Бикәев Солтан Хәмит улы
Бикәев Солтан Хәмит улы (рус. Султан Хамитович Бикеев; 1916 йылдың 25 декабре, Әбдрәшит, Өфө губернаһы — 2006 йылдың 8 октябре, Өфө) — хәрби хеҙмәткәр, танкист, полковник (1975) , Советтар Союзы Геройы (1943). Хәсән күле янындағы Совет-япон алыштарында, Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында, 1945 йылда Мәскәүҙә үткән Еңеү Парадында ҡатнашыусы. 1967—1992 йылдарҙа Өфөләге 2-се ҡала типографияһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), СССР матбуғаты отличнигы (1977). 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы[2].
Биографияһы
Солтан Хәмит улы Бикәев 1916 йылдың 25 декарендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Туҡтар-Әбдрәшит, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районына ҡараған Әбдрәшит ауылында тыуа. Милләте буйынса башҡорт[3][4][5].
1936 йылда Аксенов ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң Өфөлә Башҡорт АССР-ының Игенселек буйынса Халыҡ Комиссариатында (хәҙерге Ауыл хужалығы министрлығы) кесе зоотехник булып эшләй.
1936 йылда Башҡорт АССР-ы Федоровка район хәрби комиссариаты Тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла.
Хәсән күле яныныдағы Совет-япон алыштарында 39-сы уҡсылар корпусы 32-се уҡсылар дивизияһы батальонының политрук урынбаҫары дәрәжәһендә ҡатнаша.
1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында «Маннергейм Һыҙығын» өҙөүҙә ҡатнаша. Пулеметсылар отделениеһы командиры була.
1940 йылда Свердловск хәрби-сәйәси училищеһын тамамлай, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем политрук һәм дивизияның сәйәси бүлеге начальнигы ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә[3].
Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән Көньяҡ, Көньяҡ-Көнбайыш, Төньяҡ-Кавказ, Дала һәм 2-се Украина фронттарында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша.
Һуғыш башланғанда 216-сы механизацияланған дивизияның 134-се танк полкының сәйәси бүлек буйынса батальон командиры урынбаҫары була. Староконстантиновка, Умани, Каховка, Запорожье янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Артабан полктың партбюро секретары, танк батальоны командиры, Төньяҡ-Кавказ фронтында йөкләмәләр өсөн офицер вазифаларында хеҙмәт итә[3].
1942 йылдың декабрендә Ҡазанда бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәр комсоставын камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1943 йылдың сентябренән 1944 йылдың июненә тиклем Дала фронтының 37-се армияһы 1-се механизацияланған корпусы 219-сы танк бригадаһы 586-сы танк батальоны командирының стройчасы буйынса урынбаҫары була. Харьковты, Белгородты, Кременчугты азат итеүҙә, Днепр өсөн алышта ҡатнаша. Украина ССР-ы Днепропетровск өлкәһенең Солошино һәм Мишурин Рог ауылдары янынында Днепр өсөн алышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә[3].
1943 йылдың 1 октябренән 2 октябренә ҡараған төндә Бикәевтың утыҙ танктан торған подразделениеһы беренсе булып Днепр аша сыға һәм көнбайыш ярҙа немец ғәскәрҙәренә һөжүм итә. Өс көн дауамында плацдармды тотоп танк батальоны 19 контратаканы кире ҡаға. Дошман көстәренә ҙур зыян килтерә, шул иҫәптән 18 танкты, 20 орудиены, 5 миномет батареяһын, 45 пулеметты, 800-гә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 20 декабрендәге указы менән капитан Солтан Бикәевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм 2739 һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3][6].
1945 йылдың 24 июнендә Еңеү Парадында ҡатнаша. Һуғыш тамамланғандан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1947 йылда бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәрҙең Хәрби академияһын тамамлай. Танктар һәм үҙйөрөшлө ҡоролмалар батальоны командиры, һуңынан Белорус хәрби округының 8-се механизацияланған дивизияһының 74-се ауыр танк полкы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1962 йылда полковник дәрәжәһендә запасҡа ебәрелә[3].
1962—1966 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлеге инспекторы, 1966—1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы 2-се типография директоры булып эшләй. 1992 йылдан Башҡортостандың һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары Комитеты бюроһында Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары секцияһы рәйесе булып эшләй. Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү буйынса эш алып бара, Советтар Союзы Геройҙарының һәм Дан орденының тулы кавалерҙарының ғаиләләренә шефлыҡ ярҙамын ойоштора. Бер нисә китап әҙерләү һәм баҫтырыу менән шөғөлләнә[1].
2006 йылдың 8 октябрендә оҙайлы ауыр сирҙән һуң Өфө ҡалаһында вафат була. 10 октябрҙә тыуған Әбдрәшит ауылында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (20.12.1943)[7]
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (20.12.1943)
- Ленин ордены (20.12.1943)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[8]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (?)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.02.1943)[9]
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977)
- СССР матбуғаты отличнигы (1977)
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Әлшәй районы, Әбдрәшит ауылы.
- ↑ И.Ғ.Кәримова, тәржемәсе Д.К.Үзбәков. Бикәев Солтан Хәмит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Бикәев Солтан Хәмит улы. «Герои страны» сайты.
- ↑ Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1. — С. 161.
- ↑ Наградные документы в электронном банке документов «Подвиг народа» (архивные материалы ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 5).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 68/5, л. 15, 461, 462)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ История и традиция вплелись в одно грандиозное событие. Аксеновский агропромышленный колледж (26 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2025. Архивировано 4 февраль 2020 года.
- ↑ УПК имени С. Бикеева - Главная. upkisb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2025. Архивировано 2 апрель 2022 года.
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Биккол Ш. Внимание: танки! // Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965;
- Чарупа Ф.Н. Сильнее брони. М., 1976;
- Лукманов А. Днепровский плацдарм //Люди легенд. Уфа, 1980.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Бикәев Солтан Хәмит улы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Бикеев Султан Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Бикеев Султан Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Бикеев Султан Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Бикеев Султан Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Бикеев Султан Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).