Ғәниев Әкрәм Мөхәмәт улы
Ғәниев Әкрәм Мөхәмәт улы (рус. Ганиев Акрам Мухаметович; 3 ғинуар 1959 йыл — 14 май 2023 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре. 2005—2023 йылдарҙа Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Дәүләт статистикаһының почетлы хеҙмәткәре.
Биографияһы
Әкрәм Мөхәмәт улы Ғәниев 1959 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Күҫәләр ауылында тыуған. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
- 1981—1983 йылдар — Өфө ҡалаһының 97-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.
- 1983—1994 йылдар — БАССР Статистика идаралығының бүлек етәксеһе, идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары.
- 1994—2000 йылдар — Башҡортостан республика статистика идаралығының (артабан — Башҡортостан Республикаһының Статистика буйынса дәүләт комитеты) етәксе урынбаҫары.
- 2000—2003 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Статистика буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
- 2003—2005 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт статистика комитеты рәйесе.
- 2005 йылдан — Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе.
2023 йылдың 14 майында Өфө ҡалаһында ҡапыл вафат булды[2], Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында ерләнде[3].
Ғилми хеҙмәттәре
- А. Ганиев, И. Утяшева. Демографическое настоящее и будущее Республики Башкортостан. Экономика и управление. 2005;№ 6:80—85.
- А. Ганиев, Г. Аблеева. Формирование системы муниципальной статистики в современных условиях. Экономика и управление. 2008;№ 4:47—51.
тулы исемлек
- А. Ганиев. Подготовка к Всероссийской переписи населения 2010 года в Республике Башкортостан. Экономика и управление. 2009;№ 4:122—125.
- А. Ганиев, Р. Ш. Гатауллин. Становление и развитие статистической службы Башкортостана. Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2010.
- А. Ганиев. Башкортостанстат продолжает цикл тематических изданий. Вопросы статистики. 2018; 25(11):83—86.
Матбуғаттағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр
- Фәнил Ҡоҙаҡаев. Киләсәккә йөҙ тота. «Бәхәскә урын юҡ». «Башҡортостан» — «Йома» гәзите, 2019 йыл, 5 апрель, № 39 (27591)[4].
- Серёгина О. «Подготовка к Всероссийской сельхозпереписи выходит на финишную прямую — Акрам Ганиев». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 февраль[5].
тулы исемлек
- Фаизов А. Акрам Ганиев: «Цель сплошного наблюдения — получить полную и достоверную картину положения малого и среднего бизнеса». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 декабрь[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
тулы исемлек
- СССР Дәүләт статистика комитетының Маҡтау грамотаһы.
- РСФСР Дәүләт статистика комитеты һәм Дәүләт учреждениеләре хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзы Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы.
- Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Маҡтау грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы.
- «Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
- «2006 йылғы Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
- «2010 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
- Рәсәй Федерацияһы Иҡтисад үҫеш Министры рәхмәте.
Хәтер
- 2024 йылдың 25 июнендә Өфөлә Әкрәм Ғәниев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды, ул Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бинаһының фасадына ҡуйылған[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ В Уфе скоропостижно скончался руководитель Башкортостанстата Акрам Ганиев. ИА «Башинформ», 14 мая 2023 года (рус.)
- ↑ В Уфе простились с руководителем Башкортостанстата Акрамом Ганиевым. ИА «Башинформ», 15 мая 2023 года (рус.)
- ↑ Киләсәккә йөҙ тота. «Башҡортостан» гәзите, 2019 йыл, 5 апрель (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2019)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2016)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 декабрь (рус.)
- ↑ В Уфе открыли мемориальную доску в честь заслуженного экономиста Акрама Ганиева. ИА «Башинформ», 25 июня 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2024)
Сығанаҡтар
- «Кто есть кто в Республике Башкортостан» сайтында мәғлүмәт
- Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы сайтында мәғлүмәт 2015 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
Һылтанмалар
- Фаизов А. Акрам Ганиев: «Цель сплошного наблюдения – получить полную и достоверную картину положения малого и среднего бизнеса». «Башинформ» (10 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2015.