3 ғинуар
3 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома и Шәмбе |
---|---|
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
3 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 3-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 362 көн ҡала (кәбисә йылында 363).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1870: Нью-Йорк ҡалаһындағы Бруклин күперен төҙөү башлана.
- 1934: СССР-ҙа самолёттарҙы радиолокация ысулы менән асыҡлау системаһы уңышлы һынау үтә.
тулы исемлек
- 1959: Аляска АҠШ-тың 49-сы штаты итеп иғлан ителә.
- 1961: АҠШ Куба менән дипломатик бәйләнештәрен өҙә.
- 1977: Американың «Apple» фирмаһы үҙенең беренсе компьютерын эшләп сығара.
- 1993: Мәскәүҙә Рәсәй һәм АҠШ араһында стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын артабан ҡыҫҡартыу һәм сикләү тураһында килешеү төҙөлә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горчаковский Павел Леонидович (1920—4.06.2008), геоботаник-ғалим. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1994), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1990), биология фәндәре докторы (1953), профессор (1954). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Урал һәм уға яҡын биләмәләр флораһы һәм үҫемлектәр донъяһының формалашыу этаптарын өйрәнеүсе, Башҡортостан территорияһында ботаник-географик районлаштырыу үткәреүсе. В. Н. Сукачёв исемендәге премия лауреаты (2001). Почёт ордены кавалеры (1999). Сығышы менән Красноярск ҡалаһынан.
- Скрипиль Валентин Иванович (1920—3.07.1998), тау инженеры. 1949—1986 йылдарҙа «Башкиргеология» беремәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965 йылдан — геология бүлеге начальнигы, 1977—1986 йылдарҙа — геологик фонд бүлеге начальнигы. Ленин премияһы лауреаты (1961). Сығышы менән Краснодар ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Миңлеғәзимов Мәғсүм Ғәббәс улы (1925—25.10.1982), ғалим-инженер механик. 1972—1982 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан — нефть промыслаһы механикаһы кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (1977), профессор. (1980). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Мәтәүтамак ауылынан.
- Рәмиев Мәзит Кәлимулла улы (1930—11.06.1999), ғалим-инженер технолог. 1961 йылдан хәҙерге Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының (ИПТЭР – Институт проблем транспорта энергоресурсов) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1972 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — лаборатория мөдире, 1987 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1982). СССР Министрҙар Советы (1983) һәм И. М. Губкин исемендәге (1983) премиялар лауреаты.
- Заруцкий Дмитрий Степанович (1945), хужалыҡ эшмәкәре. 1988—2005 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәте филиалы — Яңы Салауат ТЭЦ-ы директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1993), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ энергетикаһы министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Түбәнге Аҡбирҙе ауылынан.
- Хәбибуллин Исмәғил Тәлғәт улы (1955), ғалим-математик. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2006 йылдарҙа дифференциаль тигеҙләмәләр кафедаһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992 йылдан — Математика институтында өлкән, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
- Кәримов Салауат Ғайса улы (1960), яҙыусы, журналист, тәржемәсе һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2007 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыhы» журналының баш мөхәррире, бер үк ваҡытта 2008—2016 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
- Фирҙәт Ғәлиев (1965), театр актёры, радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусы. 2004 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының «Даирә» ижади берекмәһе комментаторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1996).
- Кәбирова Миләүшә Фәүзи ҡыҙы (1970), ғалим-стоматолог, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (2011), профессор (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Торналы ауылынан.
- Кокорин Виталий Васильевич (1975), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (1993). «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси ярышта Рәсәй чемпионы (1994—1995), команда ярышында Рәсәй кубогын яулаусы (1995). Үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1991). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йомағолов Харис Йомағол улы (1891—2.11.1937), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә һәм Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1919 йылдың майынан — Башревком рәйесе, бер үк ваҡытта сентябрь—ноябрҙә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Һөнәрғолов Тимерхан Сәлимйән улы (1931—5.01.1976), патологоанатом-ғалим, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1955 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1963 йылдан педиатрия факультеты деканы; 1965 йылдан — патологик анатомия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1968 йылға тиклем уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. 1965 йылдан Башҡортостан патологоанатомдары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шишмә ауылынан.
тулы исемлек
- Плеханова Надежда Андреевна (1936), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977–1991 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының 13-сө мәктәбе (хәҙер Советтар Союзы Геройы Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназия) директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан уҡытыусыларының VIII съезы делегаты.
- Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы (1946), Башҡортостан радиоһы һәм телевидение дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Лотфуллин Миҙхәт Ҡәүи улы (1946), хеҙмәт ветераны, Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (1951), журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Республикаһының Журналистар (1986) һәм Яҙыусылар (2006) союздары ағзаһы.
- Дәүләтшин Марат Булат улы (1951), хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер-төҙөүсе. Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фондының элекке генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003 йылдар) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәйҙең почётлы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, хәрби төҙөлөш отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.
- Харисов Фәрис Фәхрәз улы (1956), ғалим-педагог, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1997 йылдан Татарстан Республикаһының мәғариф министры; 2004 йылдан Мәскәү асыҡ университеты проректоры, 2006 йылдан — Федераль мәғарифты үҫтереү институты директоры, 2009 йылдан — «Здоровьесберегающее образование» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2001), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Истәк ауылынан.
- Фәрхетдинова Ләйлә Морат ҡыҙы (1961), ғалим-терапевт. 1986—1994 йылдарҙа Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәлмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2008), профессор (2016). Ғалим-геолог академик Морат Камалетдиновтың ҡыҙы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы (1922—20.03.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1985 йылдарҙа Благовар районының «Октябрь» колхозы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Әҙеһәмова Рәбиғә Йыһанша ҡыҙы (1927—2017), элемтә тармағы хеҙмәткәре. 1950—1983 йылдарҙа Баймаҡ элемтә бүлегенең телеграфист-телефонисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Әминева Ғәтифә Зекрей ҡыҙы (1937—1996), педагог. Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең элекке математика уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ишмөхәмәтов Рауил Абдрахман улы (1942—3.03.2004), нефтехимик. 1962—2003 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылынан.
- Соловьев Вячеслав Кириллович (1942—2009), спортсы, парашют спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.
- Хужин Валерьян Дәүләтша улы (1942—18.02.2002), ғалим-агроном-иҡтисадсы. 1988 йылдан халыҡ депутаттарының Бөрө район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 йылдан — район хакимиәте башлығы. 1998 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директорының 1 се урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982), иҡтисад фәндәре докторы (1999). Рәсәйҙең (1995) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Шәрип ауылынан.
- Абдрахманов Әнүәр Муллағәли улы (1947), педагогик хеҙмәт һәм сауҙа өлкәһе ветераны. 1986 йылдан «Башпотребсоюз» идараһы рәйесе урынбаҫары; 2007 йылдан Башҡортостан кооператив техникумы директоры. Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.
- Батырова Фәһимә Мансур ҡыҙы (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, фельдшер. Яңауыл районы Һандуғас ауылы фельдшер-акушер пунктының элекке мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре.
- Ғәлин Заһир Әҡсән улы (1947), комсомол, партия, ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте, юғары мәктәп ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 1990 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесенең 1-се урынбаҫары; 1992—1995 йылдарҙа Әбйәлил районы хакимиәте башлығы; 1995—2003 йылдарҙа «Башводмелиорация» проект-төҙөлөш-эксплуатация берекмәһенең генераль директоры; 2003 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, ситтән тороп уҡыу факультеты деканы, 2009 йылдан менеджмент һәм маркетинг кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
- Ғәлләмова Фәнирә Сәлих ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны һәм малсылыҡ алдынғыһы. 1966—2002 йылдарҙа Дүртөйлө районының Башҡорт АССР-ының 50 йыллығы һәм Х. Вәлиев исемендәге колхоздың машина менән һыйыр һауыу операторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1982), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1973). Сығышы менән ошо райондың Исмаил ауылынан.
- Климин Юрий Викторович (1952), хеҙмәт ветераны. «Баштрансгаз» берекмәһенең элекке электромонтеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
- Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табип-акушер-гинеколог, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Өфөнөң 1-се бала табыу йорто, 1978–1988 йылдарҙа 4-се бала табыу йортоноң табип-акушер-гинекологы, 1988–2008 йылдарҙа – баш табип урынбаҫары; 2013 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Рәсәйҙең 8-се саҡырылыш Дәүләт думаһы, Башҡортостан Республикаһының 4–6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылынан.
- Аҡбулатов Вячеслав Тимерьянович (1957), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. Шаран районының Яңы Байгилде ауыл старостаһы, элекке механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Вәлиев Рәфит Рафаэл улы (1957), уҡытыусы-тренер. 1981 йылдан Салауат ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре уҡытыусыһы, 1987 йылдан балалар-үҫмерҙәр спорт-техник мәктәбе, 2003—2016 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Снайпер» мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың физик культура һәм спорт отличнигы (1991), Башҡорт АССР-ының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Күсәкәй ауылынан.
