Әбдрәшит (Әлшәй районы)

Әбдрәшит (рус. Абдрашитово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 619 кеше[3]. Почта индексы — 452119, ОКАТО коды — 80202804001.


Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 27 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 27 км

Урамдары

  • Көнсығыш ятҡылығы урамы (рус. месторождение улица Восточное)
  • Гараж урамы (рус. улица Гаражная)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Таулы урам (рус. улица Нагорная)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[4]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 73 % тәшкил итә[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 533
1959 йыл 15 ғинуар 782
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 526
2002 йыл 9 октябрь 661
2009 йыл 9 октябрь 725
2010 йыл 14 октябрь 619 310 309 50,1 49,9

Тарихы

Әбрәшит (Таукүл) район үҙәгенән һәм Раевка тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышта 27 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға Бәләбәй өйәҙе Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттары нигеҙ һала, 1745 йылдан алып билдәле. Шулай уҡ Тат (Тоҡ)‑Йылға, Тоҡтар‑Әбдрәшит булараҡ теркәлгән. Тәүге төпләнеүсе Әбдрәшит Ишмөхәмәтов исеме менән йөрөтөлә. 1806 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 1795 йылда 10 йортта 74 кеше йәшәгән, 1865 йылда 70 йортта — 389 кеше. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡҡ, умартасылыҡҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, ел һәм 2 һыу тирмәне булған. Халҡы: 1906 йылда — 704 кеше; 1920 йылда — 900 (Яңы Әбдрәшит ауылы менән бергә иҫәпкә алынған); 1939 йылда — 533 кеше; 1959 йылда — 782 кеше; 1989 йылда — 526 кеше; 2002 йылда — 661 кеше; 2010 йылда — 619 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[6]

Билдәле шәхестәре

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • 18 июль 2015 йыл. Әлшәй районы Әбдрәшит ауылының 220 йыллығыYouTube сайтында Видео
  • ӘбдрәшитYouTube сайтында Видео
  • Әбдрәшит. Тыуған ерҙә. июль 2021 йылYouTube сайтында Видео

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар