Ниғмәтулла

Ниғмәтулла (рус. Нигматуллино) — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 553 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80202843001.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 33 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 33 км

Урамдары

Урам исемдәре:[3]

  • Көнсығыш урамы (рус. Восточная (улица))
  • Тау урамы (рус. Горная (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
  • Һартйылға урамы (рус. Сарт Елга (улица))
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса татарҙар 89 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1816 йыл 558
1834 йыл 882
1859 йыл 1435
1865 йыл 1559
1870 йыл 1559
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 2535
1920 йыл 26 август 2963
1926 йыл 17 декабрь 2963
1939 йыл 17 ғинуар 1902
1959 йыл 15 ғинуар 1072
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 664
2002 йыл 9 октябрь 614
2010 йыл 14 октябрь 553 264 289 47,7 52,3

Тарихы

Ниғмәтулла (Мәләш, Миляш) ауылына 1793 йылда Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының керҙәшлеге тураһында килешеүе буйынса мишәр поручик Ниғмәтулла Янышев тарафынан нигеҙ һалына. Әммә ундай тораҡ пункты ул саҡта булмаған. 1811 йылда улус башҡорттарының икенсе килешеүе буйынса Ниғмәтулла менән уның улы Исхаҡ мишәрҙәрҙе индерә башлай. Яңы ауылды 1812 йылда Сәлих ауылы мишәрҙәре төҙөй. 1830 йылдың 12 февралендәге ҫыбы-меңдәр менән өсөнсө килешеү ҙә төҙөй, уның буйынса бында мишәрҙәрҙең яңы төркөмө ҡабул ителә. Мишәрҙәр бында Боҙаяҙ, Йәрми, Байтимер, Сәлих, Яңы, Суйынсы ауылдарынан килгән.

1816 йылда бында 229 ир-егет һәм шул сама уҡ ҡатын-ҡыҙ булған. 1834 йылда — 882, 1859 йылда — 1435, 1870 йылда — 1559, 1920 йылда — 563 йортта 2963 мишәр булған.

1843 йылда 882 мишәргә 1720 бот ужым һәм 10048 бот яҙғы иген сәселгән[5].

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • Ниғмәтулла ауылының 210 йыллығы. Әлшәй районы. Мәләш ауылы. Тыуған яҡ. Гүзәл Әхмәтова. 2021 йылдың 23 июнеYouTube сайтында Видео
  • Ниғмәтулла ауылына 210 йыл. Әлшәй ТВYouTube сайтында Видео
  • Ниғмәтулла. БСТ каналы.YouTube сайтында Видео

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 429. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиев Ғатаулла Фәсхетдин улы (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
  7. Администрация муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Равилов Вагиз Мухлисович (1924-2014) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2024)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Садиҡов Фәнис Ғилман улы (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Солтанаев Хәмит Рахман улы (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 98-104 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә