Һарай (Әлшәй районы)

Һарай (рус. Сараево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 342 кеше[2]. Почта индексы — 452105, ОКАТО коды — 80202861004.

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса күпселек милләт — татарҙар (77 %)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 166
1865 йыл 596
1865 йыл 596
1906 йыл 1288
1920 йыл 26 август 1608
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1378
1959 йыл 15 ғинуар 1049
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 552
2002 йыл 9 октябрь 462
2010 йыл 14 октябрь 342 165 177 48,2 51,8

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 35 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 35 км

Урамдары

  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Урман урамы (рус. улица Лесной)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[4]

Тарихы

Һарай ауылы — Яйыҡ-ҫыбы-мең улусының аҫаба ерендә XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән ерһеҙ башҡорттар һәм типтәрҙәр торамаһы. Тәүге төпләнеүсе беҙгә билдәһеҙ. Әммә уның улы Биктимер Һараев 1743 йылда ревизия күрһәтелә. Уның улдары Тимербулат, Бикмөхәмәт, Баймырҙа, Бикҡужа була. Бында 1812 йылда 8-се башҡорт кантонынан күсерелгән башҡорттар араһында: Солтанғол (уның улдары Сафиулла, Ғәбиҙулла, Ғөбәйҙулла), Иманғол, 54 йәш (уның улы Яманғол), Буранғол, 50 йәш (уның улы Мөхәмәтша), Солтанморат, 37 йәш (улдары Ғәлиулла, Хәбибулла). Юлдаш Мырҙағолов, 30 йәш, Дәүләтшаның улы, уның 65 йәшлек ағаһы Ишкилде Иштәкәев.

Бында типтәрҙәр 1764 йылдың 6 апрелендә һәм 1751 һәм 1777 йылдарҙың 20 ноябрендә Яйыҡ-ҫыбы-мең улусы башҡорттары менән төҙөлгән килешеүҙән һуң ишәйә.

1795 йылда Һарайҙа 3 йортта 14 керҙәш башҡорт һәм 23 йортта 152 типтәр була (типтәрҙәрҙең сығышы беҙгә билдәһеҙ). 1816 йылда 30 башҡорт һәм 178 типтәр, 1834 йылда — 34 башҡорт, 273 типтәр, 1859 йылда — 563 керҙәш, 1870 йылда — 596 башҡорт, 1920 йылда 1068 башҡорт иҫәпкә алынған. 1870 һәм 1920 йылдарҙа халыҡтың этник сығышын күрһәтеү күпкә дөрөҫөрәк булыр ине.

1843 йылда 34 башҡортҡа 80 бот ужым һәм 240 бот яҙғы иген сәселгән. [5].

Билдәле шәхестәре

  • Дауытов Мәхмүт Ғайса улы (23 февраль 1927 — 18 май 2015) — хеҙмәт алдынғыһы, скрепер машинисы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған юл төҙөүсөһө (1965). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
  • Фәтҡуллин Ринат Зөфәр улы (22 ноябрь 1987 йыл) — рәсәй дәүләт эшмәкәре, экология, туризм һәм ҡала мөхитен үҫтереү өлкәһе белгесе. Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары (2022), Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәте мәҙәниәт Департаментының «Мосприрода» дәүләт бюджет учереждениеһы генераль директоры урынбаҫары (2024), «Парктарҙы үҫтереү» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойойшмаһының инвестиция бүлексәһе етәксеһе (2025). Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе (2022).

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • Һарай ауылы, Әлшәй районы, Башҡортостан. 8 июнь 2019 йылYouTube сайтында Видео

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә