Абрамычева Нина Ивановна
Нина Ивановна Абрамычева (рус. Нина Ивановна Абрамычева; 1926 йылдың 16 июне, Михайловка, Башҡорт АССР-ы — 1948 йылдың, Михайловка, Башҡорт АССР-ы) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы «Красный пахарь» колхозы баҫыусыһы һәм звено етәксеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948, үлгәндән һуң)[2][3].
Биографияһы
1926 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Михайловка ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хәҙер ауыл Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районына ҡарай[3][4].
Дияш ауылындағы мәктәптең ете класын тамамлай[3].
1941 йылдан Баҡалы районының «Красный пахарь» колхозында баҫыусы булып эшләй, 1947 йылдан — звено етәксеһе[2]. Звено ун кешенән тора[3].
1947 йылда Абрамычева звеноһы гектарынан 30 ц арыш йыйып ала[2]. Участканың майҙаны 8 га тәшкил итә[5].
1948 йылдың 22 февралендә ҡапыл вафат була[3]. Михайловка ауылында үлә[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге Указы менән арыштан юғары уңыш алғаны өсөн уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Наградлау уның вафатынан һуң була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1948 йылдың 2 апреле, үлгәндән һуң[3].
- Ленин ордены — 1948 йылдың 2 апреле, үлгәндән һуң[3].
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы — 1948 йыл[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 И. Г. Каримов. Абрамычева Нина Ивановна. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Сергей Каргапольцев. Абрамичева Нина Ивановна. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2026.
- ↑ Михайловка, село в Бакалинском районе, относится к Дияшевскому сельсовету. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2026.
- ↑ 1 2 Сергей Каргапольцев. Абрамычева Нина Ивановна — архивная версия от 2 мая 2014 года. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2026.
Әҙәбиәт
- Захаров А. Одна из первых // Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Социалистического Труда. — Уфа, 1970.
- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — Т. 1: А–Б. — 624 с. — ISBN 5-88185-053-X.