Ташлы (Әлшәй районы)

Ташлы (рус. Ташлы) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 454 кеше[2]. Почта индексы — 452112, ОКАТО коды — 80202858001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 454 218 236 48,0 52,0

Тарихы

Район үҙәгенән һәм Раевка тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 21 саҡрым алыҫлыҡта Ташлы йылғаһы (Төйлән йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1745 йылдан алып билдәле. XIX быуат башында шулай уҡ керҙәш башҡорттар теркәлгән. 1795 йылда 15 йортта 91 кеше, 1816 йылда 26 йортта 174 кеше,1 834 йылда 177 кеше, 1865 йылда 72 йортта — 459 кеше йәшәгән. Малсылыҡҡ, игенселек, умартасылыҡ ҡ менәнн шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 6 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылда 1‑се Ташлы (828 кеше) һәм 2‑се Ташлыла (282 кеше) ауылдары булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 йылда — 925 кеше; 1920 йылда — 1110 кеше; 1939 йылда — 800 кеше; 1959 йылда — 812 кеше; 1989 йылда — 612 кеше; 2002 йылда — 541 кеше; 2010 йылда — 454 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[3]

Урамдары

Исемдәре:[4]

  • Ҡайынлыҡ урамы (рус. Берёзовая (улица))
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица))
  • Күл урамы (рус. Озёрная (улица))
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая (улица))
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 21 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 21 км

Билдәле шәхестәр

  • Низамов Рәйес Ғилметдин улы (1.07.1932—16.08.1978) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1978).
  • Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы (27 апрель 1930 йыл—30 март 1999 йыл) — ғалим-агроном. 1963—1994 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1993 йылдарҙа агрохимия һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1965), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987)
  • Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы (1 ғинуар 1931 йыл — 4 март 1994 йыл) — башҡорт фольклорсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
  • Ғәлина-Низамова Фәриҙә Наил ҡыҙы (17 сентябрь 1965 йыл) — Дәүләкән башҡорт гимназия-интернат № 3 уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.[5]
  • Аҡҡолова Рәсимә Әхтәм ҡыҙы (1 май 1955 йыл) — 2000—2014 йылдарҙа Дәүләкән лицей-интернат директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы(2007).[5]
  • Хәйруллина Гөлсәсәк Тимерғәзим ҡыҙы () — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Хәйруллин Урал Ғиниәт улы () — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Ишмөхәмәтов Хәниф Нурмөхәмәт улы (Борис Мөхәмәтов, 1916 йыл — 26 август 1944 йыл) — өлкән лейтенант, рота командиры. Седельце ҡалаһындағы (Польша) Шталаг-366 лагеры тотҡоно. Баш күтәрергә әҙерләнгән 825-се батальон етәкселеге атылғас, етәкселекте үҙ ҡулына ала.

Ер-һыу атамалары

  • Сынташ
  • Бабай шары
  • Һанай шары
  • Шайтан шары
  • Шоңҡар тау
  • Оло тау
  • Киленташ
  • Ҡыҙырын таш — Ибли йорто[6]
  • Шүрәлеләр араһы[7]

Видеояҙмалар

Фоторәсемдәр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә