Миңлеғәзимов Мәғсүм Ғәббәс улы
Миңлеғәзимов Мәғсүм Ғәббәс улы (рус. Минигазимов Магсум Габбасович; 3 ғинуар 1925 йыл, Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Мәтәүтамаҡ ауылы — 25 октябрь 1982 йыл, Өфө ҡалаһы) — инженер-механик-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1982 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан — нефть промыслаһы механикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1980). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
Мәғсүм Ғәббәс улы Миңлеғәзимов 1925 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[2] Мәтәүтамаҡ ауылда тыуған[3].
1943 йылда 18 йәшендә Ашхабад хәрби-техник училищеһына курсант итеп ҡабул ителә. Дүрт ай уҡығандан һуң 1943—1945 йылдарҙа 2-се Украина фронты составында Румынияны, Югославияны һәм Венгрияны азат итеү өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә[4].
Демобилизацияланғандан һуң 1946 йылда ул саҡтағы Мәскәү нефть институтының Өфө филиалына уҡырға инә. 1950 йылдың июнендә «бик яҡшы» билдәһенә диплом проектын яҡлай һәм Өфө нефть институтын тамамлаған тәүге 14 кеше араһында «нефть һәм газ промыслалары машиналары һәм ҡорамалдары» һөнәре буйынса инженер дипломы ала[4]. Ошо юғары уҡыу йортонда эшкә ҡалдырыла[3].
1954 йылдан — Бөтә Союз нефть һәм газ ғилми тикшеренеү институты хеҙмәткәре[3].
1961 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[4].
1962 йылда Татарстан нефть ғилми тикшеренеү һәм проект институтына нефть һәм газ сығарыу технологияһы лабораторияһы етәксеһе вазифаһына саҡырыла, артабан бүлек начальнигы була[4].
1972 йылдан Өфө нефть институтында гидравлика һәм гидромашина кафедраһы доценты вазифаһында эшләй[3].
1977 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4].
1979 йылдан — нефть промыслаһы механикаһы кафедраһы мөдире. 1980 йылдан — профессор[3].
1982 йылдың 25 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғилми хеҙмәттәре нефтте сығарыу һәм ташыу проблемаларына арналған. Ғалим ҡатнашлығында скважиналарҙы эксплуатациялауҙың газ-лифт ысулы табылған, үткәргес торбаларҙағы Ньютондыҡы булмаған шыйыҡсаларҙың инвариант реологик параметрҙарын табырға мөмкинлек биргән иҫәпләү моделе әҙерләнгән[5].
Уйлап табыуҙары нефть сығарыу сәнәғәте һәм үткәргес торбалар транспорты предприятиеларында индерелгән[4].
110-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы[4].
Ҡайһы бер хеҙмәттәре
- Некоторые проблемы гидравлических расчетов в трубопроводном транспорте нефти : диссертация ... доктора технических наук : 05.00.00. — Уфа, 1975. — 248 с. : ил.
- Добыча нефти : [сборник статей / ответственный редактор М. Г. Минигазимов]. — 67 с., [1] л табл. — (Исследователи ― производству ; вып. 3).
- Добыча нефти : [сборник статей / под редакцией М. Г. Минигазимова]. — 82 с., [2] л табл. — (Исследователи ― производству ; вып. 13).
- Вопросы интенсификации процессов добычи и совершенствования технологии подготовки нефти: Сборник трудов / М-во нефт. пром-сти. Объединение «Татнефть». Татар. гос. науч.-исслед. и проектный ин-т нефт. пром-сти «Татнипинефь». - Альметьевск : [Татнипинефть], 1973. - 211 с. с ил.; 1 л. табл.
Уйлап сығарыу буйынса патенттары
- Устройство для измерения деформации труб в скважине. ОПИСАНИЕ ИЗОБРЕТЕНИЯ К АВТОРСКОМУ СВИДЕТЕЛЬСТВУ 456889. Дополнительное к авт. свид-ву. Заявлено 24.02.72. Опубликовано 15.01.75. Бюллетень № 2 Дата опубликования описания 14.03.75. Государственный комитет Совета Министров СССР по делам изобретений и открытий[6].
- Погружной электроцентробежный насос. ОПИСАНИЕ ИЗОБРЕТЕНИЯ К АВТОРСКОМУ СВИДЕТЕЛЬСТВУ. Заявлено 26.03.80. Опубликовано 30.11.81. Государственный комитет СССР по делам изобретений и открытий. Бюллетень № 44[6].
- Способ совместно-раздельной закачки вытесняющего агента. ОПИСАНИЕ ИЗОБРЕТЕНИЯ К АВТОРСКОМУ СВИДЕТЕЛЬСТВУ. Заявлено 11.07.80. Опубликовано 28.02.82. Государственный комитет СССР по делам изобретений и открытий. Бюллетень № 8[6].
- Наддолотный лубрикатор. ОПИСАНИЕ ИЗОБРЕТЕНИЯ К АВТОРСКОМУ СВИДЕТЕЛЬСТВУ. Заявлено 04.06.80. Опубликовано 07.04.82. Государственный комитет СССР по делам изобретений и открытий. Бюллетень № 13[6].
- Способ совместно-раздельной закачки вытесняющего агента в продуктивные пласты. ОПИСАНИЕ ИЗОБРЕТЕНИЯ К АВТОРСКОМУ СВИДЕТЕЛЬСТВУ. Заявлено 22.04.80. Опубликовано 07.10.82. Государственный комитет СССР по делам изобретений и открытий. Бюллетень № 37[6].
- Способ изготовления элемента трения торцового уплотнения. ОПИСАНИЕ ИЗОБРЕТЕНИЯ К АВТОРСКОМУ СВИДЕТЕЛЬСТВУ. Заявлено 05.12.80. Опубликовано 30.1082. Государственный комитет СССР по делам изобретений и открытий. Бюллетень № 40[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МИҢЛЕҒӘЗИМОВ Мәғсүм Ғәббәс улы (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Страница УГНТУ в ВКонтакте. Музей истории УГНТУ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2025)
- ↑ Туймазинская энциклопедия / [гл. ред. А. Р. Суфиянов]. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2020. — 620 с.: ил., цв. ил., фото, портр., карты.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Сервис «PatentDB.ru» Изобретатель МИНИГАЗИМОВ МАГСУМ ГАББАСОВИЧ является автором следующих патентов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2025)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МИҢЛЕҒӘЗИМОВ Мәғсүм Ғәббәс улы. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019 (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2025)
- Туймазинская энциклопедия / [гл. ред. А. Р. Суфиянов]. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2020. — 620 с.: ил., цв. ил., фото, портр., карты.
- POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Учётно-послужная картотека офицерского состава. Минигазимов Магсум. Инженер-подполковник (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2025)
- Страница УГНТУ в ВКонтакте. Музей истории УГНТУ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2025)