- Саҙретдинова Ләлә Ибраһим ҡыҙы (1957), хеҙмәт ветераны. Ҡыйғы районы ауыл хужалығы идаралығының элекке баш агрономы, район орлок инспекцияының элекке етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәбитова Рәфиға Ильяс ҡыҙы (1933—27.10.2009), малсы. 1950—1988 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Иҫәнгилде ауылынан.
- Козлов Евгений Григорьевич (1933—12.07.2016), тау саңғыһы спорты буйынса тренер. 1957 йылдан Өфөлә «Урожай» һәм «Труд» ирекле спорт йәмғиәттәре, 1977 йылдан «Зенит» ирекле спорт йәмғиәтенең Махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр Олимпия резервы мәктәбе, 1987—1994 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы профсоюздары спорт йәмғиәтенең, бер үк ваҡытта 1988—1989 йылдарҙа фристайл буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм иң яҡшы (1989) тренеры.
тулы исемлек
- Юзиев Илдар Ғәфүр улы (1933—21.12.2004), Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры (1993), драматург, йәмәғәтсе. РСФСР-ҙың (1983) һәм Татар АССР-ының (1979) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт (1980) һәм Муса Йәлил исемендәге республика (1968) премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Ямаҙы ауылынан.
- Ғазина Мәрйәм Фәхрәзи ҡыҙы (1938—2021), педагог. 1960—1997 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 3-сө урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Сығышы менән Баймаҡ районының Ғәҙелша ауылынан.
- Годуленко Валерий Петрович (1948), табиб. 1975—2017 йылдарҙа Күмертау ҡала балалар дауаханаһының табиб-психиатры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Некрасов Николай Кузьмич (1948), агроном. 1978—2012 йылдарҙа Ауырғазы районы «Знамя» хужалығы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы (2010). Сығышы менән ошо райондан.
- Лоҡманова Рәүзилә Нурулла ҡыҙы (1953), педагог. 1970—2012 йылдарҙа Шаран районы Түбәнге Зәйет урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Райманов Миҙхәт Рифҡәт улы (1958), аппаратсы. 1978—2007 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе машинисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Сәйетбай ауылынан.
- Ғилманова Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы (1963), ғалим-географ, геоморфолог. 1980 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты, 1986 йылдан «Нефтеотдача» ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1991 йылдан «Нефтегазтехнология» ғилми-производство берекмәһенең төп геологы, 1997 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — баш технолог, 2003 йылдан — директор урынбаҫары, 2015 йылдан — директор. Техник фәндәр докторы (2006), профессор (2010).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Михайлов Михаил Ларионович (1829—2.08.1865), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, тәржемәсе, публицист. Диңгеҙ министрлығы ҡушыуы буйынса 1856—1857 йылдарҙа Ырымбур губернаһына экспедиция ойоштороусы, башҡорттарҙың фольклоры һәм этнографияһы буйынса материалдар йыйыусы. 1860 йылдарҙағы революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусы. 1861 йылда дәүләткә ҡаршы прокламациялар төҙөп таратҡаны өсөн ҡулға алына һәм алты йылға каторга эштәренә хөкөм ителә, ғүмерлеккә Себергә һөргөнгә ебәрелә. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Уйылданов Ибраһим Ҡаһарман улы (1909—1974), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Баймаҡ районы колхоздарының элекке рәйесе, Баймаҡ МТС-ы директоры; 1941—1949 йылдарҙа «Заготзерно» Бөтә Союз берекмәһенең район контораһы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ярат ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы (1914—24.12.1996), театр артисы, бейеүсе, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1975 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Абелев Элья Хононович (1919—10.10.1985), спортсы, тренер, йәмәғәтсе. 1945—1979 йылдарҙа «Динамо» ДСО-һының Башҡортостан өлкә советы тренеры, өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1945—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы йыйылма командаһының баш тренеры һәм Республика спорт гимнастикаһы федерацияһы рәйесе. Спорт гимнастикаһы буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1968), республика категорияһындағы судья (1960). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Бобруйск ҡалаһынан.
- Рәхмәтуллин Рафаэль Ғиниәт улы (1929—01.2011), театр актёры, режиссёр. 1963—2002 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Магнитогорск металлургия комбинаты Мәҙәниәт һәм техника һарайының художество етәксеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Магнитогорск ҡалаһының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Сураш ауылынан.
- Андресон Борис Арнольдович (1939—3.05.2004), тау инженеры-ғалим. 1973—2004 йылдарҙа БашНИПИнефть институтының ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Тбилисский станицаһынан.
- Вәлиев Мөҡәтдис Шәкүр улы (1939), төҙөүсе. 1966 йылдан «Башнефтепромстрой» тресы мастеры, прорабы, 1972 йылдан «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы Төҙөлөш-монтаж идаралығының баш инженеры, НГДУ начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Үрге Ташлы ауылынан.
- Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы (1949), инженер-механик, партия, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1991—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Түләүле хеҙмәттәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1999—2000 йылдарҙа Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡортостандың хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.
- Заикин Николай Викторович (1949), монтажсы. Күмертау ҡалаһының «Коммунальник» муниципаль унитар предприятиеһының элекке мастеры. Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Йыһаншин Фаил Сафи улы (1949), иҡтисадсы, сауҙа өлкәһе, партия, дәүләт һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. 1987 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының сауҙа бүлеге мөдире, 1995 йылдан «Башхладокомбинат» сауҙа-сәнәғәт фирмаһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Миәкәтамаҡ ауылынан.
- Сөләймәнов Рим Солтан улы (1949), нефтсе-ғалим. 1986—2012 йылдарҙа «Газпром добыча Уренгой» йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәйҙең Тау академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың газ сәнәғәте (1984) һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998). СССР-ҙың Дәүләт (1987), Ленин комсомолы премиялары (1981) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), 3-сө һәм 4‑се (1999) дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1996) ордендары кавалеры.
- Марсель Сәлимов (1949), сатирик һәм юмористик шағир һәм яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәтсе. 1980—2010 йылдарҙа «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1996—2006 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2021). Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Алеко» Халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Болгария, 1996), Эрнест Хемингуэй исемендәге (2017), мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм фән өлкәһендәге Евразия халыҡ-ара премияһы (2018) һәм Владимир Набоков исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия (2018), Рәсәй һәм Башҡортостандың төрлө әҙәби премиялары лауреаты. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры.
- Тимершина Филзә Ғәфүр ҡыҙы (1949), китапханасы. 1987 йылдан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры урынбаҫары, 1998—2010 йылдарҙа абонемент бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995).
- Төхватуллин Сибәғәт Абдулғәлим улы (1949), механизатор. Баймаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоздың һәм Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының элекке тракторсыһы; 2000—2009 йылдарҙа «Ишмырҙа» йәмғиәте директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ураҙбаев Булат Насир улы (1949—29.09.2011), тележурналист, йәмәғәтсе. Башҡортостан телерадиокомпанияһы телевидение студияһының элекке комментаторы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1999).
- Кәүсәриә Шафиҡова (1949—4.05.2017), шағир, йырҙар авторы. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге премияһы (1993) һәм Яңауыл районының Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты (1998). Яңауыл районының почётлы гражданы (2005).
- Фәтихова Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы (1954), эстрада артисы. 1975—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012). Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2008).
- Ғәниев Әкрәм Мөхәмәт улы (1959—14.03.2023), статистик, дәүләт хеҙмәткәре. 2005—2023 йылдарҙа Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Новоселова Александра Мухамедшаевна (1964), педагог. Ҡалтасы районы Ҡалтасы ауылы 2-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2003). Сығышы менән ошо райондан.
- Шёрсткина Елена Евгеньевна (1969), педагог. 1996 йылдан Салауат ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылдан — 4-се урта мәктәп директоры, 2015 йылдан — уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006) һәм мәғариф отличнигы (2005). «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы (2007) һәм Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы (Мәскәү, 2007) еңеүсеһе. Башҡортостан уҡытыусыларының 10-сы съезы (2010) делегаты. Сығышы менән Архангельск ҡалаһынан.
- Ғүмәрова Айһылыу Фәүәриз ҡыҙы (1974), театр артисы. Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1906: Анна Мэй Вонг, «Голливуд йондоҙо» булып танылған беренсе Ҡытай кино актрисаһы.
- 1906: Алексей Григорьевич Стаханов, Советтар Союзында «стахановсылар хәрәкәте»н башлаған алдынғы шахтер.
тулы исемлек
- 1925: Ғабдулла Ғәрифуллин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1946), сығышы менән Татарстандан.
- 1925: Григорий Мкртычан, СССР хоккейсыһы һәм тренеры, Олимпия чемпион (1956).
- 1936: Николай Рубцов, СССР шағиры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1501: Алишер Навои, Урта Азия шағиры, суфыйсылыҡ фәлсәфәһе ғалимы.
- 1923: Ярослав Гашек, Чехияның сатирик яҙыусыһы.
тулы исемлек
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]