Ибрай (Әлшәй районы)
Ибрай | |
Ибрай | |
Административ-территориаль берәмек | Ибрай ауыл Советы |
---|---|
Дәүләт | |
Уникальный номер ГАР | ec6cdbbe-3e13-4502-b057-0289c08222cb |
Почта индексы | 452136 |
Рәсми атамаһы | Ибрай |
Халыҡ һаны | |
Код КЛАДР | 0200200006600 |
Ибрай (рус. Ибраево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 241 кеше[2]. Почта индексы — 452136, ОКАТО коды — 80202819003.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 97 % тәшкил итә[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1795 йыл | 153 | ||||
1865 йыл | 519 | ||||
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 603 | ||||
1920 йыл 26 август | 708 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 547 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 466 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 250 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 288 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 241 | 123 | 118 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 15 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Сәпәш): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 15 км
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Сәнәғәт зонаһы (рус. зона Промышленная)
- Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[4]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ибрай ауылы — Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерендә керҙәш бөрйән башҡорттары торамаһы. Улар Дүртөйлө ауылынан (хәҙерге Дәүләкән районы) подпоручик Әбдей Йомағоловты туғандары менән бергә «1790 һәм 1791 йылдарҙа оброктан килешеү буйынса йылына 40 һәм 50 һумлыҡ түләү менән» яйыҡ-ҫыбы меңдәрҙе индерә.
Унда поручик (1807 йылдан) йәшәй. Әбдей Йомағолов (1762—1818), ул Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙендә урынлашҡан 12-се Башҡорт кантонын етәкләй. VII ревизияла уның 4 ҡатыны (39, 40, 30, 36 йәш) булған. Уның улдары Хәсән (улы Дәүләтша), Әҙил (улы Котлобирҙе), Исхаҡ (улы Садиҡ), Исмәғил, Иҙрис, Йосоп, Ибраһим, Әхмәт, Ҡыҙрас, Мөхәмәтғәле, Көнәфиә, Яҡуп, Ибниәмин, Айса, Мөхәмәтәмин.
Бында тәүге төпләнеүсе Ибрайҙың улы Иҫәнбай Ибраев (1729—1813), уның улы Ҡалмаҡ (уның улы Ғилембирҙе) йәшәгән.
1795 йылда 153 башҡорт (29 йорт), 1816 йылда — 222 (41 йорт), 1834 йылда — 354 (36 йорт), 1859 йылда — 498 (92 йорт), 1870 йылда — 499 (92), 1917 йылда — 752 (153 йорт), 1920 йылда — 708 (145 йорт).
Был ауылда йәшәүсе зауряд-сотник Теләүкәй Килмөхәмәтов 1812 йылда 12-се башҡорт полкы составында француз илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша. Ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
1843 йылда 354 кешегә 1090 бот яҙғы иген сәселгән. 1917 йылда 153 йортҡа 612 тиҫтә һөрөлгән ер тура килгән. 86 йорттоң — 4 дисәтинәгә, 35-енең — 10-ға, 5-енең — 15, 7-һенең 15-тән ашыу дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ерҙәре булған. 20 йорт хужаһы игенселек менән шөғөлләнмәгән. 19 быуат аҙағында тиклем йәйләүгә сығалар[5].
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан. 11 май 2020, Ибрай ҡаһарманына — оло ихтирам һәм хөрмәт[6]
- Башҡортостан ҡыҙы. 18 июнь 2018, Яуҙа тыуған һөйөү[7]
- Һәнәк. 17 май 2021, Ибрай дворяндарынан[8]
Видеофильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибрай аулы юбилейы[9]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Теләүкәй Килмөхәмәтов (1789—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 423.
- ↑ [1](недоступная ссылка)
- ↑ [2]
- ↑ [3]
- ↑ YouTube сайтында Видео
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибрай (Әлшәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2019)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Ибраево на портале «Генеалогия и Архивы»