Бәнибаш

Бәнибаш (рус. Банибаш) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 150 кеше[2]. Почта индексы — 452806, ОКАТО коды — 80259835003.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше) Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).

Географик урыны

Ҡаймаш йылғаһы буйында урынлашҡан[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Истәк): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 9 км

Тарихы

1683 йылда Уҫы даруғаһы территорияһында яһаҡлы удмурттары тарафынан нигеҙ һалына, һуңынан удмурттар типтәр ҡатламына күскән.[4] 1748 йылда 25 ир-ат иҫәпкә алынған, 1795 йылда 81 кеше, 1816 йылда — 97 кеше, 1834 йылда — 112 кеше йәшәгән.[5]

Халыҡ ауыл хужалығы һәм эре мөгөҙлө малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауылда 1842 йылда 50 ат, 40 һыйыр һәм һарыҡ, 50 кәзә, 18 ярдҡа 15 умарта иҫәпләнгән; һыу тирмәне булған. Ауылдың 160 дисәтинә һөрөнтө ере, 10 дисәтинә усадьба ере, 160 дисәтинә бесәнлеге, 312 дисәтинә урманы булған.[5]

1870 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең 3-сө станының Бәнибаша ауылында 29 йорт хужалығында 156 кеше (79 ир-ат, 77 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән.[6]

1896 йылда Бөрө өйәҙенең Iv станы Яңы Ҡарға улусының Бәнибаш ауылында 32 ихата һәм 177 кеше (90 ир-ат һәм 87 ҡатын-ҡыҙ) теркәлгән, 2 ярма елләткес булған.[7]

1906 йылда 209 кеше йәшәгән.[4]

1920 йылда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ауылында 41 йорт хужалығы һәм 244 кеше йәшәгән (109 ир-ат, 135 ҡатын-ҡыҙ).[8] Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәте буйынса 36 йортта 190 удмурт.[9] 1926 йылда ауыл Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңауыл улусына ҡарай.[8]

1939 йылда ауылда 241 кеше йәшәй, 1959 йылда — 133 кеше.[4]

1982 йылда ауылда яҡынса 160 кеше йәшәй.[3]

1989 йылда 140 кеше (62 ир-ат, 78 ҡатын-ҡыҙ).[10]

2002 йылда 166 кеше (78 ир-ат, 88 ҡатын-ҡыҙ), күпселек удмурттар (85 %) йәшәй.[11]

2010 йылда 150 кеше (75 ир-ат, 75 ҡатын-ҡыҙ) теркәлгән.[11]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 Лист карты O-40-135. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
  4. 1 2 3 Банибаш в Башкирской энциклопедии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2022.
  5. 1 2 Асфандияров
  6. Списки населённых мест Российской империи. Вып. 45: Уфимская губерния: по сведениям 1870 года. / обраб. В. Зверинским. — СПб.: Центр. стат. ком. Мин. внутр. дел, 1877. — С. 78. — 195 с.
  7. Полный список населённых мест Уфимской губернии / под ред. Н. А. Озерова. — Уфа: Типография Губернского Правления, 1896. — С. 148. — 534 с.
  8. 1 2 Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926 / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 106. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1.
  9. М. И. Роднов. Население Уфимской губернии по переписи 1920 года: этнический состав. — М.: Институт этнологии и антропологии РАН, 2014. — С. 90. — 178 с. — ISBN 978-5-4211-0106-2.
  10. Населённые пункты Республики Башкортостан (по данным переписи 2002 года). Статистический сборник. — Уфа: Башкортостанстат, 2005. — С. 135. — 138 с.
  11. 1 2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; 2002F төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Тема буйынса өҫтәмә