Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы

Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы Аҙнаҡаева (1952 йылдың 18 октябре, Ҡыуандыҡ, Ырымбур өлкәһе) — йырсы һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, 1983 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм бер үк ваҡытта 1997 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).

Биографияһы

Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы Аҙнаҡаева 1952 йылдың 18 октябрендә Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡасабаһында (хәҙер ҡала) тыуған.

1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Р. Г. Ғәлимуллина класы) тамамлай.

1983 йылдан башлап Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Рәсәй һәм Германия буйлап гастролдәрҙә сығыш яһай .

1997 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта — вокал сәнғәте кафедраһы доценты[1][2].

Вокал партияһы

Сит ил композиторҙары Дж. Верди, Дж. Россини, И.Штраус һ. б. вокаль әҫәрҙәрен башҡара.

Ватан композиторҙары А. А. Алябьев, Х. Ф.Әхмәтов, А. Е. Варламов, З. Г. Исмәғилев, С. В. Рахманинов, С. Г. Садиҡова, Р. М. Яхин һ. б. вокаль әҫәрҙәрен башҡара.

Рәйлә Шәрәфи ҡыҙының тауышы өс октаваға еткән киң диапазонлы сағыу була. Уның йыр башҡарыу манераһы хисле булыуы менән айырылып тора. Виртуоз техникаға эйә булған йырсы йыр башҡарыу стилен нескә тоя. Ул милли традициялар менән классик вокал үҙенсәлектәрен оҫта берләштереп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Кафедра вокального искасства. Уфимская государственная академия искасств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.</
  2. Азнакаева Раиля Шарафеевна. Уфимский государственный институт искусств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. Т. 1 (А-В). Өфө, 2005. С. 76-77.
  • А. Докучаева Бирелде миңә йырларға // Ватандаш. — 2002. — № 12. — с. 166—169.

Һылтанмалар