Юлгилдина Венера Самат ҡыҙы
Биографияһы
Венера Самат ҡыҙы Юлгилдина (Ураҙаева) 1977 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуған.
Өфө сәнғәт училищеһын (Низаметдинова А. К. класында уҡый) 1998 йылда, Өфө сәнғәт институтын (Аҙнаҡаева Р. Ш. класы) 2005 йылда тамамлай.
2007 йылдан Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары «Гөлнәзирә», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Фәхерниса», «Элмәлек» һәм Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, А. М. Ҡобағошов, М. А. Макаров, Ю. Х. Үҙәнбаев, Р. М. Хәсәнов һәм башҡаларҙың вокал әҫәрҙәре бар.
Венера Уразаева Башҡортостан Республикаһы буйлап, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында гастролдәрҙә була, шулай уҡ Испания, Италия, Франция, Швейцария, Англия, Төркиә буйлап сит ил сәфәрҙәренә сыға.
Ул — «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсы лауреаты (2005), С. Сәйҙәшев исемендәге 1-се дәрәжә өлкә вокалистар конкурсы лауреаты, Р. Ваһапов исемендәге III Халыҡ-ара татар йыры фестиваленең 1-се дәрәжә лауреаты[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)
Сығанаҡтар
Юлгильдина Венера Саматовна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 576. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.