һаҡлау, шулай уҡ быуындар бәйләнешен нығытыу[5].
Башҡортостанда
Башҡортостанда был көн рәсми байрамдар исемлегенә инмәй, әммә ҡайһы бер муниципаль райондарҙа айырым саралар үткәрелә. 2022 йылда Башҡортостандың Мәсетле районында «Улдар көнө» квесы ойошторола. Ҡатнашыусылар маршрут ҡағыҙҙарында билдәләнгәнсә, әҙәбиәт буйынса белемдәрен күрһәтеп, «Рус фольклоры», «Мажаралы әҙәбиәт», «Әҙәби геройҙарға һәйкәлдәр» станциялары буйлап үтә[7].
Башҡортостандың Яңауыл районы ауыл мәҙәниәт йортонда «Мөһим көн — Улдар көнө» исемле әҙәби сәғәт уҙғарыла. Яңы Сәпәш күп функциялы ауыл клубында уйын программаһы үтә, уның сиктәрендә етеҙлеккә, көскә һәм зирәклеккә ярыштар ойошторола: «Самолёт йый», «Самолётты кем алыҫыраҡ осора», «Ҡаршылыҡ һыҙатын үт», «Кем күберәк», «Эрудит»[8].
2025 йылда Яңауыл районында теләүселәр өсөн «Улым — минең ғорурлығым» онлайн-фотосәғәте ойошторола, унда ата-әсәләрҙең улдары менән төшкән фотоһүрәттәре урынлаштырыла[9].
Бәйле байрамдар
Шулай уҡ төрлө йәштәге ир-ат затына бағышланған түбәндәге халыҡ-ара көндәр бар:
Традициялар һәм саралар
«Улдар көнө»ндә традиция буйынса ғаилә менән киске аштар, бергәләп фильмдар ҡарау, бүләктәр тапшырыу, шулай уҡ күңел асыу парктарына, музейҙарға, кондитер бүлектәренә барыу ойошторола[5][12].
2023 йылда Яр Саллы ҡалаһының «КаМАЗ» мәҙәниәт һарайында «Беҙ һәр саҡ терәк булырбыҙ» исемле әҙәби-музыкаль композиция үтә[13].
2024 йылда төрлө саралар ойошторола[4]:
- Тула өлкәһенең Куркино балалар сәнғәт мәктәбендә «Әсә һәм ул» исемле байрам концерты үтә;
- Төмән өлкәһенең Ҡазан үҙәк район китапханаһында «Мөһим көн — Улдар көнө» исемле байрам сараһында «Ғаилә традициялары» викторинаһы уҙғарыла, ғаилә тураһында очерктар һәм шиғырҙар уҡыла, шулай уҡ робототехникаға (рус.)баш., тарихҡа, астрологияға, шахматҡа һәм башҡа тармаҡтарға бағышланған китап күргәҙмәһе ойошторола.
2025 йылда түбәндәге күргәҙмәләр ойошторола:
- Свердловск өлкәһенең Сысерть ҡалаһында П. П. Бажов исемендәге Балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһында «Бөтә ғаилә өсөн китап хазиналары» исемле күргәҙмә-асыш үтә[14];
- Мурманск өлкә художество музейында Виктор Саввичтың Кукольдең «Улдың портреты. Алёшка» (1969) исемле бер картина күргәҙмәһе тәҡдим ителә[15].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 День сыновей 2025: дата, как отмечают в России и в мире, традиции, что подарить. 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ День сыновей – история и традиции праздника, который россияне отмечают 22 ноября – Учительская газета (22 ноябрь 2025). 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Международный день сыновей 22 ноября: поздравления и идеи как отметить. 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 День сыновей в России: история трогательного праздника, как поздравить мальчика и мужчину (22 ноябрь 2024). 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Международный день сыновей 2024 в России: какого числа отмечают и какие традиции у праздника. 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Кузнецова, Дарья. 22 ноября – День сыновей: история и традиции праздника в России и мире (22 ноябрь 2023). 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Квест «День сыновей» 2022, Мечетлинский район — дата и место проведения, программа мероприятия.. 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Наина Курбанова. День сыновей в России: история трогательного праздника, как поздравить мальчика и мужчину. iz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Онлайн фотовыставка ко Дню Сыновей «Сын — моя гордость» 2025, Янаульский район — дата и место проведения, программа мероприятия.. 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Редакция Вести.Ру. Международный мужской день: история, смысл и идеи для 2025 года. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Всемирный день мужчин 2025: какого числа, история и традиции праздника. 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Отмечаем добрый семейный праздник — День сыновей (22 ноябрь 2023). 7 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Прямые трансляции: смотреть онлайн и бесплатно трансляции и записи концертов, лекций, фестивалей в разделе «Культурный стриминг». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Админ. 22 ноября — День сыновей — Библиотека для детей и юношества им. П.П. Бажова. bibl-bazhov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Выставка «Живопись Виктора Саввича Куколя (Род. 1936). Ко Дню сына. Из собрания музея». artmmuseum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.