Халыҡ-ара тәржемәселәр көнө
Халыҡ-ара тәржемәселәр көнө (рус. Международный день переводчика, ингл. International Translation Day, франц. Journée mondiale de la traduction) — яҙма һәм телдән тәржемә итеүселәрҙең һөнәри байрамы, йыл һайын 30 сентябрҙә билдәләнә. Был көн тәржемәнең мәҙәниәттәр, халыҡтар һәм дәүләттәр араһындағы диалог ҡоралы булыу әһәмиәтен билдәләй һәм тәржемәселәрҙең глобаль күп теллелекте һаҡлауҙағы хеҙмәтен таныуға булышлыҡ итә[1][2].
Тарих
Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара көнөн 1991 йылда Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара федерацияһы (FIT, франц. Fédération Internationale des Traducteurs) булдырған: маҡсат — һөнәрҙең престижын күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм донъяның тәржемә ойошмалары араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу[3][4]. Байрам датаһы итеп изге Иероним Стридонскийҙың (рус.)баш. (яҡынса 345—420) иҫкә алыу көнө һайланған: ул Библияны латин теленә тәржемә иткән («Вульгата») һәм тәржемәселәрҙең изге ҡурсалаусыһы тип һанала; Иероним 420 йылдың 30 сентябрендә Вифлеемдә вафат булған[1][4]. FIT 1953 йылда Парижда нигеҙләнгән һәм бөгөн донъяның 60-тан ашыу иленән 100-ҙән артык һөнәри тәржемәселәр ассоциацияһын берләштерә[4][5].
2017 йылдың 24 майында БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 71-се сессияһында A/RES/71/288 «Һөнәри тәржемәнең халыҡтарҙы яҡынлаштырыуҙа, тыныслыҡты нығытыуҙа һәм үҙ-ара аңлашыу менән үҫешкә булышлыҡ итеүҙәге роле» резолюцияһы бер тауыштан ҡабул ителде; был ҡарар 30 сентябрҙе бөтә БМО системаһында Тәржемәнең халыҡ-ара көнө тип рәсми иғлан итте[6][7][4].
Саралар
Төрлө илдәрҙә байрамға һөнәри ассоциацияларҙың тантаналы йыйылыштары, наградалар тапшырыу, тәржемә сифаты һәм терминология мәсьәләләре буйынса конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар, белем биреү алымдары һәм күргәҙмәләр арналған[4][5]. Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара федерацияһы йыл һайын байрам темаһын иғлан итә һәм тематик плакат сығара; 2025 йылда FIT «Celebrating Translation, Peace and Trust» онлайн-вебинарын үткәрҙе, ә йылдың үҙе БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан Тыныслыҡ һәм ышаныстың халыҡ-ара йылы тип иғлан ителде[7].
БМО системаһында 2005 йылдан Изге Иероним исемендәге тәржемә конкурсы үткәрелә; уны Тәржемәселәр көнөн билдәләү маҡсатында БМО-ның үҙәк учреждениеларының инглиз яҙма тәржемә хеҙмәте булдырған, 2017 йылда конкурс 71/288 резолюцияһы менән хупланған[8]. Күп теллелек Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы эшенең нигеҙе булып тора: алты рәсми тел — ғәрәп, инглиз, испан, ҡытай, рус һәм француз телдәре — ағза-дәүләттәргә мәғлүмәткә тигеҙ мөмкинлек бирә[1].
Халыҡ-ара ойошмалар байрамға рәсми мөрәжәғәттәр сығара. Мәҫәлән, ICESCO (Ислам донъяһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт ойошмаһы) 2024 йылда тәржемәселәрҙең халыҡтар араһында белем алмашыуға һәм тыныслыҡты нығытыуға индергән өлөшөн билдәләне, шулай уҡ үҙенең Тәржемә үҙәге Тәржемә һәм нәшриәт үҙәгенә үҙгәртелеүе хаҡында хәбәр итте[9]. 2022 йылда Ҡытай тәржемәселәр ассоциацияһы (TAC) өлкә белгестәре араһында фотоконкурс үткәрҙе; унда тәржемәселәрҙең эше тураһындағы 170-тән ашыу фототарих йыйылды[10].
Рәсәйҙә
Рәсәйҙә Тәржемәселәр көнө тулы күләмдә 2004 йылдан билдәләнә; уны танытыуға тәржемәселәр Виктор Суходрев, Леонид Володарский һәм Виктор Голышев, Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы, эре тәржемә компаниялары һәм федераль матбуғат саралары булышлыҡ иткән[11][5]. 2009 йылдың 29 сентябрендә Мәскәүҙә байрамға арналған, тәржемәселәр йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашҡан пресс-конференция үтте[12]; 2009 йылдың 30 сентябрендә Санкт-Петербург тәржемәселәре ҡала урамдары буйлап йөрөш үткәрҙе һәм төрлө илдәрҙең флагтары менән биҙәлгән 77 ҡағыҙ кәмәне һыуға төшөрҙө[13].
А. С. Пушкин тәржемәселәрҙе «мәғрифәтселектең почта аттары» тип сағыштырған[4].
Башҡортостанда
Башҡортостанда Халыҡ-ара тәржемәселәр көнө уңайынан нәфис тәржемәне үҫтереүгә һәм республика халыҡтары әҙәбиәтен популярлаштырыуға арналған саралар үткәрелә. Мәҫәлән, 2024 йылда был көндә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында ойошторған «Ут күршеләре» әҙәби-ағартыу проектына конкурсҡа ғаризалар ҡабул итте. Проект башҡорт һәм татар телдәрендә ижад иткән Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеп баҫтырыуҙы күҙ уңында тотто. Конкурсҡа Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм Литванан 62 тәржемәсенән 80 ғариза ҡабул ителде. Проект сиктәрендә шулай уҡ «Хәҙерге шарттарҙа нәфис тәржемә практикаһы» семинары, «Әҙәби тәржемә — XXI быуат диалогы» түңәрәк өҫтәле һәм Башҡортостан яҙыусыларының төрлө телдәрҙә нәшер ителгән китаптары күргәҙмәһе ойошторолдо[14].
2025 йылдың апрелендә Өфөлә проектҡа йомғаҡ яһалды: «Инеш» нәшриәтендә конкурс еңеүселәре тәржемәһендә башҡорт һәм татар авторҙарының рус телендә сыҡҡан биш китабының исем туйы үтте. Улар араһында Таңсулпан Ғарипованың «Яр буйындағы усаҡтар», Мәрйәм Бураҡаеваның «Һеңлекәш», Зиннур Ураҡсиндың «Тәүге юл һалыусы», Дилә Булғакованың балалар өсөн хикәйәләре йыйынтығы һәм Башҡортостан шағирҙары әҫәрҙәренән төҙөлгән «Бәхет эҙләү» поэтик йыйынтығы бар ине[15].
Темалары
1992 йылдан һәр байрамға FIT алдан иғлан иткән берҙәм тема бирелә[7][16].
- 2025 — «Translation, shaping a future you can trust» / «Тәржемә — ышаныслы киләсәкте формалаштырыу»[7].
- 2024 — «Translation, an art worth protecting» / «Тәржемә — һаҡлауға лайыҡ сәнғәт»[17][9].
- 2023 — «Translation unveils the many faces of humanity» / «Тәржемә кешелектең төрлө йөҙҙәрен аса»[18][2].
- 2022 — «A world without barriers» / «Кәртәһеҙ донъя: мәҙәниәт, үҙ-ара аңлашыу һәм тотороҡло тыныслыҡ булдырыуҙа тел белгестәренең роле»[18][19].
- 2021 — «United in translation» / «Тәржемәлә берҙәмбеҙ»[18][20].
- 2020 — «Finding the words for a world in crisis» / «Көрсөк эсендәге донъяға һүҙҙәр эҙләү»[18][21].
- 2019 — «Translation and Indigenous Languages» / «Тәржемә һәм төп халыҡтар телдәре»[18][22].
- 2018 — «Translation: promoting cultural heritage in changing times» / «Тәржемә: үҙгәреүсән дәүерҙә мәҙәни мираҫтың үҫешенә булышлыҡ»[23][18].
- 2017 — «Translation and Diversity» / «Тәржемә һәм төрлөлөк»[18][24].
- 2016 — «Translation and Interpreting: Connecting Worlds» / «Яҙма һәм телдән тәржемә: донъяларҙы тоташтырыу»[11][25].
- 2015 — «The changing face of translation and interpreting» / «Яҙма һәм телдән тәржемәнең үҙгәреүсән йөҙө»[26][27].
- 2014 — «Language Rights: Essential to All Human Rights» / «Тел хоҡуғы — бөтә кеше хоҡуҡтарының нигеҙе»[28][4].
- 2013 — «Beyond Linguistic Barriers — A United World» / «Берләшкән донъя — тел кәртәләренән тышта»[5][18].
- 2012 — «Translation as Intercultural Communication» / «Мәҙәниәт-ара бәйләнеш булараҡ тәржемә»[29].
- 2011 — «Bridging Cultures» / «Мәҙәниәттәр араһында күпер һалыу»[4][16].
- 2010 — «Quality Standard for a Variety of Voices» / «Күп тауышлы донъяла сифат стандарты» (Рәсәй тәржемәселәр союзы тәҡдим иткән)[30][4].
- 2009 — «Working Together» / «Бергә эшләйбеҙ»[12].
- 2008 — «Terminology: Words Matter» / «Терминология: һүҙҙәрҙең әһәмиәте бөйөк»[4][16].
- 2007 — «Don’t Shoot the Messenger!» / «Хәбәр килтереүсенә атмағыҙ!»[16].
- 2006 — «Many Languages — One Profession» / «Телдәр күп — һөнәр бер»[4][16].
- 2005 — «Translation and Human Rights» / «Тәржемә һәм кеше хоҡуҡтары»[16].
- 2004 — «Translation, Underpinning Multilingualism and Cultural Diversity» / «Тәржемә — күп теллелектең һәм мәҙәни төрлөлөктөң нигеҙе»[4][16].
- 2003 — «Translators’ Rights» / «Тәржемәселәр хоҡуҡтары»[16].
- 2002 — «Translators as Agents of Social Change» / «Йәмғиәти үҙгәрештәр агенттары булараҡ тәржемәселәр»[16].
- 2001 — «Translation and Ethics» / «Тәржемә һәм этика»[16].
- 2000 — «Technology Serving the Needs of Translation» / «Технологиялар тәржемә хеҙмәтендә»[16].
- 1999 — «Translation — Transition» / «Тәржемә — күсеш»[16].
- 1998 — «Good Translation Practices» / «Яҡшы тәржемә тәжрибәһе»[16].
- 1997 — «Translating in the Right Direction» / «Дөрөҫ йүнәлештә тәржемә итеү»[16].
- 1996 — «Translators and Copyright» / «Тәржемәселәр һәм авторлыҡ хоҡуҡтары»[16].
- 1995 — «Translation, a Key to Development» / «Тәржемә — үҫеш асҡысы»[16].
- 1994 — «The Many Facets of Translation» / «Тәржемәнең күп ҡырлылығы»[16].
- 1993 — «Translation, a Pervasive Presence» / «Тәржемәнең һәр тарафҡа үтеп инеүе»[16].
- 1992 — «Translation — the Vital Link» / «Тәржемә — тормошҡа мөһим бәйләнеш»[16].
Оҡшаш байрамдар
Телдәргә һәм мәҙәниәттәр-ара диалогҡа арналған оҡшаш даталар — Халыҡ-ара туған телдәр көнө (21 февраль) һәм Европа телдәре көнө (26 сентябрь), шулай уҡ мөхәррирҙәрҙең, һүҙлек төҙөүселәрҙең һәм тел белгестәренең һөнәри байрамдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Международный день перевода: на службе глобального диалога. Новости ООН (30 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 ЮНЕСКО. Exploring the Multifaceted Aspects of Humanity — International Translation Day (ингл.). unesco.org (25 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Happy International Translation Day! (ингл.). ALTA Language Services (30 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Международный день переводчика. Институт развития социально-экономических проектов и инициатив (14 август 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Международный день переводчика. РИА Новости (30 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ БМО. Резолюция 71/288. docs.un.org (24 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 International Translation Day 2025 — Celebrating Translation, Peace and Trust (ингл.). International Federation of Translators (2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Переводческий конкурс им. Св. Иеронима: краткая справка. ООН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 International Translation Day: ICESCO Commends Translators’ Role in Knowledge Exchange Between Nations and Promoting Global Peace (ингл.). ICESCO (30 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day in Pictures (ингл.). Translators Association of China (архивная копия) (30 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 Международный день переводчика. РИА Новости (30 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 В Москве состоялась пресс-конференция «Международный день переводчика 2009». Lenta.ru (архивная копия) (30 сентябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 77 бумажных корабликов — в честь лингвистов. ТВ-100 (архивная копия) (30 сентябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Окончен приём заявок на конкурс по переводу литературы Башкирии. Башинформ (3 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ В Уфе презентовали серию книг, изданных в рамках проекта «Соседи по огню». Башинформ (3 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 Рябцева Е. Международный день переводчика. Энциклопедия перевода: Город Переводчиков (архивная копия WebCite) (29 сентябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ FIT Council. ITD 2024 theme and 2025 Congress venue announced (ингл.). FIT Translatio (28 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 International Translation Day: themes and posters of previous years (ингл.). International Federation of Translators. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day 2022 (ингл.). Translation Commons (архивная копия) (2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day 2021 (ингл.). University of Illinois (30 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day 2020 (ингл.). India Today (архивная копия) (30 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day Conference (ингл.). International Year of Indigenous Languages (архивная копия) (2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 2018 International Translation Day (ингл.). International Federation of Translators (архивная копия) (2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day 2017 (ингл.). From Words to Deeds (архивная копия) (13 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day 2016 (ингл.). International Federation of Translators (архивная копия) (2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day 2015 (ингл.). International Federation of Translators (архивная копия) (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day 2015 (ингл.). CONALTI (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ International Translation Day (ингл.). OTTIAQ (архивная копия) (2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Международный день переводчика. РИА Новости (30 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Заседание совета ФИТ в Стамбуле. Союз переводчиков России (архивная копия) (28 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
Һылтанмалар
- International Translation Day 2025 — Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара федерацияһы сайты (инг.)
- International Translation Day — БМО сайтындағы байрам бите (инг.)
- Тәржемәнең халыҡ-ара көнө: глобаль диалог хеҙмәтендә — БМО яңылыҡтары, 2025 йылдың 30 сентябре
- Изге Иероним исемендәге тәржемә конкурсы — БМО сайтындағы белешмә
- Петербург тәржемәселәре ҡала урамдары буйлап йөрөнө — ТВ-100, 2009 йылдың 30 сентябре (архив күсермәһе)
- Мәскәүҙә «Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара көнө — 2009» пресс-конференцияһы үтте — Lenta.ru, 2009 йылдың 30 сентябре (архив күсермәһе)
- Рәсәй тәржемәселәр союзының Санкт-Петербург бүлексәһе — рәсми сайт