Әбделкәрим (Әлшәй районы)

Әбделкәрим (рус. Абдулкаримово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[2]. Почта индексы — 452119, ОКАТО коды — 80202804002.

Халыҡ һаны

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеген башҡорттар (99 %) тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1865 йыл 102
1906 йыл 203
1920 йыл 26 август 295
1926 йыл 17 декабрь 274
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 249
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 162
2002 йыл 9 октябрь 122
2010 йыл 14 октябрь 68 29 39 42,6 57,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 37 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әбдрәшит): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 37 км

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Нефтсе биләмәһе (рус. территория Нефтяник)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[4]

Тарихы

Әбделкәрим ауылына 1784 йылда Төрөмбәт ауылынан барлыҡҡа килгән Яңы Төрөмбәт йорто сотнигы Әбделкәрим Төрөмбәтов нигеҙ һала. Уның атаһы Төрөмбәт Ырыҫҡолов — төп ауылдың (хәҙерге Ауырғазы районы) тәүге төпләнеүсеһе. 1850 йылғы 9-сы ревизия алдынан Төрөмбәттең улдары Абдрахман (уның балалары — Хәсән, Фәйзулла, Хәбибулла, Кәлимулла), Йәнебәк (1752—1841) ағаһы Әбделкәрим (уның улдары Әбделнасир, Ҡотлозаман) етәкселегендә утарға күсенәләр, һуңынан ауылға әүерелә. 1859 йылда унда 15 йортта аҫаба башҡорттар (70 кеше) һәм уларҙың керҙәштәре (18 кеше) йәшәгән. 1920 йылда 53 йортта 295 башҡорт була.[5].

Матбуғатта

  • Аманат. 8 май 2021, Әлшәй районы Әбделкәрим ауылында һәйкәл асҡандар[6]

Видеофильмдар

Тема буйынса өҫтәмә