Истәк

Истәк (рус. Истяк) — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 425 кеше булған[3].

ОКАТО коды — 80259835001.

Тарих

Истәк ауылына XVII быуаттың икенсе яртыһында Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 425 206 219 48,5 51,5

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 7 км

Билдәле шәхестәре

  • Харисов Фираз Фәхрәз улы (24.05.1952), ғалим-педагог. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004)[5].
  • Харисов Фәрис Фәхрәз улы (3.01.1956), ғалим-педагог, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1997 йылдан Татарстан Республикаһының мәғариф министры; 2004 йылдан Мәскәү асыҡ университеты проректоры, 2006 йылдан — Федераль мәғарифты үҫтереү институты директоры, 2009 йылдан — «Здоровьесберегающее образование» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2001), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000)[6].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар