Тәүәтәй

Тәүәтәй (рус. Тюбетеево) — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 390 кеше булған[2]. Почта индексы — 452120, ОКАТО коды — 80202864006.

Халыҡ һаны

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, милләттең күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (100 процент)[3].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 100
1816 йыл 112
1870 йыл 224
1897 йыл 186
1906 йыл 26 август 368
1920 йыл 26 август 373
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 346
1959 йыл 15 ғинуар 481
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 402
2002 йыл 9 октябрь 350
2010 йыл 14 октябрь 287 137 150 47,7 52,3

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 26 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Себенле): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 26 км

Урамдары

  • Дим урамы (рус. улица Демы)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[4]

Тарихы

Тәүәтәй Себенле ауыл Советы составында. Район үҙәгенән һәм Раевка тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 26 саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1734 йылдан документтарҙа билдәле. Тәүге төпләнеүсе Тәүәтәй Минкин исеме менән аталған. Тәүәтәйҙең улдары һәм ейәндәре ревизия материалдарында күрһәтелә. Өлкән улы Дәүләт (1752—1813), уның улы Көҫәп, 1774 йыл (уның балалары Хәлил, Таймаҫ, Ғәлиулла, Заһиҙулла), Юламан, 1776 йыл (уның улдары Шаһиәхмәт, Баҙран, Сайран), Атанғол (1776—1814), мулла Ҡарабулат, 1787 йыл (уның улдары Рәхмәтулла, Сәйфулла, Хәбибулла). 1795 йылда 16 йортта 100 кеше йәшәгән, 1865 йылда 43 йортта — 224 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1795 йылда 14 йортта 100 кеше йәшәгән, 1816 йылда — 112, 1834 йылда — 186 кеше, 1859 йылда — 254 кеше, 1870 йылда — 224 кеше,1906 йылда — 368 кеше; 1920 йылда — 373 кеше, 1939 йылда — 346 кеше, 1959—481 кеше; 1989 кеше — 402 кеше; 2002 йылда — 350 кеше; 2010 йылда — 287 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар[5][6].

Матбуғатта

  • Йәшлек. 3 ноябрь 2021, Фронтовиктарҙың исемдәре мәңгеләштерелде[7]

Видеофильмдар

  • Осош. Тәүәтәй ауылы. Башҡортостан. 2021 йылдың 8 мартыYouTube сайтында Видео

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
  5. А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 426-сы б.
  6. Башҡорт энциклопедияһы. Тәүәтәй
  7. [1]
  8. Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Межпоселенческая центральная районная библиотека» муниципального района Калтасинский район Республики Башкортостан. Офиицальный сайт. Хозяйка книжного царства. 9 октября 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2024)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә