Хажин Айбулат Вәкил улы
Хажин Айбулат Вәкил улы (рус. Хажин Айбулат Вакилович; 30 сентябрь 1973 йыл) — педагог-ғалим, мәғариф һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министры, 2022 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2020) һәм мәғариф отличнигы (2011).
Биографияһы
Айбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған.
1991 йылда «фельдшер» һөнәре буйынса Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, 1996 йылда «биология һәм химия уҡытыусыһы» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтының[1] тәбиғи-география факультетын тамамлай.
1997—2000 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура академияһы аспирантураһында, 2003—2007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторантураһында уҡый[2].
1996 йылда Силәбе өлкәһенең Арғаяш районыны үҙәге Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
2001—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.
2003—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының факультет деканы урынбаҫары[2].
2008—2009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының директор урынбаҫары[3].
2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡытыу эштәре буйынса проректоры[4].
2009—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире[2].
2010—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары[3].
2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе[5].
2018 йылдың декабренән — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы[6].
2019 йылдың ноябренән — Башҡортостан Республикаһы фән һәм мәғариф министры[2].
2023 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. Бының менән бәйле фән һәм мәғариф министры вазифаһынан отставкаға китте[7].
2023 йылдың октябренән — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа даими нигеҙҙә эшләй: Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2020)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011)
Өҫтәлмә мәғлүмәт
- Атаһы Хажин Вәкил Исмәғил улы (11.07.1946), педагог-методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. (2006). Сығышы менән Белорет районы Бирҙеғол ауылынан[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 2000 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
- ↑ 1 2 3 4 Министром образования и науки Республики Башкортостан назначен Айбулат Хажин. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 22.11.2019 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
- ↑ 1 2 3 Сайт партии «Единая Россия». Лица Партии: Хажин Айбулат Вакилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
- ↑ ПЕРСОНА: ХАЖИН Айбулат Вакилович. Уфимский бизнес портал (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
- ↑ Начальником Управления по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан назначен Айбулат Хажин. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан. 2.12.2016. 2017 йылдың 16 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
- ↑ Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 3 декабрь (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
- ↑ Глава Минобразования Башкирии Айбулат Хажин ушел в отставку. Канал РБК, 14 сентября 2023 года
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ХАЖИН Вәкил Исмәғил улы (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
Һылтанмалар
- Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
- Сайт партии «Единая Россия» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)
- ПЕРСОНА: ХАЖИН Айбулат Вакилович. Уфимский бизнес портал (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2024)