22 июнь
22 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 173-сө (кәбисә йылында 174-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 192 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Тропик урмандар көнө.
- Һыу инеү көнө.
Рәсәй Федерацияһы, БДБ:
- Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө.
Гаити: Президент көнө.
Конго Республикаһы: Ҡораллы көстәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы
- Халыҡ художество кәсептәре көнө (июндәге йәкшәмбеләрҙең һуңғыһы алдынан).
Хорватия — Фашизмға ҡаршы көрәш көнө.
Колумбия: Адвокаттар көнө.
Сальвадор: Уҡытыусылар көнө.
- 1675 йыл: Англиялағы Гринвич обсерваторияһы эшләй башлай.
- 1853 йыл: Лондонда А. И. Герцен нигеҙ һалған «Ирекле рус типографияһы» эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1857 йыл: Лондонда беренсе рус оппозицион гәзите «Колокол» баҫылып сыға, уның нәшриәтселәре Александр Герцен һәм Николай Огарев була.
- 1876 йыл: Испанияла конституция ҡабул ителә.
- 1889 йыл: Германия Европала беренсе булып ҡартлыҡ буйынса пенсия индерә.
- 1921 йыл: Мәскәүҙә беренсе радиотапшырыу селтәре эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Буренкова Надежда Андреевна (1955), педагог. 1989 йылдан Күмертау ҡалаһының 5-се, артабан — 6-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
- Зарипова Зоя Сиразетдиновна (1955), малсылыҡ хеҙмәткәре. Тәтешле районы элекке «Октябрь» колхозының һәм ауыл хужалығы кооперативының 3-сө фермаһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо райондың Юда ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тюкаев Александр Иванович (1941), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. 1963—2011 йылдарҙа хәҙерге Күмертау авиация етештереү предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1975 йылдан материаль-техник тәьминәт бүлеге начальнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1998), предприятиеның атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Нурлат районы Сәләнгеш ауылынан.
- Әхмәтйәнов Риф Фәтҡулла улы (1946), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. 1968—2006 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» һәм «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ишем ауылынан.
тулы исемлек
- Антонова Людмила Петровна (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1973 йылдан Салауат ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2011—2016 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Минакова Любовь Викторовна (1981) — рәсәй дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры (2025).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы (1922—24.06.2006), педагог-методист, педагогия фәндәре кандидаты (1961), РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1969) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994).
- Измайлов Иван Григорьевич (1922—2000), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974-1983 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Эске эштәр идаралығы начальнигы, милиция генерал-майоры, өс I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Шаран районынан.
тулы исемлек
- Ханин Василий Дмитриевич (1922—5.01.1983), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт взводы командиры. Мәләүез ҡалаһы 2-се урта мәктәбенең (хәҙер 1-се гимназия) элекке тарих уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Бакланов Юрий Григорьевич (1937), хужалыҡ эшмәкәре, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең 1994-2005 йылдарҙағы генераль директоры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982), «Почёт Билдәһе» (1988) һәм Преподобный Сергий Радонежский (2007) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Өфө ҡалаһында тыуған.
- Латыпов Зиязетдин Талип улы (1937), «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке нефтсеһе, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры, Рәсәйҙең Яғыулыҡ энергетикаһы министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Лебедьков Валерий Иванович (1947), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1973 йылдан Өфө ҡала һөт заводының баш инженеры, директор урынбаҫары һәм директоры; 1980—2003 йылдарҙа Өфө һөт комбинаты һәм «Уфамолагропром» берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Хлюпин Иван Иванович (1947), ауыл хужалығы ветераны. 1967—2007 йылдарҙа Баҡалы районы «Искра Ленина» колхозы водителе. 2-се (1986) һәм 3-сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙансы ауылынан.
- Бакулин Владимир Георгиевич (1952), музыкант, педагог. Өфөләге махсус урта музыка колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика ижади конкурстары лауреаты.
