Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы
Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина (рус. Абдуллина Нурия Насибулловна; 1957 йылдың 15 марты, Баязит, Башҡорт АССР-ы — 2024 йылдың 31 октябре, Өфө) — совет һәм Рәсәй журналисты, йырсы, композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[1].
Биографияһы
Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған[1].
1973 йылда Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәпте тамамлай[1].
Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай[1].
1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй[1].
1996 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына радио дикторы итеп ҡабул ителәһәм ғүмеренең аҙығына тиклем (2024 йылға тиклем) ошо хеҙмәттә эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә[1].
Йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.
Оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2024 йылдың 31 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
- Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге йәш башҡарыусылар конкурстары лауреаты;
- Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән «Дуҫлыҡ йыры» конкурсы дипломанты.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Гузалия Гизатуллина. Абдуллина Нурия Насибуловна. Муниципальное казенное учреждение Отдел Культуры администрации муниципального района Альшеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (20 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина вафат булған (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (31 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Гузалия Гизатуллина. Абдуллина Нурия Насибуловна. Муниципальное казенное учреждение Отдел Культуры администрации муниципального района Альшеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (20 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
- Лейла Аралбаева. В Уфе ушла из жизни ветеран башкирского радио, автор песен Нурия Абдуллина. ИА Башинформ (31 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
- Гульнур Ишбулатова. Башкирский композитор Нурия Абдуллина: «Жизнь поделилась на "до" и "после"...» Интернет-издание Пруфы.рф. (9 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
Видеояҙмалары
• https://ok.ru/video/3417901113 Әүлиә шишмәһе
• https://ok.ru/video/3414100025 Һин минең үкенесем
• https://yandex.ru/video/preview/14670873795933276359 Ауыл ҡыҙы.