Сураҡай (Әлшәй районы)

Сураҡай (рус. Чуракаево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 477 кеше[2]. Почта индексы — 452107, ОКАТО коды — 80202870005.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 85
1865 йыл 298
1906 йыл 533
1917 йыл 761
1920 йыл 26 август
623
1939 йыл 17 ғинуар 442
1959 йыл 15 ғинуар 368
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 507
2002 йыл 9 октябрь 561
2010 йыл 14 октябрь 477 226 251 47,4 52,6

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шафран): 4 км

Урамдары

  • Йәштәр (урамы) — рус. Молодежная (улица)
  • Күл (урамы) — рус. Озерная (улица)
  • Йылға (урамы) — рус. Речная (улица)
  • Салауат Юлаев (урамы) — рус. Салавата Юлаева (улица)[3]

Тарихы

Ауылға XVIII быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы Ташлы ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1745 йылда уның халҡы Сураҡай Төркәйев башҡа аҫабалар менән Аҫау йылғаһы буйындағы улустың аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн Моҡшин улусы башҡорттарына бирә. 1770 йылда йөҙ башы Иҙрис Муашев Сураҡай кешеһе була. 1795 йылда уның 16 йорто була, унда 85 аҫаба башҡорт йәшәй. 1816 йылда — 132, 1834 йылда — 186, 1859 йылда — 250, 1870 йылда — 298 башҡорт, 1917 йылда — 707 башҡорт, 27 урыҫ, 13 типтәр, 8 сыуаш, 6 немец, 1920 йылда 623 башҡорт була.

1843 йылда 186 башҡортҡа 8 бот ужым һәм 528 бот яҙғы иген сәселгән. 1917 йылда 129 хужалыҡтың 514 дисәтинә һөрөнтө ере булған, шуларҙың 70-енең — 4-кә, 32-һенең — 10-ға, 10-ының — 15-кә, 3-өнөң 15-тән ашыу дисәтинәһе булған. 14 ике кешенең ғөмүмән сәсеүлеге булмаған. 27 урыҫтың ни бары 10 тиҫтә һөрөнтө ере, типтәрҙәре һәм сыуаштарының ни бары 1,5 тиҫтәләгәне булған. Немецтар игенселек менән шөғөлләнмәй.

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың береһе 1839 йылға тере була. Ул — Парижды штурмлаған 13-сө башҡорт полкы яугиры, зауряд-есаул Ҡоҙамыш Яҡшығолов. Уның ике көмөш миҙал менән бүләкләнә[4].

Сураҡай тоҡомдары[5]

Билдәле шәхестәре

Видеофильмдар

  • 9 май Сураҡай ауылында 2020 йылдың 19 мартыYouTube сайтында Видео
  • 16 сентябрҙә Сураҡай ауылында күпер асыла. 2020 йылYouTube сайтында Видео

Радиола

  • Сураҡай һәм Ханжар ауылдарының юбилейҙары[6]

Билдәле шәхестәре

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә