Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы

Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы (3 ғинуар 1914 йыл — 24 декабрь 1996 йыл) — актёр, бейеүсе, урта һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)[1].

Биографияһы

Әнүәр Хәким улы Әхмәҙиев Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Дыуан улусы[2] Арый ауылында тыуған.

1933 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай.

1933—1936 һәм 1938—1941 йылдарҙа Баймаҡ (хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры) һәм Ҡыйғы колхоз‑совхоз театрҙарында, Башҡорт академия драма театрында (хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры) эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай.

1949 йылда Нуриман районы Иҫке Күл урта мәктәбе директоры булып эшләй.

1950 йылдан Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығы инспекторы.

1952—1975 йылдарҙа Өфө авиация институты (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) уҡытыусыһы.

Әнүәр Хәким улы Әхмәҙиев Өфө ҡалаһында вафат була.

Бейеүҙәре

Әнүәр Әхмәҙиев башҡорт халыҡ бейеүҙәрен үҙенсәлекле итеп башҡара. Уның репертуарында төп урын алып торған бейеүҙәр:

  • «Байыҡ»,
  • «Ҡара юрға»,
  • «Һунарсы» («Перовский») «Перовский» бейеүенең сәхнә вариантын һалыусы һәм беренсе башҡарыусыһы (1936).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).

Һылтанмалар