Ҡайраҡлы (Әлшәй районы)

Ҡайраҡлы (рус. Кайраклы) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 186 кеше[2]. Почта индексы — 452130, ОКАТО коды — 80202806006.

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса сыуаштар 96 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 333
1816 йыл 401
1834 йыл 567
1870 йыл 720
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 985
1920 йыл 26 август 1244
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 882
1959 йыл 15 ғинуар 858
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 279
2002 йыл 9 октябрь 264
2010 йыл 14 октябрь 186 91 95 48,9 51,1

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 10 км

Урамдары

  • И.Машков урамы (рус. И.Машкова (улица))
  • Иванов урамы (рус. Иванова (улица)
  • Урман урамы (рус. Лесная (улица))
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная (улица))
  • Үҙәк урам рус. Центральная (улица)[4]

Тарихы

Барлыҡҡа килеү ваҡыты буйынса иң тәүгеһе — шул уҡ исемле йылға буйындағы Ҡайраҡлы ауылы. Сыуаш легендаларын һәм риүәйәттәрен өйрәнеүсе, күренекле тарихсы В. Д. Димитриев был ауыл тураһында былай тип яҙа: «250 — 300 йыл элек хәҙерге Әлшәй районының урман массивында Ҡайраҡлы ауылы барлыҡҡа килгән. Уға ауыр һалым золомы арҡаһында Волга буйынан килгән сумдырылмаған сыуаштарҙың өс ғаиләһе нигеҙ һалған. Ҡазан эргәһенән бер ғаилә килгән. Ситтән килеүсе кешеләр араһында Түбек тә була. Тәүҙә өс урында төпләнәләр, һуңынан бер ауылда төпләнәләр». Был легенданың деталдәре билдәһеҙ, әммә сығанаҡтар ауылға нигеҙ һалыныуҙың теүәл ваҡытын һаҡлап ҡалған. Сыуаш крәҫтиәндәре 1781 йылда Яйыҡ-ҫыбы-мең улусы башҡорттары тарафынан 50 йыл мөҙҙәткә индерелә.

1795 йылда бында 333 кеше иҫәпләнә, 1816 йылда — 401, 1834 йылда — 567, 1870 йылда — 720, 1920 йылда — 1244 кеше.

XIX быуат аҙағында ауылда 3 тирмән була[5].

Билдәле шәхестәре

  • Афанасьев Лукьян Макарович (1905—1981 йылдан да иртә түгел) — совет ғалим-геологы, петрограф һәм петролог. СССР Фәндәр академияһының Геология фәндәре институты һәм СССР Фәндәр академияһының Мәғдән ятҡылыҡтары геологияһы, петрография, минералогия һәм геохимия институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары (1953 йылдан).

Видеофильмдар

  • Ҡайраҡлы ауылы юбилейы. 6 июль 2021 йылYouTube сайтында Видео

Тема буйынса өҫтәмә