30 сентябрь
30 сентябрь — рәсми календарь буйынса йылдың 273-сө көнө (кәбисә йылында 274-се). Йыл аҙағынаса 92 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Абхазия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ботсвана: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Интернет (Рунет) көнө.
Украина: Китапханалар көнө.
Төбәк байрамдары
- Карелия: Фашист илбаҫарҙарынан азат ителеү көнө.
Ҡаҙағстан: Юстиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының моторлы махсус хәрби частәре көнө.
- Табип-ортодонттар көнө.
Төркмәнстан: Милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1882: АҠШ-та беренсе гидроэлектростанция эшләй башлай.
- 1911: Хәҙерге Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында мәктәп асыла.
тулы исемлек
- 1928: Англия микробиологы Александр Флеминг пенициллин уйлап таба.
- 1929: Англияның «BBC» телеканалы беренсе телетрансляция уҙғара.
- 1931: Ауырғазы район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1948: «Ми-1» вертолёты беренсе осош яһай.
- 1954: беренсе атом һыу аҫты кәмәһе «Наутилус» сафҡа инә.
- 1954: Күмертау ТЭЦ-ы эшләй башлай.
- 1980: Израилдә яңы валюта шекель индерелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнец Михаил Мефодиевич (1900—1959), дерматовенеролог-ғалим, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1953 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дерматовенерология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1946 йылдан Башҡортостан тире-венерология ғилми-тикшеренеү институтының ғилми етәксеһе. Башҡорт АССР-ында бәшмәк ауырыуҙары эпидемиологияһын өйрәнеүсе. 1945—1953 йылдарҙа Башҡортостан дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1946). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945). Сығышы менән Киев губернаһы Горянка ауылынан.
- Насыров Илшат Рәшит улы (1960), ғалим-философ. Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы.
тулы исемлек
- Шәрәфетдинов Марсель Ирек улы (2000), спортсы, шашка буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбүбәкерова Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы (1921—?), совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1960 йылдарҙа Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1961—1976 йылдарҙа КПСС-тың Федоровка район комитетының 1-се секретаре. Башҡорт АССР-ының V, VII һәм VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан.
- Ситдиҡов Ғилман Хәмзә улы (1946), комсомол, партия органдары һәм хеҙмәт ветераны, энергетик. 1976—1980 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Белорет район комитетының беренсе секретары; «Уфаэнергоучет» яуаплылығы сикләнгән ойошманы ойоштороусы һәм 2005 йылдан уның директоры.
тулы исемлек
- Юлдыбаев Марат Һаҙый улы (1951), музыкант-саксофонсы. 1980 йылдан «Дуҫтар» башҡорт джаз ансамбленең художество етәксеһе. 1992 йылдан Бангкок ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яҡупова Венера Дәүләтбай ҡыҙы (1937), педагог. 1960 йылдан Мәсетле районы Мәләкәҫ ете йыллыҡ, 1961 йылдан — Оло Аҡа һәм 1960—1995 йылдарҙа Яңы Мишәр урта мәктәптәренең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Сығышы менән Яңы Мишәр ауылынан.
- Шмаков Виктор Васильевич (1942—19.06.2024), педагог, мәғариф һәм комсомол органдары хеҙмәткәре, журналист. 1971 йылдан «Ленинец» республика йәштәр гәзите хеҙмәткәре, 1974 йылдан — баҫманың бүлек мөдире; 1977—1989 йылдарҙа «Советская Башкирия» гәзите хеҙмәткәре. 1971 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Пугачёв ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Йәрмөхәмәтов Урал Рәшит улы (1977), ғалим-инженер. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡытыу мастеры, 2000—2008 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, ауыл хужалығын электрләштереү һәм автоматлаштырыу факультетының декан урынбаҫары, 2013 йылдан — уҡытыусы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты консультанты, кәңәшсеһе. Техник фәндәр кандидаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Подольск ауылынан.
- Орехов Борис Валерьевич (1982), ғалим-тел белгесе. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт университетының компьютер филологияһы лабораторияһы хеҙмәткәре, 2013 йылдан «Юғары иҡтисад мәктәбе» ғилми тикшеренеүҙәр университеты уҡытыусыһы. Башҡорт телендәге фольклорҙың электрон архивын (2011) һәм «Башҡорт теленең поэзия корпусы»н (2013) төҙөүсе, Норвегияның «RuN-Euro» корпусын (2010) һәм «Рус теленең милли корпусы»н төҙөүҙә ҡатнашыусы. «Назиров архивы» исемле электрон журналдың баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Имай Насыри (1898—29.03.1942), дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- Әхнәф Байрамов (1923—18.02.2010), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1945 йылдан — ВКП(б), 1956 йылдан —СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) ордены кавалеры. ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы лауреаты (1980).
тулы исемлек
- Саттаров Мәҡсүт Мостафа улы (1928—27.10.1997), ғалим-инженер‑нефтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1966), профессор (1969). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971, 1981). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән Татар АССР‑ының Октябрь-Бүләк ауылынан.
- Хажин Айбулат Вәкил улы (1973), ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәзиев Ислам Гәрәй улы (1929), төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре. 1949—1989 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой»» тресының ер ҡаҙыу эштәре буйынса махсуслашҡан идаралығының экскаватор машинисы һәм бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылынан.
- Пручай Дмитрий Петрович (1929—31.07.2007), малсы. 1947—1991 йылдарҙа Хәйбулла районы «Красное Знамя» колхозының һарыҡ көтөүсеһе. Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Яңы Петровский ауылынан.
тулы исемлек
- Ризван Хажиев (1939—27.10.2013), әҙәбиәт белгесе-ғалим, журналист, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы депутаты. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.
- Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы (1959), педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1997—2002 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлеге етәксеһе, 2009 йылдан — Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе директоры. Район Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).
- Юлмөхмәтова Хәлимә Рәйес ҡыҙы (1969), театр хеҙмәткәре. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының режиссёр ярҙамсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1882: Ганс Гейгер, Германия физигы.
- 1895: Александр Василевский, Советтар Союзының хәрби эшмәкәре.