Йәшелсә

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йәшелсәләр. Брокгауза һәм Ефрондың Энциклопедик һүҙлегенән һүрәттәр

Йәшелсә — ашамлыҡ өсөн баҡсала үҫтерелгән төрлө үлән-үҫемлек һәм уның емештәре (ҡыяр, кишер, сөгөлдөр, һуған, помидор һәм башҡалар;[1] кулинар атама. Үҫемлектәрҙең ашарға яраҡлы өлөштәренә, мәҫәлән, һабағына, емешенә, орлоғона йәки бүлбегә ҡарата ҡулланыла. Емеш-еләк, ярма һәм сәтләүектән башҡа ашарға яраҡлы үҫемлектәр йәшелсә тип һанала. Ботаника күҙлегенән ҡарағанда, йәшелсә — үлән үҫемлектәрҙең ашарға яраҡлы өлөштәре. Йәшелсә тип ҡайһы саҡ ботаникала еләк йәки емеш тип һаналған үҫемлектәр ҙә аталыуы мөмкин. Мәҫәлән, ҡарбуз.

В. И. Даль әйткәнсә, йәшелсә ул — «огородина, съедомая ботва и коренья: луки, капуста, морковь, репа, свёкла с ботвой и пр., также плоды огородные, как огурцы, арбузы, а встарь, и плоды древесные, садовые, также варёные и обсахаренные: пряные и составные овощи»[2]. Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге «все вообще огородные растения, идущие в пищу человека» тип һяҙған[3]. Т. Ф. Ефремова фекеренсә, «огородные плоды и зелень, употребляемые в пищу»[4].

Йәшелсә кешенең рационында бик мөһим урын тота. Йәшелсә етештерә торған ауыл хужалығы тармағы йәшелсәселек тип атала

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Овощ» һүҙе (иҫке русса «овошт» — емеш) XIV быуат аҙағында рус телендә әүҙем ҡулланыла башлай. Был һүҙ үҫемлектәрҙең емешен дә, еләген дә, уларҙың үҫеү һәм өлгөрөү процесын да күҙ уңында тотҡан.[5]. Слово «овощ» происходит от того же корня, что и нем. wachsen — «расти», лит. augu «Овощ» һүҙе немец. wachsen— «үҫергә», яҡтыртылған тамырҙан килеп сыҡҡан. augu — «таралырға»[6].

Аш-һыуҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөрөҫ туҡланыу — организмды ваҡытында һәм тейешенсә әҙерләнгән, туҡлыҡлы матдәләре етерлек булған тәмле |ризыҡ менән тәьмин итеп тороу. Аҙыҡты төрлө йәшелсәләр менән байытып биреү сәләмәтлек өсөн файҙалы, айырым алғанда һәр витаминдың үҙләштерелеүенә булышлыҡ итә. Дөрөҫ туҡланыуҙың мөһим өлөшө — витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай йәшелсәләрҙе көн дә һәм мотлаҡ ҡулланыу[7].

Йәшелсәләр углеводҡа бай. Аҡһымы иттәгенән ҡайтыш, майы юҡ тиерлек. Ул биологик әүҙем матдәләргә бай булыуы менән юғары баһалана: уларҙа витаминдар (C витамины, каротин, фолий кислотаһы), минераль матдәләр, органик кислоталар, күҙәнәклек һәм пектинлы матдәләр күп булыуы алыштырғыһыҙ итә[8].

Йәшелсә диета буйынса туҡланыуға ярҙам итә. Кеше көнөнә йәшелсәне 600 г-дан да кәм ашамаҫҡа тейеш[8].

Түбәндәге таблицала ҡайһы бер йәшелсәнең химик составы һәм аҙыҡ ҡиммәте күрһәтелгән[8]:

Аҙыҡ-түлек Аҡһымдар, г Углеводтар, г Калорияһы,
ккал/100г
С витамины ,
мг %
Аҡ күсәнле кәбеҫтә эшкәртелмәгән 1,5 5,2 27,0 24,0
Тоҙло кәбеҫтә 1,0 4,5 23,0 14,0
Төҫлө кәбеҫтә 2,1 4,7 28,0 42,0
Башлы һуған 2,5 9,2 48,0 8,4
Йәшел һуған 1,1 4,1 21,0 48,0
Кишер 1,3 7,6 36,0 4,0
Ҡыяр эшкәртелмәгән 0,7 2,9 15,0 4,7
Тоҙло ҡыяр 0,7 1,3 8,0
Аш сөгөлдөр 1,1 10,3 47,0 8,0
Ҡыҙыл помидор 0,5 4,0 18,0 34,0

Йәшелсә аппетитты, аш биҙҙәренең эшен көсәйтә[8].Ҡайһы берҙәре эшкәртелмәй ҡулланыла. Ләкин йышыраҡ уларҙы бешерәләр, быҡтыралар, ҡуралар йә мейескә тәгәрәтеп бешерәләр.[9]. Шуны әйтергә кәрәк, бешергәндә һәм дөрөҫ һаҡламағанда, йәшелсәнең биологик ҡиммәте түбәнәйә. Йәшелсәне оҙағыраҡ һаҡлау өсөн консервалайҙар, тоҙлайҙар, маринадлайҙар, әсетәләр, туңдыралар һәм киптерәләр[10]. Тоҙлап әҙерләгәндә һәм тиҙ генә туңдырғанда файҙалы матдәләре күберәк һаҡлана[8].

Йәшелсә культуралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшелсә культуралары түбәндәге төркөмдәргә бүленә[1]:

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәби әҫәрҙәрендә түбәндәге йәшелсә осрай:

  • «Шалҡан» әкиәте (рус халыҡ әкиәте)
  • «Принцесса на горошина» әкийте, авторы Г. Х. Андерсен;
  • «Волк и лук» автора Л. Н. Толстого
  • «Чиполлино Мажаралары», Джанни Родари
  • «Огурцы» авторы Н.Носов;
  • «Короли и капуста», О’Генри.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. [Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)]
  2. Даль В. И. Овощ // Толковый словарь живого великорусского языка. — 2-е изд., испр. и доп. — СПб.—М.: Изд. М. О. Вольфа, 1880—1882.
  3. Овощи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2011)
  4. Ефремова Т. Ф. Овощи // Современный толковый словарь русского языка. В 3-х т. — М.: АСТ, 2006. — Т. 2. М-П. — ISBN 5-17-029520-0.
  5. Семёнов А. В. Овощ // Этимологический словарь русского языка. — Юнвес, 2003. — ISBN 5-88682-149-X.
  6. Шанский Н. М., Боброва Т. А. овощ 2016 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған. / Школьный этимологический словарь русского языка. Происхождение слов. — М.: Дрофа, 2004.
  7. Л. В. Шабыкина. Овощи к столу (Табынға йәшелсәләр). — 1-е изд. — Алма-Ата: Кайнар, 1979. — С. 3—4. — 200 с. — 200 000 экз.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Овощи / М. В. Антонов, В. А. Кудашева // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  9. Л. М. Богатова. Книга о вкусной и здоровой пище. 8-е издание, исправленное и дополненное. — М.: Агропромиздат, 1987.
  10. Овощи // Популярная медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — М., 1979.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Овощи // 1. Малая медицинская энциклопедия. — М.: Медицинская энциклопедия. 1991—96 гг. 2. Первая медицинская помощь. — М.: Большая Российская Энциклопедия. 1994 г. 3. Энциклопедический словарь медицинских терминов. — М.: Советская энциклопедия. — 1982—1984 гг.