Малышев Николай Иванович
Малышев Николай Иванович (22 ноябрь 1949 йыл — 3 ғинуар 2018 йыл) — совет хәрби офицеры, полковник, хәрби юғары уҡыу йорто уҡтыусыһы, профессор. Афған һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1987). 1975 йылдан КПСС ағзаһы.
Биографияһы
Николай Иванович Малышев 1949 йылдың 22 ноябрендә Сагур руднигында (Хәҙерге Амур өлкәһе Селемджин районы) тыуған. Бала һәм үҫмер сағы Ульяновск өлкәһе Цильнин районы Кашинка ауылында үтә. Кашинка башланғыс, Цильнин урта мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт юлын мәктәптән һуң слесарь булып башлай.
1968 йылда Малышев Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1974 йылда Сызрань юғары хәрби авиация летчиктар училищеһын[1], 1985 йылда — политсостав әҙерләү академик курстарын тамамлай. 1982—1983 һәм 1985—1986 йылдарҙа Афғанстанда командировкала була[2].
Афғанстанда хеҙмәт иткән ваҡытта дөйөм иҫәбе 820 сәғәттән ашыу булған 780 хәрби осош яһай. 40-сы армияның вертолет эскадрильяһы командирының сәйәсәт урынбаҫары вазифаһын үтәй. Ғәзни — Ҡабул — Мазари-Шәриф маршруты буйынса барған колоннаға моджахедтар һөжүм итә һәм бер нисә машинаны, бронетранспортерҙы һәм танкты яндырып өлгәрә. Колоннаны оҙатып барған Малышев һөжүм иткән афғандарға ут аса, ярҙамға ике «Миг-17» самолеты килеп еткәнсе бер үҙе алыша. Был алышта 400-гә яҡын моджахед юҡ ителә. Малышевтың ҡаһарманлығы колоннаны тулыһынса юҡ итеүҙән ҡотҡарып ҡала[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1987 йылдың 13 ғинуарындағы указы Менән «Афғанстан Демократик Республикаһына интернациональ ярҙам күрһәткәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» майор Николай Малышевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм 11554 номерлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Хәрби хеҙмәттән полковник дәрәжәһендә запасҡа сыҡҡандан һуң Воронежда йәшәй, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә[2]. Хәрби-һауа көстәре "Профессор Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы"ның Воронежда урынлашҡан хәрби уҡыу-ғилми үҙәгенең армия авиацияһы тактикаһы кафедраһында профессор дәрәжәһендә уҡыта[3].
2018 йылдың 3 ғинуарында Саранск — Сурское — Ульяновск трассаһының 88—се километрында (Дубенский районы) ҡатыны менән бергә юл — транспорт фажиғәһендә һәләк була. Воронежда Коминтерн зыяратының дан аллеяһында ерләнгән[4].
Наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ В. П. Куницын, В. М. Толкачев. Военный городок: от Усть-Двинского пехотного полка до вертолётного училища. — Сызрань: Ваш Взгляд, 2013. — 256 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-904048-35-8.
- ↑ 1 2 3 4 Малышев Николай Иванович. «Герои страны» сайты.
- ↑ В первом смертельном ДТП-2018 в Мордовии погибли Герой Советского Союза и его жена
- ↑ С прискорбием сообщаем: Героя Советского Союза Николая Малышева похоронят на Аллее Славы Коминтерновского кладбища в Воронеже | Обозреватель.Врн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2018. Архивировано 5 ғинуар 2018 года.
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.