- Әхмәтханов Ринат Мәснәүи улы (1957), ғалим-химик, 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты деканы. Химия фәндәре докторы (2005), профессор, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012).
- Шаһмөхәмәтов Азат Ғәли улы (1977), хәрби музыкант, дирижёр, полковник (2022). Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-үрнәк оркестры начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Задионченко Семён Борисович (1898—19.11.1972), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1942—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың I һәм 2‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ленин (1939, 1943, 1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Осетров Пётр Петрович (1913—10.01.1987), инженер-металлург, 1965—1978 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты директоры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952), Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Шаховская ҡала округына ҡараған Канаево ауылынан.
тулы исемлек
- Кәримова Сәлисә Сәфи ҡыҙы (1923—18.09.2017), педагог, йәмәғәтсе. 1958 йылдан Салауат ҡалаһы 6-сы урта мәктәбе тәрбиәсеһе, 1961 йылдан — директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары; 1970 йылдан Салауат педагогия училищеһының директор урынбаҫары, 1982—1985 йылдарҙа — уҡытыусыһы. 1971 йылдан округ һайлау комиссияһы рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Келәш ауылынан.
- Юнысбаев Булат Хәләф улы (1953—10.11.2016), педагог-методист, 1991—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1991), профессор (2015). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Түләкова Зилә Дамир ҡыҙы (1968), педагог, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йосопов Һарун Вәли улы (1914—26.06.1968), археолог-ғалим, төркиәтсе һәм этнограф. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, элемтәсе, гвардия сержанты. 1952—1958 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1952). Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- Абдулбанеева Памира Мансур ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Сөләйманова); 1939—31.03.2021), телевидение хеҙмәткәре. 1965—1999 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы телевидение студияһының тауыш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Шәймөхәмәтова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы (1954), китапханасы. 1977 йылдан Ҡалтасы районындағы Краснохолмский быраулау эштәре идаралығы һәм Краснохолмский ауылы йәштәр китапханаһы китапханасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Тәүәтәй ауылынан.
- Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы (1974), әҙәбиәт белгесе-ғалим, йәмәғәтсе. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. 2007 йылдан башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканының фән буйынса, 2013—2019 йылдарҙа — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2006). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003)
- Илһамов Тамерлан Айсар улы (1994—4.07.2022), контракт буйынса хеҙмәт иткән һәм Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, зенит батареяһының хәрби расчет командиры, гвардия прапорщигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1805 йыл: Джузеппе Мадзини, Италия революционеры, илдең берләшеүе өсөн көрәшеүсе.
- 1845 йыл: Ричард Седдон, дәүләт эшмәкәре, 1893—1906 йылдарҙа Яңы Зеландияның премьер-министры.
тулы исемлек
- 1890 йыл: Исак Зеленский, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1898 йыл: Ремарк Эрих Мария, Германия яҙыусыһы.
- 1910 йыл: Джон Хант, Англия офицеры, Эверестҡа тәүге булып менгән экспедиция етәксеһе.
- 1910 йыл: Конрад Цузе, Германия инженеры, компьютер эшләй башлаусыларҙың береһе.
- 1925 йыл: Әминә Сәфиуллина, Татарстан телевидениеһының беренсе дикторы, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1964).
- 1930 йыл: Юрий Артюхин, СССР-ҙың лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы.
- 1949 йыл: Мерил Стрип, АҠШ-тың театр һәм кино актёры.
- 1950 йыл: Светлана Крючкова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991), ике тапҡыр «Ника» премияһы лауреаты (1990, 2010).
- 1960 йыл: Трэйси Поллан, Америка актрисаһы.
- 1965 йыл: Уве Болл, Германия кинорежиссёры.
- 1970 йыл: Отар Кушанашвили, Грузия һәм Рәсәй журналисы, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980 йыл: Илья Брызгалов, Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы.
- 1961 йыл: Айыуханов Закир Насир улы, башҡорт тел белгесе, педагог-методист.
- 2006 йыл: Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы, театр актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1958).