Витаминдар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
B vitamin supplement tablets.jpg

Витами́ндар (лат. vita — «тормош» һәм аминдар) — Ябай төҙөлөшлө һәм төрлө химик тәбиғәткә ҡараған түбән молекуляр органик матдәләр берләшмәһе. Аҙыҡ составы сифатында гетеротроф организм өсөн абсолют кәрәк булған билдә буйынса берләштерелгән химик тәбиғәте буйынса органик матдәләр төркөмө йыйылмаһы. Продуценттар (автотроф организмдар) ҙа витаминдарға мохтаж, уларҙы ул синтез юлы менән йәки тирә-яҡ мөхиттән ала. Витаминдар фитопланктон организмдарын үҫтереү өсөн туҡлыҡлы мөхит составына инә[1]. Витаминдарҙың күпселеге коферменттар йә уларҙың башлап ебәреүсеһе булып тора[2].

Витаминдар ризыҡ составында (йәки тирә-яҡ мөхиттә) бик аҙ миҡдарҙа була һәм шуның өсөн микронутриенттарға ҡарай. Микроэлементтар һәм алыштырғыһыҙ аминокислоталар витаминға инмәй[2]. Биохимия, туҡланыу гигенаһы, фармакология һәм башҡа медик-биологик фәндәр берләшмәһен, витаминдарҙың төҙөлөшөн һәм тәьҫир механизмын өйрәнеүсе, шулай уҡ уны дауалау һәм профилактик маҡсатта ҡулланыу фәнен витаминология тип атайҙар [3].

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Витаминдар төрлө ферменттарҙың актив үҙәге составында каталитик функция үтәй, шулай уҡ экзоген прогормон һәм гормон сифатында гумораль регуляцияла ҡатнаша. Матдәләр алмашыныуында витаминдар мөһим әһәмиәткә эйә булһа ла, улар организм өсөн энергия сығанағы ла (калорияһы юҡ), биологик туҡыма өсөн структур компонент та түгел. Туҡымаларҙа витаминдар концентрацияһы һәм уларға булған тәүлек ихтыяжы ҙур түгел, тик витаминдар етешмәгән осраҡта организмда хәүефле патологик үҙгәрештәр башлана. Витаминдарҙың күпселеге кеше организмында синтезланмай, шуның өсөн улар аҙыҡ йә витамин-минераль комплекстар, ризыҡ өҫтәмәләре менән организмға даими һәм етерлек кимәлдә инеп торорға тейеш. Кеше тиреһендә ҡояштың ультрафиолет нурҙары тәьҫирендә барлыҡҡа килгән D, организмға аҙыҡ-түлек менән ингән алдағыһы менән синтезлана алған А витаминдары һәм алдағыһы триптофа аминокислотаһы булған ниацин ғына был иҫәпкә инмәй[2]. Организмда витаминдар кимәле боҙолған осраҡҡа 3 принципиаль патологик торош бәйле: витаминдың булмауы — авитаминоз, витаминдың етмәүе — гиповитаминоз һәм витаминдың кәрәгенән артыҡ булыуы — гипервитаминоз. 2012 йылда 13 матдә (йәки матдәләр төркөмө) витамин тип таныла. Тағы бер нисә матдә, мәҫәлән левокарнитин (карнитин) һәм инозитол әле ҡарала ғына[4]. Иреү һәләтенән сығып, витаминдарҙы майҙа иреүсе — A, D, E, K витаминдары һәм һыуҙа иреүсе — C витамины һәм  B төркөмө — витаминдарына бүләләр. Майҙа иреүсе витаминдар организмда туплана, өҫтәүенә улар май туҡымаһында һәм бауырҙа йыйыла. Һыуҙа иреүсе витаминдар күп йыйыла алмай һәм артығы һыу менән сығарыла. Ошоноң менән һыуҙа иреүсе витаминдарҙың гиповитаминозын һәм майҙа иреүсе витаминдарҙың гипервитаминозын аңлатып була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер аҙыҡ төрөнөң айырым сирҙәрҙе булдырмауҙа мөһимлеге борондан уҡ билдәле булған. Борон мысыр халҡы бауырҙың никталопиянан (күрәғарау) дауалауын белгән (әлеге ваҡытта күрәғарауҙың А витамины етмәгәндән килеп сығыуы билдәле). 1330 йылда Пекинда Ху Сыхуэй ашамлыҡтарҙың терапевтик әһәмиәте һәм сәләмәт йәшәүҙә рационды төрләндереүҙең файҙаһы тураһындағы белемде системаға һалған өс томлы «Ашамлыҡ һәм эсемлектең мөһим принциптары» тигән хеҙмәт баҫып сығарған. 1747 йылда шотланд табибы Джеймс Линд (James Lind), оҙайлы диңгеҙ сәйәхәте барышында, сирләгән матростар менән үҙенә күрә бер эксперимент уҙғарған. Уларҙың рационына төрлө әселектәге аҙыҡтар индереп, цитрус емештәренең зәңге (цинга) сиренә ҡаршы тора алыу сифатын асҡан. 1753 йылда Линд лимон һәм лаймаларҙы зәңге булдырмау маҡсатында ҡулланыу кәрәклеген тәҡдим иткән «Зәңге тураһында трактат» тигән хеҙмәтен баҫтырып сығарған. Әммә был ҡараштар шундуҡ танылыу тапмаған. Шуға ҡарамаҫтан, Джеймс Кук ғәмәлдә, карап рационына тоҙло кәбеҫтә, татлы ҡурйын үләнен, һоҫла (һыра яһай торған ҡуйы шыйыҡлыҡ) һәм цитрус сиробына оҡшаған шыйыҡса индереп, зәңгене булдырмауҙа үҫемлек аҙығының ролен иҫбатлаған. Шулай итеп, ул шул заман өсөн таң ҡалырлыҡ ҡаҙанышҡа эйә була һәм зәңге сиренән бер матросты ла юғалтмай. 1795 йылда лимон һәм башҡа цитруслылар британ моряктарының рационына стандарт өҫтәмәгә әйләнгән. Был матростарҙың теңкәһенә тейгән, үпкәләтерлек лимонник ҡушаматын барлыҡҡа килтергән. Матростар хатта лимон болалары ойошторған: лимон һуты тултырылған мискәләрҙе карап борты аша диңгеҙгә ырғытҡандар. Витаминдар тураһындағы тәүғилемгә рәсәй ғалимы Николай Иванович Луниндың тикшеренеүҙәрендә нигеҙ һалынған. Ул тәжрибә маҡсатында, һыйыр һөтө составына ингән бөтөн билдәле элементтарҙы: шәкәрҙе, аҡһымды, майҙы, углеводты (углерод, кислород һәм водородтан торған тереклек өсөн кәрәкле органик берләшмәләрҙең күп һәм киң таралған төркөмө), тоҙҙо, һәр береһен айырым-айырым һалып, сысҡандарға ашатҡан. Сысҡандар үлгән. 1880 йылдың сентябрендә, докторлыҡ диссертацияһын яҡлағанда, Лунин, тереклек иткән йән эйәһенең ғүмерен һаҡлау өсөн, аҡһым, май, углевод, тоҙ һәм һыуҙан башҡа, тағы ла башҡа, өҫтәмә матдәләр кәрәк тип, раҫлаған. Уларҙың әһәмиәтен танып, Н. И. Лунин: «Был матдәләрҙе табыу һәм уларҙың әһәмиәтен өйрәнеү ҙур иғтибарға лайыҡ» тип яҙған. Луниндың һығымтаһын ғилми берләшмәһе ҡәтғи ҡабул итмәгән, сөнки башҡа ғалимдар уның һөҙөмтәһен ҡабаттан тикшереп тормаған. Был хәлдең тағы бер сәбәбе бар: Лунин, тәжрибә башҡарғанда, тростник шәкәрен ҡулланған, ә башҡа тикшереүселәр насар таҙартылған һәм составына бер ни тиклем миҡдарҙа  В витамины кергән һөт шәкәрен файҙаланған булған[5][6].

1895 йылда В. В. Пашутин, зәңге ауырыуы аслыҡтың бер формаһы һәм аҙыҡ состаында үҫемлектәрҙән бүленеп сыҡҡан, ләкин кеше организмы менән синтезланмаған, ниндәйҙер органик мәтдәнең ризыҡ составында етерлек миҡдарҙа булмауы сәбәпле үҫешкән, тигән һығымтаға килгән. Автор, был матдә энергия сығанағы түгел, ләкин организмға кәрәк һәм, ул булмаһа, ферментатив процестар боҙолоуы арҡаһында, зәңге сире үҫешә, тип билдәләгән. бының менән В. В. Пашутин витамин C-ның ҡайһы бер төп үҙенсәлектәрен, алдан күҙ аллап әйтеп биргән.

Артабанғы йылдарҙа витаминдарҙың барлығы тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Шулай, 1889 йылда һолланд врачы Христиан Эйкман тауыҡтар, бешерелгән дөгө ярмаһын биргәндә, бери-бери ауырыуына дусар ителеүен, ә уларҙың ризығына дөгө көрпәһен (кәбәген) ҡушҡанда — һауығыуын күҙәткән. 1905 йылда Уильям Флетчер таҙартылмаған дөгөнөң кешеләрҙең бери-бери сиренә бирешмәүендә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын асҡан. 1906 йылда Фредерик Хопкинс, аҡһым, май, углевод һ.б. тыш, ризыҡта тағы ла кеше организмына кәрәкле ниндәйҙер матдәләр бар тип раҫлаған һәм уларға «accessory food factors» тигән атама биргән. Был тәңгәлдә һуңғы аҙымды 1911 йылда Лондонда эшләгән поляк ғалимы Казимир Функ яһаған. Ул бәләкәй генә миҡдары бери-бери сиренән терелтә торған кристаллик препарат бүлеп сығарған. Препарат «Витамайн» тигән атама алған(Vitamine) — лат. vita — «тормош» һәм ингл. amine — азот берләшмәһенән торған «амин» тигәндән алынған. Функ башҡа ауырыуҙар ҙа — зәңге лә, пеллагра ла, рахит та — ҡайһы бер матдәләр етмәүҙән барлыҡҡа килеүен алдан әйтеп биргән.

1920 йылда Джек Сесиль Драммонд «Vitamine» һүҙенән «e» хәрефен алырға тәҡдим иткән, сөнки ул саҡта яңы асылған  C витаминында амин компоненты булмаған. Шулай "витамайн"дар "витамин"дар булып киткән.

1923 йылда доктор Глен Кинг было установлено химическое строение витамина С витаминының химик төҙөлөшөн билдәләгән, ә 1928 йылда доктор һәм биохимик Альберт Сент-Дьёрди беренсе тапҡыр, уны гексурон кислотаһы тип атап, витамин С-ны тапҡан. 1933 йылда уҡ швейцар тикшеренеүселәре витамин С-ға идентик булған барыбыҙға ла билдәле аскорбин кислотаһын синтезлаған.

1929 йылда Фредерик Гоуленд Хопкинс һәм Христиан Эйкман витаминдарҙы асҡан өсөн Нобель премияһына лайыҡ булған, ә Лунин һәм Функ — иғтибарһыҙ ҡалған. Лунин педиатр булып эшләгән, һәм оҙаҡ йылдарға уның винтаминдар асыуы онотолған. 1934 йылда Ленинградта Витаминдар буйынса Беренсе бөтә союз конференцияһы ойошторолған, һәм шуға Лунин (ленинградлы) саҡырылмаған.

1910-сы, 1920-се һәм 1930-сы йылдарҙа башҡа витаминдар ҙа асылған. 1940-сы йылдарҙа витаминдарҙың химик төҙөлөшө асылған.

1970 йылда Карл Лайнус Полинг, ике тапҡыр Нобель премииһы лауреаты, үҙенең тәүге «Витамин С, ғәҙәти һыуыҡ үткәреү һәм киҙеү» тигән хеҙмәтендә  С витаминының ҡайһы бер ауырыуҙан дауалауҙағы эффекты тураһында яҙып, медицина донъяһын хайран ҡалдырҙы. Шунан бирле «аскорбинка» көндәлек тормошобоҙҙа иң билдәле, популяр һәм алыштырғыһыҙ витамин булып ҡала. Был витминдың 300 артыҡ биологик функциялары өйрәнелгән һәм тасуирланған. Бигерәк тә, йәнлектәрҙән айырмалы, кеше үҙе  С витаминын эшләп сығара алмай, һәм шуның өсөн уның запасын көн һайын тулыландырыр кәрәк (С витамины сикләнгән миҡдарҙа кешенең бауырында туплана). Һуңғы ваҡытта C витаминын ҡулланыуҙың һыуыҡ үткәреп ауырығандағы файҙаһы, айырым алғанда, шик аҫтына ҡуйыла[7].

Витаминдарҙы өйрәнеү сит ил ғалимдары тарафынан да, тыуған илебеҙ ғалимдары тарафынан да уңышлы тикшерелгән; шулар араһында — А. В. Палладин, М. Н. Шатерников, Б. А. Лавров, Л. А. Черкес, О. П. Молчанова, В. В. Ефремов, С. М. Рысс, В. Н. Смотров, Н. С. Ярусова, В. Х. Василенко, А. Л. Мясникова һәм башҡа бик күптәр[8].

Витаминдарҙың атамаһы һәм классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Витаминдар шартлы рәүештә латин алфавиты хәрефтәре менән билдәләнгән: A, B, C, D, E, H, K һ.б. Һуңынан уларҙың ҡайһы береһе үҙ аллы матдә түгел, ә айырым витаминдарҙың комплексы икәне асыҡланған. Шулай, мәҫәлән,  В витамины төркөмө витаминдары яҡшы өйрәнелгән. Витаминдарҙың атамалары, өйрәнелеү барышында, үҙгәртелгәндәр (был турала мәғлүмәт таблицала күрһәтелгән). Витаминдарҙың хәҙерге атамалары Таҙа һәм ғәмәли химия халыҡ-ара союзының биохимик секцияһы номенклатура буйынса Комиссияһы тарафынан 1956 йылда ҡабул ителгән.

Ҡайһы бер витаминдар өсөн шулай уҡ физик үҙенсәлектәре һәм организмға тәьҫир итеүе буйынса айырым оҡшашлыҡ билдәләнгән.

Хәҙерге ваҡытҡа саҡлы витаминдарҙы классификациялау, һыуҙа иреүенән һәм майҙа иреүенән сығып билдәләнгән булған. Шуның өсөн беренсе төркөмдө һыуҙа иреүсе витаминдар (C, P һәм бөтөн төркөм B), ә икенсеһен — майҙа иреүсе витаминдар — липовитаминдар (A, D, E, K) тәшкил иткән. Әммә 1942—1943 йылдарҙа уҡ академик А. В. Палладин  К витаминының һыуҙа иреүсе аналогы — викасолды синтезлаған. Ә һуңғы ваҡытта был төркөмгә ҡараған башҡа витаминдарҙан да һыуҙа иреүсе препараттар алынған. Шулай итеп, витаминдарҙы һыуҙа иреүсе һәм майҙа иреүсе төрҙәргә бүлеү ҡайһылыр дәрәжәлә әһәмиәтен юғалта.

Хәреф менән билдәләү Халыҡ-ара номенклатураға ярашлы химик атамаһы (башҡа атамалары — йәйәләрҙә) Иреүе
(Ж — майҙа иреүсе
В — һыуҙа иреүсе)
Авитаминоз һөҙөмтәләре, физиологик роле Рөхсәт ителә торған юғары кимәл Тәүлек ихтыяжы
A1


А2

Ретинол (аксерофтол, ксерофтальмияға ҡаршы витамин)
Дегидроретинол
Ж[9] Күрәғарау, ксерофтальмия 3000 мкг[9] 900 (өлкәндәр), 400—1000 (балалар) мкг рет. экв.[9]
B1 Тиамин (аневрин, антиневритлы) В Бери-бери, синдром Гайе — Вернике билдәләнмәгән[9] 1,5 мг[9]
B2 Рибофлавин В Арибофлавиноз билдәләнмәгән[9] 1,8 мг[9]
B3 B3 витамины|, PP никотинамид (никотин кислотаһы, ниацинамид, пеллаграға ҡаршы витамин) В Пеллагра 60 мг[9] 20 мг[9]
B4 Холин В Бауыр 20 г 425—550 мг
B5 Пантотен кислотаһы (кальций пантотенаты) В Быуын ауыртыуы, сәс ҡойолоу, аяҡ-ҡулды көҙән йыйырыу, фалиж һуғыу, күреү һәләтен һәм хәтер юғалтыу. билдәләнмәгән 5 мг[9]
B6 Пиридоксин (адермин) В Анемия, баш ауыртыу, тиҙ арыу, дерматит һ.б. тире ауырыуҙары, кожа лимон-һары төҫтәге тире, аппетит юғалыу, иғтибар, хәтер тарҡалыу, ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге 25 мг[9] 2 мг[9]
B7, H Биотин (антисеборрея факторы, W факторы, тире факторы, коэнзим R, X фактор) В Тире зарарланыу, аппетит юғалыу, ҡоҫоу, тел шешенеүе, мускулдар ауыртыу, хәлһеҙлек, депрессия билдәләнмәгән 50 мкг[9]
B8 Инозитол[# 1] (инозит, мезоинозит) В Мәғлүмәт юҡ мәғлүмәт юҡ мәғлүмәт юҡ[# 2]
B9, Bс, M Фолий кислотаһы (фолацин) В Фолий-дефицитлы анемия, эмбриондың арҡа мейеһе көпшәһе үҫеше боҙолоуы 1000 мкг 400 мкг
B10 Парааминобензой кислотаһы, ПАБ (n-Аминобензой кислотаһы) В Эсәк микрофлораһы тарафынан витаминдар эшләп сығарыуҙы стимуллаштыра. B9 витамины (фолий кислотаһы) составына инә Билдәләнмәгән
B11, Bт Левокарнитин[# 1] В Метаболик процестарҙың боҙолоуы мәғлүмәт юҡ 300 мг
B12 Цианокобаламин (анемияға ҡаршы) В Пернициоз анемия билдәләнмәгән[9] 3 мкг[9]
B13 Орот кислотаһы[# 1] В Төрлө тире ауырыуҙары (экзема, нейродермит, псориаз, ихтиоз) юҡ 0,5—1,5 мг
B15 Пангам кислотаһы[# 1] В мәғлүмәт юҡ 50—150 мг
C Аскорбин кислотаһы (зәңгегә ҡаршы (антискорбут) витамин) В Зәңге (лат. scorbutus — зәңге), теш итенең ҡанаусанлығы, танау ҡанауы[9] 2000 мг[9] 90 мг[9]
D1
D2
D витамины|
D3
D4
D5
Ламистерол
Эргокальциферол (кальциферол, рахитҡа ҡаршы витамин)
Холекальциферол
Дигидротахистерол
[[7-дегидротахистерол
Ж[9] Рахит, остеомаляция 50 мкг[9] 10—15 мкг[9][11]
E α-, β-, γ-токоферолдар Ж[9] Нервы-ит органдары боҙолоуы: арҡа-кесе мейе — атаксия (Фридрейх атаксияһы), миопатия. Анемия[12]. 300 мг ток. экв.[9] 15 мг ток. экв.[9]
K1]]
K витамины|K2
Филлохинон
Фарнохинон
Ж[9] Гипокоагуляция билдәләнмәгән[9] 120 мкг[9]
N Липоев кислотаһы, Тиоктов кислотаһы[# 1] Ж Бауырҙың дөрөҫ функцияһы өсөн кәрәк 75 мг 30 мг[9]
P]] Биофлавоноидтар, фенол (полифенолдар)[# 1] В Капиллярҙарҙың тиҙ һыныусанлығы мәғлүмәт юҡ мәғлүмәт юҡ
U Метионин[# 1][13]
S-метилметионинсульфоний-хлорид
В Сей яраларға ҡаршы фактор; U витамины (латин теленән ulcus — сей яра)
Иҫкәрмәләр
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Витаминға оҡшаған матдә
  2. Был берләшмәне организм глюкозанан үҙе синтезлағанлыҡтан һәм ризыҡта булмауы менән бәйле ауырыуҙың билдәһеҙлеге арҡаһында, уның витамин булараҡ статусы шик аҫтына ҡуйыла[10].

Ҡағиҙә булараҡ, витаминдарҙың тәүлек нормаһы кешенең йәшенә, шөғөлөнә, йыл миҙгеленә, енесенә, ҡатын-ҡыҙҙың буйға уҙыуына һ.б. факторҙарға ҡарап билдәләнә.

Кулинар эшкәртеү барышында витаминдарҙың тарҡалыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тышҡы мөхит факторҙары (мөхиттәге температура, кислород, ҡояш нурҙары, кислоталар, һелте) тәьҫирендә витаминдар тарҡала һәм үҙенең биологик активлығын юғалта. Һиҙеүсәнлек дәрәжәһе буйынса витаминдар төрлө үҙенсәлектәргә эйә, ҡайһы берҙәре юғары ныҡлыҡ ҡа эйә, ә бүтәндәре тиҙ тарҡала. Был тәү сиратта витаминдарҙың үҙҙәренең химик төҙөлөшө буйынса химик реакцияға тиҙ инеүсе юғары актив берләшмәләр булыуы менән бәйле. Витамин молекулаһы донъяға тәбиғи юл менән әллә химик синтез ярҙамында барлыҡҡа килгәненән башлап кеше йә хайуан организмына эләккән моментына бирле, уның яҙмышы күпселеген витаминды һаҡлау һәм эшкәртеү шарттары менән бәйле.

Витаминдарҙың стабиль булмауының төп факторы булып:

  1. Һауа кислороды
  2. Ҡырҡыу әсемә (перекись)
  3. Дым
  4. мөхит pH-ы
  5. Металдар ионы (тимер, баҡыр)
  6. Ҡояш яҡтылығы
  7. Юғары температура
  8. Микроорганизмдар
  9. Ферменттар
  10. Адсорбенттар
Витамин Яҡтылыҡҡа Әселеккә Яңынан тергеҙелеүгә Температураға Металдар иондарына Дымлылыҡҡа Оптималь рН
A +++ +++ ++ ++ + Нейтраль, еңел һелтеле
D3 +++ +++ ++ ++ ++ Нейтраль, еңел һелтеле
E + + ++ + + Нейтраль
K3 ++ + ++ ++ +++ ++ Нейтраль, еңел һелтеле
B1 + ++ +++ +++ ++ ++ еңел әселекле
B2 +++ + ++ ++ + Нейтраль
B3 + + Нейтраль
B4 +++ Нейтраль, еңел әселекле
B5]] ++ + Нейтраль
B6 + + ++ + Әселекле
B12 ++ ++ + + Нейтраль
B9 ++ ++ ++ + + + Нейтральная
H + Нейтраль
C + +++ + +++ +++ ++ Нейтраль, әселекле

+++ — юғары һиҙеүсән
++ — һиҙеүсән
+ — еңел һиҙеүсән[14]

Антивитаминдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антивитаминдар — витаминдарҙың биологик активлығын баҫыусы органик ҡушылмалар төркөмө. Был үҙҙәренең химик төҙөлөшө буйынса витаминдарға оҡшаған, ләкин ҡапма-ҡаршы биологик тәьҫир итеүсе ҡушылмалар. Антивитаминдар организмға эләкһә, улар витамин урынына матдәләр алмашыныуы реакцияһына инәләр һәм уның нормаль барышына аяҡ салалар йәиһә уны боҙалар. Аҙыҡ аша йә организмдың үҙендә витамин етерлек дәрәжәлә эшләнһә лә, бындай хәлдә витамин етмәү күренеше күҙәтелә. Мәҫәлән,  B1 витаминының (тиаминдың) антивитамины полиневритҡа сәбәпсе булған пиритиамин.

Химиотерапия, микроорганизмдарҙың, хайуандарҙың һәм кешеләрҙең ризыҡланыуы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр үҫеше, витаминдарҙың химик структураһын булдырыу витаминология өлкәһендә лә матдәләр антагонизмы тураһындағы ҡараштарҙы төгәлләү буйынса реаль мөмкинлектәр бирҙе. Шуның менән бергә, антивитаминдарҙы асыу витаминдарҙың үҙҙәренең физиологик тәьҫирен тулы һәм тәрән өйрәнеүгә булышлыҡ иткән, сөнки экспериментта антивитаминды ҡулланыу витаминдың тәьҫирен юғалтыуға һәм организмда шуға ярашлы үҙгәрештәр башланыуына килтерә; был билдәле дәрәжәлә теге йә был витаминдың организмдағы функциялары тураһында беҙҙең белемде киңәйтә.

Бөтөн витаминдар өсөн дә тиерлек антивитамин булғаны билдәле. Уларҙы ике төп төркөмгә бүлеп була:

  • Беренсе төркөмгә витаминдарҙың молекулаларын тарҡатыу, емереү йәиһә бәйләү юлы менән актив булмаған формаға инактивлаштырыусы химик матдәләр ҡарай.
  • Икенсе төркөмгә витаминдарға структур яҡтан оҡшаған йә структур яҡтан туғандаш булған химик матдәләр ҡарай. Был матдәләр витаминдарҙы биологик актив ҡушылмаларҙан ҡыҫырыҡлап сығаралар, шуның менән бергә, уларҙы активһыҙландыралар. Һөҙөмтәлә ике төркөм антивитаминдарҙың тәьҫирендә организмда матдәләр алмашыныуы процесының нормаль барышы боҙола.

Поливитаминдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Поливитамин препараттар — үҙенең составында витаминдар комплексы һәм минераль берләшмәләр булған фармакологик препарат.

Кеше өсөн берҙән-бер натураль аҙыҡ поливитамины булып үҙендә бик күп эссенциаль витаминдар йыйылмаһы тотҡан ҡатын-ҡыҙ һөтө тора. Гиповитаминозды, бигерәк тә балаларҙа, профилактикалау маҡсатында комплекслы витамин препараттары файҙаланыу тәҡдим ителә. Поливитамин препараттары гиповитаминозды профилактикалау һәм дауалау өсөн генә түгел, ә гипотрофия йә паратрофия кеүек ашҡаҙан боҙолоу күренештәрен комплекслы терапиялағанда ҡулланыла.

Балаларҙың йәшәү эшмәкәрлегенә ярҙам итеүҙе, бала организмының үҫеүен һәм үҫешен тәьмин итеүҙе булдырған юғары аҙыҡ эшкәртеү һәләте (метаболизм), организмда витаминдарҙың ғына түгел, ә биологик әһәмиәтле макро- һәм микроэлементтарҙың тулы һәм регуляр рәүештә тулыланып тороуын талап итә. Ғалимдар фекеренсә, рәсәй балаларына һәм үҫмерҙәргә витамин-минераль комплекстарын ҡулланыу актуаль[15].

Шул уҡ ваҡытта, витаминдарҙы[16] өҫтәп ҡулланыу яман шеш (карцинома) һәм йөрәк сирҙәренә килтерә, үҫемлектәр һәм хайуандар ғүмерен ҡыҫҡартыу хәүефен арттыра тигән мәғлүмәттәр бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гайсина Л. А., Фазлутдинова А. И., Кабиров Р. Р. Современные методы выделения и культивирования водорослей. — Учебное пособие. — Уфа: БГПУ, 2008. — 152 с. — 100 экз. — ISBN 978-5-87978-509-8.
  2. 2,0 2,1 2,2 Овчинников Ю. А. Витамины // Биоорганическая химия. — Москва: Просвещение, 1987. — С. 668.
  3. витаминология. Большой медицинский словарь. 2000.. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 30 май 2012 года.
  4. Gerald F. Combs, Jr. Chapter 1. What is a Vitamin? // The Vitamins. — Academic Press, 2012. — 598 с. — ISBN 978-0-12-381980-2.
  5. Витамины // газета «Биология» (приложение к газете «Первое сентября»), № 23, июнь 1998
  6. Справочник по витаминам (для врачей). / Проф. П. И. Шилов, доц. Т. Н. Яковлев. — Л.: МЕДГИЗ, 1960. (ISBN не указан)
  7. Vitamin C Can't Cure Common Cold (билдәһеҙ). WebMD. Дата обращения: 10 февраль 2016.
  8. Справочник по витаминам (для врачей). / Проф. П. И. Шилов, доц. Т. Н. Яковлев. — Л.: МЕДГИЗ (ленинградское отделение), 1960. (ISBN не указан)
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 9,12 9,13 9,14 9,15 9,16 9,17 9,18 9,19 9,20 9,21 9,22 9,23 9,24 9,25 9,26 9,27 «Нормы физиологических потребностей в энергии и пищевых веществах для различных групп населения Российской Федерации» МР 2.3.1.2432-08 2013 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған.
  10. Reynolds, James E. F. Martindale: The Extra Pharmacopoeia. — Pennsylvania, 1993. — Vol. 30. — ISBN 0-85369-300-5.

    An isomer of glucose that has traditionally been considered to be a B vitamin although it has an uncertain status as a vitamin and a deficiency syndrome has not been identified in man.

  11. Йәш барыу менән D витаминына ихтыяж үҫә бара. 18 алып 60 йәштәге кешеләр өсөн ихтыяж — 10 мкг/тәүлек, для лиц старше 60 йәштән өлкәндәргә — 15 мкг/тәүлек.
  12. Brigelius-Flohé R, Traber MG (July 1999). «Vitamin E: function and metabolism». FASEB J. 13 (10): 1145–55. PMID 10385606.
  13. одна из незаменимых аминокислот
  14. Витаминдарҙың ризыҡта һәм эсәр һыуҙағы стабиллеге// Кузьмин А. А. // АО «Биофарм»
  15. Вильмс Е. А., Турчанинов Д. В., Боярская Л. А., Турчанинова М. С. Состояние минерального обмена и коррекция микроэлементозов у детей дошкольного возраста в крупном промышленном центре Западной Сибири. Педиатрия, 2010, том 89, № 1, с. 85—90
  16. Миф о витаминах. Как вышло, что мы поверили в их пользу? slon.ru. Дата обращения: 14 февраль 2016.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кристофер Хоббс, Элсон Хаас. Витамины для «чайников» = Vitamins for Dummies. — М.: Диалектика, 2005. — 352 с. — ISBN 0-7645-5179-5.
  • Л.П. НИКИТИНА, Н.В. СОЛОВЬЕВА. КЛИНИЧЕСКАЯ ВИТАМИНОЛОГИЯ. — Чита, 2002. — 66 с.
  • Т. С. Морозкина, А. Г. Мойсеёнок. Витамины: Краткое рук. для врачей и студентов мед., фармацевт. и биол. специальностей. — Мн.: ООО "Асар", 2002. — 112 с. — ISBN 985-6572-55-X.
  • А.А. Савченко, Е.Н. Анисимова, А.Г. Борисов, А.Е. Кондаков. Витамины как основа иммунометаболической терапии. — Красноярск.: КрасГМУ, 2011. — 213 с. — ISBN 978-5-94282-093-7.
  • В. А. Девятнин. Витамины. — М.: Пищепромиздат, 1948. — 279 с.