Хужин Валерьян Дәүләтша улы
Хужин Валерьян Дәүләтша улы (3 ғинуар 1942 йыл — 18 февраль 2002 йыл) — агроном, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982), иҡтисад фәндәре докторы (1999). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы оличнигы (1996) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). 60 ғилми хеҙмәт авторы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты[1].
Биографияһы
Валерьян Дәүләтша улы Хужин 1942 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Шәрип ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
1970 йылда Өфө ҡалаһында Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай. Йүнәлтмә менән Тәтешле районында эш башлай.
Тормош юлы һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары
1971 йылдан Тәтешле районының С. М. Киров исемендәге колхозында баш агрономы була.
1974 йылда Тәтешле районы «Урал» колхозы рәйесе.
1987 йылдан башлап Бөрө районында хеҙмәт итә: тәүҙә тәжрибә‑производство хужалығы директоры була.
1988 йылдан алып Район халыҡ депутаттары советының башҡарма комитеты рәйесе,
1992 йылдан — Бөрө районы хакимиәте башлығы.
1998 йылдан башлап Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты (БНИИСХ) директорының 1‑се урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре ауылды социаль‑иҡтисади яҡтан үҫтереү, ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген арттырыу проблемаларына һ. б. мәсьәләләргә арналған.
Хужин Валерьян Дәүләтша улы 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты.
2002 йылдың 18 февралендә вафат була. Шәрип ауылында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы оличнигы (1996)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991)
- ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982)
- иҡтисад фәндәре докторы (1999)
Хеҙмәте
- Экономическая эффективность повышения плодородия серых лесных почв северной лесостепной зоны РБ. Уфа, 1997; Опыт и проблемы аграрной реформы и пути социально‑экономического развития сельского района. Уфа, 2000.
Һылтанмалар
- Хужин Валерьян Дәүләтша улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хужин Валерьян Дәүләтша улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.