16 июнь
16 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 167-се (кәбисә йылында 168-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 198 көн ҡала.
| ← июнь → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
| 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
| 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
| 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
| 29 | 30 | |||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
Ер:
- Мотоциклсылар көнө (июндең өсөнсө дүшәмбеһе)
- Диңгеҙ ташбаҡаһы көнө.
- Көньяҡ Африканың азатлыҡ өсөн көрәшеүсе халыҡтары менән теләктәшлек көнө.
Милли
Башҡортостан: Салауат Юлаев көндәре
Ирландия: «Блумсдэй» байрамы (шағир һәм яҙыусы Джеймс Джойс хөрмәтенә).
Сейшель Утрауҙары: Атайҙар көнө.
КАР: Йәштәр көнө.
АҠШ: Теләктәрҙең үтәлеү көнө.
СССР: Бөтә Союза Халыҡ Хужалығы Ҡаҙаныштары Күргәҙмәһе — ВДНХ-ның тыуған көнө.
Рәсәй Федерацияһы: «Артек» пионер лагерының тыуған көнө.
- Сәкүшкә көнө
Аргентина: Инженерҙар көнө.
- 1903 йыл: «Pepsi-Cola» сауҙа маркаһы теркәлеү үтә.
- 1903 йыл: АҠШ-тың «Ford Motor Company» автомобиль компанияһы ойошторола.
тулы исемлек
- 1925 йыл: Ҡырымда СССР-ҙың иң билдәле «Артек» пионер лагеры эшләй башлай.
- 1963 йыл: Донъялағы беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкованың йыһанға осҡан көнө.
- 1972 йыл: Нью-Йоркта Джаз музейы асыла.
- 1973 йыл: «Самотлор—Усть-Балыҡ—Төмән—Ҡурған—Өфө—Әлмәт» нефть үткәргесе сафҡа индерелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Килмәтов Ниязи Сәләхетдин улы (1925—2.06.1992), педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан Борай районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры, 1960 йылдан — район мәғариф бүлеге мөдире, 1963 йылдан — Борай ауылындағы 1-се урта мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1973 йылдан — директоры, 1979—1985 йылдарҙа — тарих уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Чикаев Хәйернас Ильяс улы (1925—27.07.2012), эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1989 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). СССР-ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Янағош ауылынан.
тулы исемлек
- Ергин Юрий Викторович (1940), физик-ғалим, журналист. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—1988 йылдарҙа дөйөм физика кафедраһы мөдире. 2009 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1966). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2009) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Климова Нина Ивановна (1950), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991—1997 йылдарҙа сектор мөдире, 2000 йылдан директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2004—2006 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 2007 йылдан — сектор мөдире; бер үк ваҡытта 2006 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының төбәк иҡтисады кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ширяев Иван Андреевич (1896—3.10.1950), Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкы яугиры, ҡыҙылармеец. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ярлы Кәрим (төп исеме Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы; 1901—1937), шағир, журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917—1919 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының сәйәси хеҙмәткәре. 1920—1926 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» гәзиттәре, РКП (б)-ның Стәрлетамаҡ өйәҙ комитеты хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир Фәтих Кәримдең бер туған ағаһы.
тулы исемлек
- Шашин Валентин Дмитриевич (1916—22.03.1977), нефтсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1932 йылдан «Ишембайнефть» тресының быраулау мастеры, отряд начальнигы; 1942 йылдан Туймазанефть тресының быраулау төркөмө начальнигы, быраулау контораһының төҙөлөш монтаж бүлеге начальнигы; 1944 йылдан Стәрлетамаҡтағы геологик эҙләнеүҙәр контораһының баш инженеры, 1946 йылдан — директоры; 1947 йылдан «Башзападнефтеразведка» тресы (Октябрьский ҡалаһы) идарасыһы, 1953 йылдан «Татнефть» берекмәһенең начальник урынбаҫары һәм начальнигы; 1960 йылдан РСФСР Халыҡ Хужалығы Советының Нефть һәм газ сәнәғәте баш идаралығы начальнигы; 1965—1977 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министры. СССР-ҙың 7-се һәм 8-се, Татар АССР-ының 5-се—9-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин премияһы лауреаты (1976). Дүрт Ленин (1959, 1966, 1971, 1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) ордендары кавалеры.
- Абрамычева Нина Ивановна (1926—22.02.1948), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1941—1948 йылдарҙа Баҡалы районы «Красный пахарь» колхозы баҫыусыһы һәм звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948, үлгәндән һуң).
- Вәлитов Фәрүәз Кәли улы (1936), мәғариф ветераны, крайҙы өйрәнеүсе, ауыл хәбәрсеһе. 1970 йылдан Күгәрсен районы Күгәрсен урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире; 1973—1978 һәм 1981—1984 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең IX (1973) һәм XIII (1991) съездары делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1991), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Күгәрсен ауылынан. Ғалим, юғары мәктәп эшмәкәре Октябрь Вәлитовтың ҡустыһы.
