Баязит (Әлшәй районы)

Баязит (рус. Баязитово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 181 кеше[2]. Почта индексы — 452088, ОКАТО коды — 80244865002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 81 39 42 48,1 51,9

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 21 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ташлы): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 21 км

Тарихы

Баязит Ташлы ауыл Советы биләмәһенә инә. Район үҙәгенән һәм Раевка тимер юл станцяһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 21 саҡрым алыҫлыҡта Ташлы йылғаһы (Төйлән йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Ауылға 1923 йылда Бәләбәй кантоны Ташлы ауыл кешеләре Ҡыҙылҡабаҡ исеме менән нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Баязит Тимербулатов була. 1925 йылда 14 йорт теркәлгән. 1930 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә. Халҡы: 1939 йылда — 132 кеше; 1959 йылда — 173 кеше; 1989 йылда — 89 кеше; 2002 йылда — 100 кеше; 2010 йылда — 81 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Урамдары

Исемдәре:[3]

Игенсе урамы (рус. Игенче (улица))

Йәштәр урамы (рус. Молодёжная)

Тәбиғәт ҡомартҡылары

Билдәле шәхестәр

Тема буйынса өҫтәмә