- Курбатов Владимир Александрович (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1967 йылдан Стәрлетамаҡтағы 1-се балалар сәнғәт мәктәбе директоры, бер үк ваҡытта 2000 йылдан — Ижевск сәнғәт колледжының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Италияның Пиза ҡалаһындағы Сәнғәт академияһының почётлы ағзаһы. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Фәтхлисламова Фиҙаһиә Нәғим ҡыҙы (1961), табип-терапевт. 1990 йылдан Тәтешле үҙәк район дауаханаһы табибы, 1998 йылдан поликлиника мөдире, артабан участка терпевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003). Сығышы менән ошо райондың Бәҙрәш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мифтахов Ҡәйүм Ғәйнан улы (1892—4.10.1948), фольклорсы, ҡырғыҙ эпосы «Манас»ты яҙып алыусы һәм өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Лоҡманов Рәмил Хәйҙәр улы (1947—24.03.2018), нефтсе. 1976—2007 йылдарҙа «Саҡмағошнефть нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995) һәм Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Яңы Ишмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Килдин Салауат Әмирхан улы (1952), дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1981 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Эштәр идаралығының яуаплы хеҙмәткәре; 1988 йылдан — Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты рәйесе һәм Башҡортостан телерадиокомпанияһының генераль директоры; 1997 йылдан хәҙерге Элемтә өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Ильясова Рәмзиә Хөрмәт ҡыҙы (1957), мәғариф, комсомол органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1978 йылдан Первомайский мәктәбе уҡытыусыһы; 1979 йылдан ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитетының сектор мөдире, 1980 йылдан — секретары; 1983—1986 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Йылайыр район комитетының беренсе секретары; 1991 йылдан Хәйбулла район советы башҡарма комитеты секретары; 1995—2002 йылдарҙа һәм 2013 йылдан район мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире, 2002—2003 йылдарҙа — мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2002—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мағариф отличнигы (1999). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.
- Юлгилдина Венера Самат ҡыҙы (1977), йырсы. 2007 йылдан Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018). Халыҡ-ара, төбәк һәм республика йыр конкурстары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Камалов Хөрмәтулла Насретдин улы (1918—6.07.2000), малсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡырмыҫҡалы районы «Победа» колхозының элекке мал ҡараусыһы. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сахай ауылынан.
- Кулаков Пётр Афанасьевич (1923—24.01.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-артиллерист, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Покровка ауылынан.
тулы исемлек
- Ғилемдар Рамазанов (1923—25.08.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәтсе. 1958—1989 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1966). СССР-ҙың 6-сы саҡырылыш (1962—1966) Юғары Советы депутаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944; 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы (1928—23.06.1998), философ-ғалим. 1969—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының философия кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), профессор (1974). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
- Шабарин Валерий Фёдорович (1943—2016), инженер, уйлап табыусы. Бөтә Союз геофизик тикшеренеүҙәр ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының элекке лаборатория мөдире һәм бүлек инженеры. Башҡорт АССР‑ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Мостафина Хәлиҙә Мәүлитбай ҡыҙы (1953), зоотехник. 1973 йылдан Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз лаборанты, 1992—2000 йылдарҙа — баш зоотехник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондың Муллаҡай ауылынан.
- Мансурова Лилиә Мөхәрләм ҡыҙы (1958), төҙөүсе. Өфөләге «Фирма СУ-10» йәмғиәте директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса элекке урынбаҫары, 2022 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Салауат Юлаев (1754), башҡорт халҡының милли батыры, шағир.
- Истомина Энесса Георгиевна (1934—10.04.2023), тарихсы-ғалим. 1971 йылдан СССР Фәндәр академияһы Тарих институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институтының өлкән, артабан төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1992 йылдан Рәсәй дәүләт гуманитар университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998), тарих фәндәре докторы (1984), профессор (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
тулы исемлек
- Байрамғолов Барый Абдулҡадир улы (1939—2002), төҙөүсе-инженер. 1981—2002 йылдарҙа «Башагропромстрой» тресының Баймаҡ күсмә механизацияланған юл һалыу колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Рәсәйҙең почётлы юлсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынан.
- Биндиченко Евгений Васильевич (1944), социолог-ғалим, философ. 1994 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, 2002—2008 йылдарҙа политология һәм хоҡуҡ кафедраһы мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1983), социология фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Велоспорт буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). Автоспорт буйынса РСФСР (1984), вело‑ (1961—1970) һәм автоспорт (1978—1986) буйынса Башҡорт АССР-ы чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1735 йыл: Иван Ганнибал, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, Ҡара диңгеҙ флотының баш командующийы, Херсон ҡалаһына нигеҙ һалыусы.
- 1845 йыл: Генрих Дрессель, Германия археологы, нумизмат.
тулы исемлек
- 1880 йыл: Алиса Бейли, АҠШ яҙыусыһы, эзотерик.
- 1900 йыл: Ғүмәр Ғәли, Татарстан яҙыусыһы, тәнҡитсе, сәйәси золом ҡорбаны.
- 1950 йыл: Митхун Чакраборти, Һиндостан актёры.
- 1955 йыл: Артемий Троицкий, СССР һәм Рәсәйҙең рок-журналисы, музыка тәнҡитсеһе.
- 1955 йыл: Анатолий Чубайс, Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1965 йыл: Юрий Ханон, СССР һәм Рәсәй композиторы, Европа киноакадемияһы премияһы лауреаты (1988).
- 1990 йыл: Джон Ньюмен, Британия йырсыһы.
- 2013 йыл: Ғәфүров Марсель Абдрахман улы, Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты.